Эстәлеккә күсергә

Киңәйтелгән ғаилә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Киңәйтелгән ғаилә
Рәсем
Ҡапма-ҡаршыһы immediate family[d]
 Киңәйтелгән ғаилә Викимилектә

Киңәйтелгән ғаилә — нәҫел-нәсәп, зат-зәүрәт,туған-тыумаса иҫәбенән бер нисә быуындан торған ғаилә.

Нәҫелдә ата-әсә ғаиләһе һәр уларҙың балалары ҡорған ғаиләләр төп урынды тәшил итә. Туған-тыумасаға ҡандаш ағай-эне, апай-һеңле һәм уларҙың ҡандаш булмаған ғаилә ағзалары инә.

Нәҫел-нәсәплек бер нисә быуын ҡандашлыҡ нигеҙендә булыуы мөмкин, был осраҡта ҡушаҡлыҡ (ирле-ҡатынлылыҡ) мөнәсәбәттәре арттараҡ ҡала.

Шулай уҡ ғаилә ҡушаҡлыҡ мөнәсәбәттәренә бәйле булыуы ла ихтимал, был осраҡта ғаилә ағзалары ир яғынан һәм ҡатын яғынан тип ҡарала. Һәр яңы никах был ғаиләнең үҙгәреш кисереүенә килтерә.

Һәр ике осраҡта ла киңәйтелгән ғаиләнең ике төп билдәһе бар: төрлө быуын туғандарҙың бергә йәшәүе һәм дөйөм мөлкәткә эйә булып, хужалыҡ эштәрен бергә алып барыуы.

Был ике билдәнең береһе булмаған осраҡта, йә икеһе лә булмағанда ла (мәҫәлән, туғандар айырым йәшәй, һәр береһе айырым иҡтисади эшмәкәрлек алып бара), номиналь киңәйтелгән ғаилә тип аталыуы мөмкин. Был осраҡта туғандар тығыҙ аралашып,социаль йәһәттән дә, иҡтисади йәһәттән дә ярҙам итешеп йәшәй һәм бер ғаилә ағзалары итеп тоя.

Бөгөнгө йәмғиәттә киңәйтелгән ғаилә урынын нуклеар ғаилә ала бара.

Башҡорттарҙа ҡәрҙәш ғаилә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVII быуатҡа тиклем башҡорттарҙа балалы бер нисә никахлы парҙан (3—4 быуын) торған ҙур ғаилә осраған. Бындай ғаилә ағзаларын бер ара һанағандар.Араларға бүлеү, элекке ара исемдәре башҡорттарҙа һаман һаҡлана килә. Ғаиләнең мал-тыуары һәм йылҡы өйөрөнә ғаиләнең иң оло ир кешеһе - башлығы идара иткән.

ХIХ быуат уртаһында Рәсәй дәүләтенең һалым сәйәсәте ҡатыландырылғас, ҡәрҙәш ғаилә һаны арта. Ҡаҙна файҙаһына яһаҡ, төрлө йыйымдар һәм йөкләмәләр түләү өсөн бер нисә бәләкәй ғаилә бер хужалыҡ булып йәшәй. Атай ғаиләһе (ата-әсәнән, өйләнгән балаларҙан һәм ейәндәрҙән торған ғаилә), ағай-эне ғаиләһе (балалары менән ағай-эне ғаиләһе), шулай уҡ ғаилә башлығының өйләнгән улдарынан һәм уның ағай-энеһе ғаиләһе ҡәрҙәш ғаилә тәшкил итә[1].

  1. Г. Ситдиҡова. Күсле ил - көслө ил. - Өфө, "Инеш", 2013. -101