Фекерләшеү:Киңәйтелгән ғаилә
Guram52, Аҡҡашҡа, Borovi4ok. Был социлогия фәне төшөнсәһе. Бер нисә быуындан торған, бергә йәшәгән, дөйөм хужалыҡ алып барған, дөйөм мөлкәткә эйә булған ғәилә тураһында һүҙ бара. Ә нәҫел-нәсеп, туған-тыумаса төшөнсәһе был төшөнсәнән күпкә киңерәк. Нәҫел-нәсеп, туған-тыумаса дөйөм мөлкәткә эйә түгел, һәр ғәиләнең үҙ мөлкәте. Шул уҡ ваҡытта, был төшөнсә Европа илдәренә генә хас күренеш тип әйтеүе лә бик үк дөрөҫ түгел. Сөнки башҡорттарҙа борон-борондан 3-4 быуындан торған ғәиләләр булған. Уларҙы нисектер атағандар бит инде. Минең ҡарттайымдың атаһы, Ғатаулла ҡарт, булған ерҙе тарҡатмаҫ өсөн, ҡул көсө бергә булыһын өсөн өйләнгән малайҙарын башҡа сығармаған. Төп йортҡа төкәтмә һалып, шунда йәшәткән. Ғатаулла ҡарт ике ҡатыны һәм ғәилә ҡормаған балалары, өйләнгән өс малайы һәм уларҙың балалары, дөйөм хужалыҡ булып революцияға тиклем бергә йәшәнгәндәр. Ундай ғәилә нисектер ҙә аталғандыр бит инде. Моғайын да тап килгән һүҙе лә булғандыр. Башҡорт әҙәбиәтенә күҙ һалырға кәрәктер. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 11:49, 10 ғинуар 2019 (UTC)
- Резиз сказкаларында ауыл йорттарға бүленгән. Иң беренсе йорттоң хужаһы, хужаның улдары, артабан улдарының улдары килә. Улар барыһы ла бергә йәшәмәгән, һалымды әҙерәк түләр өсөн шулай теркәлгән генә тип миңә аңлаттылар.--ZUFAr (әңгәмә) 14:21, 10 ғинуар 2019 (UTC)
- Йорт — заманса «Йорт хужалығы», төрлө булыуы ихтимал: 1) яңғыҙаҡ, бер кешенән торған, 2) ябай ғәилә, ике быуын кешеләр - атай-әсәй, балалар, 3) ҡатлаулы ғәилә, 3 һәм унан күберәк быуын кешеләре, 4) бер туған булмаған кешеләр. Ә мәҡәлә ҡатлаулы ғәилә - 3 һәм унан күберәк быуын кешеләрҙән торған ғаилә тураһында бара. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 14:58, 10 ғинуар 2019 (UTC)
- Рөстәм Нурыев,ZUFAr, әлбиттә, киңәйтелгән ғаиләнең ике билдәһе бар - дөйөм мөлкәт һәм бергә хужалыҡ алып барыу. Әммә был билдәләр булыуы мотлаҡ түгел. Ике билдәнең береһе булмаған осраҡта, йә икеһе лә булмағанда ла (мәҫәлән, туғандар айырым йәшәй, һәр береһе айырым иҡтисади эшмәкәрлек алып бара), номиналь рәүештә киңәйтелгән ғаилә тип аталыуы мөмкин. Был осраҡта туғандар тығыҙ аралашып,социаль йәһәттән дә, иҡтисади йәһәттән дә ярҙам итешеп йәшәй һәм бер ғаилә ағзалары итеп тоя. Был беҙҙең башҡорт ауылдарында йәшәгән бер зат-зәүрәт, ара менән оҡшаш. Ниместәр Großfamilie - ҙур ғаилә тип алған.Ҡаҙаҡтар "күп балалы ғаилә" тигән. Төрөк тә Geniş һүҙен ҡулланған, йәғни, ҙур. Бәлки ИШЛЕ ҒАИЛӘ тип алырғалыр?--Guram52 (әңгәмә) 19:10, 10 ғинуар 2019 (UTC)