Фекерләшеү:Ҡазан
Был йүнәлтмә мотлаҡ һаҡланырға тейеш. «Ҡаҙан» һүҙен яҙып эҙләүселәр тапһын өсөн кәрәк. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 11:24, 30 сентябрь 2015 (UTC)
Яҙылышы тураһында фекер алышыуҙар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Википедия:Исемен үҙгәртеүгә/Архив/2015#Ҡаҙан → Ҡазан битенән күсермә. 2015 йылда тамамланған фекер алышыу. Фекерегеҙҙе яҙыу өсөн яңы тема башлауығыҙ һорала.
Ҡаҙан → Ҡазан
[сығанаҡты үҙгәртеү]Риза. Һүҙлектәрҙә тапманым, Башҡорт энциклопедияһына ярашлы.--Ryanag (әңгәмә) 04:29, 31 март 2015 (UTC)
- Риза. Согласно БЭ. Категория:Ҡаҙан тоже к переименованию.--Ykt www (әңгәмә) 04:47, 7 июнь 2015 (UTC)
- Уважаемые! Пора уже определиться с названием. Ҡаҙан или Ҡазан? Также надо объединить и удалить дубль-категории. --Ардах18 (әңгәмә) 22:03, 20 август 2015 (UTC)
Риза: Миңә ҠаЗан тигәне оҡшай, ҡаҙан менән бутамаҫҡа.--Саган (әңгәмә) 05:19, 30 сентябрь 2015 (UTC)
- Икеләнәм Радиола яңылыҡтарҙа һуңғы арала Ҡаҙан тиҙәр, шул дөрөҫө шулай, күрәһең Assele (әңгәмә) 10:28, 20 сентябрь 2015 (UTC)
- Әлбиттә төрлөсә ҡулланыла, мәҫ. Татарстандың көнсығышындағы төп башҡорттарҙа Ҡаҙан тиҙәр. Әммә төп атаманы барыбер билдәләр кәрәк, категорияларҙа ла буталсылыҡ. --Ryanag (әңгәмә) 03:42, 24 сентябрь 2015 (UTC)
Риза Радионың сәнғәт институтын бөткән алып барыусылары теле барыһы өсөн дә өлгө тип әйтеп булмай, әлегерәк булған контроль юҡ, филфакта уҡыған Әхәт Мортазин да күп ваҡыт «ҡыйыш» һөйләп ебәрә. Икенсенән, бында фекер алышыуҙа башҡорт теленең көньяҡ һөйләше вәкилдәре генә өҫтөнлөк итә, шуға ла уларҙың «Ҡаҙан»ды яҡлауы ғәжәп түгел. Шундай уҡ ҡараш менән заманында республиканың төнъяҡ-көнбайышында һәм көнбайышында йәшәүсе милләттәштәрҙе ситкә типтек бит инде, башҡорт теле һәм башҡорттар Башҡортостандың көньяғында ғына, тип. Бөгөн ул төбәк халҡы башлыса үҙен татарға индерә, тәү сиратта һөйләш теленән сығып. Аҙашыуҙан арынып үҙ асылына ҡайтыусылар күп түгел. Һәр кемдең үҙ фекере булһа ла, әҙәби телдә, гәзит-журналдарҙа, халыҡтың төп өлөшө һөйләшендә үткән быуатта нығынғанса «Ҡазан» тип алырға кәрәк. Һөйләшеүҙе артабан дауам иткән һайын фекерҙәр артыу арҡаһында буталсыҡ һәм аңлашылмаусанлыҡ ҡына буласаҡ. --Айсар (әңгәмә) 04:59, 30 сентябрь 2015 (UTC)
- Айсар, ХХ быуат урталарында диалектологтар төньяҡ-көнбайыш диалектында Ҡаҙан тип әйтелә тип теркәгәндәр, хәҙер бәлки башҡасалыр. Гөлшатҡа: Өфөнөң атамаһы татар теленә урыҫтарҙан барып ингәндер тип уйлайым, ә бына Аҙнаҡайҙы татарҙар үҙҙәренсә Атнакай тимәй бит инде — Азнакай тиҙәр. --Ryanag (әңгәмә) 09:54, 30 сентябрь 2015 (UTC)
Провел опрос
Ҡазан | Ҡаҙан | Икеләнеүселәр |
"Әлфиә Аҡбутина: Ул һәр ваҡыт Ҡазан йөрөнө, шунан Башҡортостан гәзитенең элгәрге баш мөхәррире Кинйәбаев, ҡаҙан тигән һүҙҙән алынған, Ҡаҙан була ул, тип беҙгә шулай яҙырға ҡушты. Ул киткәс, яңынан Ҡазан тип яҙа башланыҡ. Энциклопедияла ла Ҡазан. Ғөмүмән, бүтәнбер ерҙә лә Ҡаҙан тигәнде күргәнем юҡ." | Марат Дауытов: Былай интернетта һәм ғәзиттәрҙә ҠАҘАН тип яҙыла бит | Assele: Икеләнәм Радиола яңылыҡтарҙа һуңғы арала Ҡаҙан тиҙәр, шул дөрөҫө шулай, күрәһең |
"Айсар: Элек-электән Ҡазан булды. Союз тарҡалғас ҡына ""Ҡаҙан"" тип ҡулланыусылар осрай башланы." | Загир Кульмухаметов: Минең дә Ҡаҙан тип әйткәндәрен генә ишеткәнем бар | Чудак: Татарауыл |
Ryanag: Һүҙлектәрҙә тапманым, Башҡорт энциклопедияһына ярашлы. | Илмир Ишбаев: Беҙҙә Ҡаҙан тип әйтәләр. | |
"YKT www: Согласно БЭ." | "Гульшат Сулейманова:Татарҙар Өфөнө Уфа тиҙәр.Бер ҙә башҡортса нисек әле, уларға оҡшармы, тип тормағандар. Башҡортса Казань Ҡаҙан була." | |
Айнур Кужахметов: Минең уйымса Ҡазан була. Һүҙлектәрҙә тапмаҫһығыҙ, сөнки Ҡазан/Ҡаҙан тураһында ғалимдар ныҡ бәхәсләшә, әлегә уртаҡ фекергә килә алмайҙар. | "Гөлдәр Камалова: Гөлшат менән мин дә килешәм)))" | |
БЭ: Башҡорт Энциклопедияһындағы 8 мәҡәлә Ҡазан исемле. | "Кунсылыу Кутлубаева:Бөтә версиялар араһында ҡаҙан тигәне ысынбарлыҡҡа нығыраҡ оҡшай.Ысын тарихты беҙ белеп тә етмәйбеҙ.Һәр хәлдә татар милләте тарих сәхнәһендә яңы ғына ьиерлек пәйҙә булған.Ә ҡаланың тарихы тәрәндәрәк.Ҡайһылыр сығанаҡта, ул боронғо башҡорт ере итеп күрһәтелә.Ҡаҙан һүҙе күп төрки халыҡ телдәрендә бар.Урталағы хәрефе генә төрлөсә.Ә мәғәнәһе, шул ҡаҙан инде.Беҙҙеңсә ҡаҙан.Гөлшат апай әйткәнгә ҡушылам" | |
Луиза Сәмситова - Ҡаҙан һүҙен ҡабул итә алмайым, минеңсә, Ҡазан булырға тейеш. | Рашида Гизатуллина:Гөлшат м-н Көнһылыу әйтһә, әйтәләр улар!Мин дә риза ошо фекер менән! | |
Клара Аглиуллина - БЭ-ның терминология комиссияһында ҡаралды һәм Ҡазан тип алынды. Республиканың терминология комиссияһына мөрәжәғәт итһәгеҙ ҙә шул уҡ яуап аласаҡһығыҙ, сөнки унда ла шул уҡ кешеләр. | Морат Солтан: Ҡаҙан | |
Фирҙәүес Хисаметдинова: Ҡаҙан | ||
Йомғаҡ
[сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙгәртергә. Төп мәҡәлә һәм категория Ҡазан исемле булырға тейеш. Ҡаҙан һүҙен ҡулланыусылар булыу сәбәпле Редрикт битен ҡалдырырға. Төп мәҡәләнең исемен үҙгәртеү алдынан икенсе мәҡәләләрҙең эстәлегендә Ҡаҙан һүҙен Ҡазан һүҙенә алыштырып сығырға, эске һылтанмаларҙы төҙәтергә. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 06:26, 30 сентябрь 2015 (UTC)
- Эшләнде --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 09:10, 4 октябрь 2015 (UTC)
2017 йылдың 27 ноябрендә асылған тема Ҡазан → Ҡаҙан
[сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылдың 27 ноябрендә «Вконтакте» социаль селтәрендә асылған фекерҙәр күсерелде. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 11:50, 27 ноябрь 2017 (UTC)
*Сальман бөгөн 11:22: Иптәштәр, күрше республиканың баш ҡалаһының атамаһы ҠаҘан тип яҙыла, "Киске Өфө", "Йәшлек" һ. б. баҫмалар күптән инде шулай тип, йәғни Ҙ хәрефе менән яҙа. Сөнки ул атама КОТЕЛ һүҙенән алынған. Шуның өсөн ҡаланың уртаһында ҙууур һәйкәл-ҡаҙан ҡуйып ҡуйғандар. Бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡ. Шул уҡ ваҡытта Татарстанда татар грамматикаһына беҙҙең баш ҡалабыҙҙың атамаһы ӨФЕ тип алынған булыуға ҡарамаҫтан (һис юғында, Ҡаҙан - Өфө юлы буйындағы юл күрһәткестәрендә бер нисә урында ӨФЕ тип яҙылғанын былтыр үҙ күҙҙәрем менән күрҙем), Башҡортостандағы татар телле баҫмалар ҙа, радио ла беҙҙең баш ҡалабыҙҙы, урыҫсалап, УФА тип атарға һис тә тартынмай. Ә беҙ бит, урыҫсалап, КАЗАНЬ тип яҙырға йыйынмайбыҙ.
- Гөлшат Сөләймәнова 14:25: Ҡазан мәҡәләһенең исемен Ҡаҙан тип үҙгәртер кәрәк. Милли-мәҙәни ҡорҙа Сәлмән Яруллин яҙып сыҡты: «Шулай дөрөҫ була. Бында һөйләшеүҙәр булып алды ла бөттө. Улар Өфөнө уфа тиҙәр, ә беҙ татарса Ҡазан тибеҙ. Ҡаҙан тек Ҡаҙан!»
- Зайтуна Нигаматьянова 14:32: Ҡазанды төҙәттем. Унда Ҡазан ханлығы тағы әллә нимәләр бар. Барыһын да үҙгәртергәме?
- Рөстәм Нурыев 14:46: Ул яҡҡа - был яҡҡа етенсе ҡат алмаштырла шай. Ул турала бер нисә тапҡыр фекер алышыу булды инде. Ҡайҙалыр бар. Бындай бәхәсле үҙгәртеүҙәр тәҡдимен Викиның үҙендә яҙырға кәрәк.
- Зайтуна Нигаматьянова 14:50: Мин гел ҡаҙан тип яҙам, шунан кемдер Ҡазан тип яҙҙы ла, шулай китте. Үҙгәртә башланым да, туҡтап ҡалдым, фекерләшеү булған шул. Бында тағы бүрәттәргә көнләшеп ҡуям, һүҙлектәре лә, энциклопедиялары ла юҡ, орисс эшләһәләр ҙә, эшләмәһәләр ҙә, үҙҙәренсә яҙырға була, ә беҙгә бер хатаны төҙәтер өсөн тотош орисс эшләргә, еще шуны , һүҙлек менән БЭ дөрөҫ яҙмаған тип, ғалимдарға раҫларға кәрәк.
- Zufar Salikhov 15:03: Ҡаҙанды → Ҡазан тип үҙәгәртеү тураһындағы фекер алышыу битенә һылтанма күрһәтә.
- Рөстәм Нурыев 15:13: Бына бит, бурный ғына булған.
- Зайтуна Нигаматьянова 15:13: мы обсудили, и я решил булған) фекерҙәр ике яҡты ла яҡлай).
- Рөстәм Нурыев 15:15: тауыш биреүҙә тик Риза. мин ул фекер алышыуҙа йомғаҡ ҡына яһаным шай. Элекке фекер алышыуҙа: Клара Аглиуллина - «БЭ-ның терминология комиссияһында ҡаралды һәм Ҡазан тип алынды. Республиканың терминология комиссияһына мөрәжәғәт итһәгеҙ ҙә шул уҡ яуап аласаҡһығыҙ, сөнки унда ла шул уҡ кешеләр.», тигән. Тимәк рәсми ҡабул ителгәне Ҡазан.
- Зайтуна Нигаматьянова 15:23: Сальман бөгөн 11:22: Иптәштәр, күрше республиканың баш ҡалаһының атамаһы ҠаҘан тип яҙыла, "Киске Өфө", "Йәшлек" һ. б. баҫмалар күптән инде шулай тип, йәғни Ҙ хәрефе менән яҙа. Сөнки ул атама КОТЕЛ һүҙенән алынған. Шуның өсөн ҡаланың уртаһында ҙууур һәйкәл-ҡаҙан ҡуйып ҡуйғандар. Бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡ. Шул уҡ ваҡытта Татарстанда татар грамматикаһына беҙҙең баш ҡалабыҙҙың атамаһы ӨФЕ тип алынған булыуға ҡарамаҫтан (һис юғында, Ҡаҙан - Өфө юлы буйындағы юл күрһәткестәрендә бер нисә урында ӨФЕ тип яҙылғанын былтыр үҙ күҙҙәрем менән күрҙем), Башҡортостандағы татар телле баҫмалар ҙа, радио ла беҙҙең баш ҡалабыҙҙы, урыҫсалап, УФА тип атарға һис тә тартынмай. Ә беҙ бит, урыҫсалап, КАЗАНЬ тип яҙырға йыйынмайбыҙ.
- Рөстәм Нурыев 15:23: Ә Ҡаҙан тип атау - точно ОРРИС була. Ғалимдар бәхәсләшеп бөтһөн, Ҡазан түгел ә Ҡаҙан тигән фекергә килһен, шунан үҙгәртербеҙ.
- Зайтуна Нигаматьянова 15:24: атамаларҙы рәсмиләштергән ғалимдарҙың хатаһын төҙәттереү өсөн Орисс кәрәк бында. Улар уны үҙгәртмәйәсәк. Йәшлектә эшләгәндә Терминология комиссияһында Ураҡсин студентты талип тип алмайбыҙ, студент булып ҡала, тип сығыш яһаны, йәнәһе лә, талибан хәрәкәте менән ауаздаш, улай ярамай итд итп. Реплика яҙҙым, сөнки элекке студент тигән атаманы тап уның етәкселегендәге һүҙлектә талип тип үҙгәрткәндәр. ике редакцияла шулай сыҡҡан. Ә талибандар тап талиптар -студенттар хәрәкәт башлағандан ьалибан тип алынған да инде. так что, ғалимдар ҙа беҙҙең кеүек үк кеше, улар ҙа хаталана, әммә хаталарын төҙәтмәйәсәктәр.
- Рөстәм Нурыев 15:31: Тағы бер тапҡыр әйтәм. Фекерҙәрегеҙҙе Википедияла яҙығыҙ. тауышҡа ҡуйығыҙ. арбитраж саҡырығыҙ. мин ҡыҫылмайым. ә википедиянан ситтә фекерләшеп, бәхәсле темаларҙа тиҙ генә төҙөтә башлау урынлы түгел. был осраҡта процедурный тәртип һис шикһеҙ үтәлергә тейеш. бәхәсле осраҡта тимәксемен.
- Зайтуна Нигаматьянова 15:33: Шуға тиҙ генә туҡтаным бит. Ә былай мин үҙемде-белә-белгәнемдән Ҡаҙан тип яҙам :). Поисковиктан ҡарайым, тв, радио, гәзиттәр - барыһы ла Ҡаҙан тип яҙа)))))
- Рөстәм Нурыев 15:39: Гугл = Ҡаҙан - 13500, Ҡазан - 12400, Яндекс = Ҡаҙан - 5000, Ҡазан - 12000, БашВики = Ҡаҙан - 96, Ҡазан - 892.
- Зайтуна Нигаматьянова 15:42: Ҡазан, ярай, ғалимдар менән бәхәсләшеп булмай, татарҙар үҙҙәре ҡаҙандан алынған ти икән, ҡаҙан башҡортса ҡазан булһын. бәлки, берәй ғалим кандидатский яҙыр, шунан һуң үҙгәртербеҙ. Шуға әйтәм бит, бүрәттәр беҙгә ҡарағанда бәхетлерәк, тип. Һүҙлектәре лә, энциклопедиялары ла юҡ, 20-се йылдарҙа башҡорттар яңы һүҙҙәр уйлап тапҡан кеүек, үҙҙәре уйлап сығара ла, Терминология комиссияһы аша үткәрә.