Фекерләшеү:Һөйәрғолов Нурмөхәммәт Әлибай улы
Шәһәрбаныу, 2-3 көн элек кенә кемдер был шәхесте яҙҙы: Һөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлибай улы . Alfiya55 (әңгәмә) 00:02, 26 октябрь 2017 )
Һаумыһығыҙ, әйткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Мин аптырап ултырам. Исемен "Сөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлебай улы" тип алғандар. Мәктәптә уны Һөйәрғолов Нурмөхәммәт Әлибаевич тип йөрөттөләр. Кем яҙған икән, исемен дөрөҫләргә ине. Ҡайһы вариант дөрөҫ була икән? Был мәҡәлә яҙған иптәшкә рәхмәт, тик мин уның беҙҙең мәктәптәге эшмәкәрлеген дә яҡтыртырға уйлағайным. --Шәһәрбаныу (әңгәмә) 10:49, 26 октябрь 2017 (UTC)
- Шәһәрбаныу! Тәҡдимдәр: 1) Иғтибарлыраҡ булһағыҙ ине: бығаса яҙылған мәҡәлә өҫтәнә яңыһын төҙөп, үҙегеҙҙең генә түгел, башҡаларҙың да ваҡытын бушҡа сарыф итәһегеҙ. 2) Мәҡәләнең исемен үҙгәртеү сәбәбе уның фекерләшеү битендә (Фекерләшеү:Сөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлебай улы) бик тә аныҡ яҙылған, уның менән танышһағыҙ ине. 3) Сөйәрғоловтың мәктәптәге эшмәкәрлеге хаҡында булған мәҡәләгә (Сөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлебай улы) өҫтәргә генә кәрәк. 4) Һеҙ яңынан башлап ҡуйған Һөйәрғолов Нурмөхәммәт Әлибай улы мәҡәләһе һәм уға ҡағылған ошо фекерләшеү бите тиҙҙән юйыласаҡ, шуға бында артабан яҙыу кәрәкмәй! --Айсар (әңгәмә) 11:32, 26 октябрь 2017 (UTC)
Рәхмәт, уҡыным. Мин яңы яҙыла башлаған мәҡәләне юйып өлгөрмәнем. Нурмөхәмәт Әлибаевичты мәктәптә уҡытҡан сағынан белһәм дә, уның исемен шулай,тип әйтергә ҡушҡанын тәүләп ишетәм. Бәлки шулайҙыр ҙа.--Шәһәрбаныу (әңгәмә) 01:03, 27 октябрь 2017 (UTC)
- Шәһәрбаныу, мәктәптә, бәлки, мөһим тапмағандыр, мәктәптәрҙә ғәҙәттә фамилиялар руссараҡ әйтелә лә ҡуя бит инде. Ә гәзиттә нисек сығыуына битараф булмағандыр, был хаҡта беҙгә планеркала Башҡортостан гәзитенең элекке мөхәррире, Сөйәрғоловтың ауылдашы Кинйәбаев Рәлиф Мөстәҡим улы әйткәйне. Alfiya55 (әңгәмә) 02:19, 27 октябрь 2017 (UTC)