Фекерләшеү:Сәлимәкәй
Уҡыу көйләүҙәре
Феминизм һәм фольклор 2023 халыҡ-ара конкурсы мәҡәләһе |
Мәҡәлә яҙылған, төҙәтеп, төп киңлеккә сығарырға кәрәк
[сығанаҡты үҙгәртеү]ZUFAr, Рөстәм Нурыев, Akkashka башҡорт халыҡ йырҙары яҙылған, әммә уларға авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙоу ҡалыбы ҡуйылғанлыҡтан, ошонда күсерелгән. Ошо мәҡәләләрҙе төҙәтеп, төп киңлеккә сығарыу зарур тип уйлайым, ә яңы мәҡәлә яҙырға түгел. З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 05:34, 2 февраль 2023 (UTC)
- Дөрөҫ, ошо сараны файҙаланып ул мәҡәләләрҙе дауалап алайыҡ. ZUFAr (әңгәмә)
- Мин шул битте астым да, тексын күсереп алып, яҙҙым. Юйылған биттә эшләһәң, тағы бәйләнерҙәр тип уйланым. Һөйләмдәрҙе үҙгәртә бирҙем, яңы сығанаҡтар килтерҙем. Һеҙҙең талапты аңлап етмәйем. Ундай юйылғандарға тотонмағаның хәйерлерәктер, тип уйлап ултырам. Юбилярҙарға яҙған һайын, әҙәр ишеткән булыр һымаҡ, шөрләтә Akkashka (әңгәмә) 14:49, 2 февраль 2023 (UTC)
- Akkashka Был исемлектәге мәҡәләне мөхәррирләргә, һуңынан исемен үҙгәртергә. Йырҙың оҙон-оҙон текстын ҡуймаҫҡа, виккитапханаға һылтанма ҡуйырға. Шул ғына.--ZUFAr (әңгәмә) 15:32, 2 февраль 2023 (UTC)
- Викикитапханаға һылтанма ҡуя белмәйем. Һеҙ үҙегеҙ генә мөхәррирләһәгеҙ булмаҫ инеме икән? Akkashka (әңгәмә) 15:40, 2 февраль 2023 (UTC)
- Akkashka Викикитапханала Сәлимәкәй юҡ. Азаматҡа ошолай ҡуйҙым {{Викитека|Азамат (йыр). Башҡорт халыҡ ижады}} --ZUFAr (әңгәмә) 17:44, 2 февраль 2023 (UTC)
- Мең "михнәт" менән бына шулай эшләп ҡуйҙым. «Хан ҡыҙы» йырын алам тигәйнем. Хәҙер йоғанырға ҡурҡам Akkashka (әңгәмә) 18:21, 2 февраль 2023 (UTC)
- Akkashka эшләгеҙ Хан ҡыҙы (йыр) --ZUFAr (әңгәмә) 18:50, 2 февраль 2023 (UTC)