Эстәлеккә күсергә

Фекерләшеү:Түбәләҫ

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

1. Akkashka, Түбәләҫ - ырыу атамаһы. Топонимдарға ҡарамай. Раян Башҡорттар конурсына күсерергә тәҡдим итә. 2. Халыҡ этимологияһы 'түбәләҫ' этнонимының мәғәнәһен башҡорт телендә 'биләмә' тип аңлата. Рус тексында башҡорт теленә һылтаныу урынлы, башҡорт тексында бының кәрәге юҡ. 3. Шулай уҡ ҡарағыҙ бүлегенә түбәләҫтәр йәшәгән бөтә ауылдарҙы теҙеп яҙыуҙың кәрәге бармы икән? 4. Әҙәбиәт бүлегендәге китаптар сығанаҡ мәғлүмәтһеҙ бирелгән. 5. Орфографик хаталар күренә. Мәҫәлән, Әҙәбиәт бүлегендә: Ә. Әсфәндиәров. Йәшәгән ти батырҙар - Йәшәгән, ти, батырҙар була. Түбәләҫтәр 1773—1775 йй. Крәҫтиән һуғышында үҙҙәренең старшинаһы, пугачёв полковнигы Собханғол Килтәков етәкселегендә ҡатнаша тигән һөйләмдә пугачев ҙурҙан яҙыла. Рус телендә пугачевский имя прилагательное булараҡ бәләкәйҙән яҙылһа ла, башҡортсала ул - ҙур хәрефле яңғыҙлыҡ исем. Йылды й. тип кенә алмайыҡ, тултырып яҙайыҡ. Тыныш билдәләре ҡуйылмай киткән урындар бар. 6. Түбәләҫтәрҙең ике тармағында һун атамаһы һаҡланыуы айырата шаҡ ҡатырғыс. Шаҡ ҡатырғыс кеүек хис-тойғоло һүҙҙәр ҡулланыу викимәҡәлә талаптарына ҡаршы килә. Әгәр ҙә был Кузеевтың хеҙмәтенән өҙөк булһа, уны цитата итеп айырыу йә тырнаҡтар эсенә алыу урынлы булыр һәм талапты боҙа тип ҡаралмаҫ ине. 7. Рычков, Паллас исемдәрен телгә алғас, уларҙың хеҙмәттәренә һылтанма булырға тейеш түгелме ни? Ғөмүмән, сығанаҡтарға һылтанмалар бик һирәк ҡуйылған. 8. Өлкәләр, өйәҙҙәр, райондар, ауылдар, 1812 Ватан һуғышы кеүек ваҡиғалар, айырым шәхестәр тураһында башҡорт википедияһында мәҡәләләр бар, уларға һылтанма ҡуйыу кәрәк. Alfiya55 (әңгәмә) 14:10, 1 март 2021 (UTC)[яуап бирергә]

  • Alfiya55, өлкәләр, ауылдар һ.б. ике ҡатлы квадрат йәйәгә алынды, улар күгәреп тора. Шул етмәйме инде? Рычков, Палласҡа һылтанма ҡуйып ултырыуҙы бигерәк ҡыйын шарт тип иҫәпләйем. Диссертация яҙғандай бит. Ирекмәнлектә йөрөгән беҙҙәргә Akkashka (әңгәмә) 15:30, 1 март 2021 (UTC)[яуап бирергә]