Эстәлеккә күсергә

Феодосия тыуған яҡты өйрәнеү музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Феодосия тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Нигеҙләү датаһы 13 май 1811
Рәсем
Дәүләт  Украина
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Феодосия
Урын Феодосия
Адрес проспект Айвазовского, 11
Рәсми сайт old-museum.org
Карта
 Феодосия тыуған яҡты өйрәнеү музейы Викимилектә

Феодосия тыуған яҡты өйрәнеү музейыФеодосиялағы музей. Айвазовский проспекты, 11 (элекке Ленин проспекты) адресы буйынса урынлашҡан

Феодосияның ҡомартҡылар музейы [[1811 йыл]дың 13 майында Феодосия ҡалаһы башлығы С. М. Броневский тырышлығы арҡаһында асыла.

Европа территорияһында иң боронғо музей учреждениеларының береһе булып тора. Әммә, беренсе музей бинаһы ысын мәғәнәһендә музейға ҡарағанда күберәк ҡомартҡылар һаҡлағысы була. Яйлап ҡомартҡыларҙы һатып алыу, археологик ҡаҙыныуҙар арҡаһында йыйылмалар арта.

Музей Феодосияның үҙәгендә төрөк мәсете территорияһында урынлаша, әммә 1860 йылдар аҙағында Таврия губернаһы властары бинаны лютеран общинаһына тапшыра. 1871 йылда музей коллекцияһын рәссам И.А. Айвазовскийҙың аҡсаһына махсус төҙөлгән музей бинаһына күсерәләр[1][2][3] Музей менән 18 йыл (1900—1917) Людвиг Петрович Колли (1849—1917) етәкселек итә[4]. 1922 йылда күренекле украин сәнғәте академигы А.П.Новицкий ҡыҫҡа ваҡытҡа музей директоры була[5].

1920 йылдар уртаһында архелогик музейҙы И.А. Айвазовскийҙың элекке йортонда урынлаштыралар, унда 1988 йылға тиклем була. Һуңыраҡ Феодосия тыуған яҡты өйрәнеү музейы өсөн элекке балалар табыу йорто (революцияға тиклем «Генуя» ҡунаҡханаһы) XIX — XX быуат архитектура ҡомартҡыһы бирелә.

Феодосия тыуған яҡты өйрәнеү музейы фондында 70 000 ашыу экспонат иҫәпләнә. Музейҙың һигеҙ залында археология ҡомартҡылары ғына түгел, шулай уҡ күп этнографик һәм документаль материалдар, асылмаларҙың иҫке төр коллекциялары, минералдар, гербарийҙар һаҡлана. Боронғо таш плиталарҙың бай коллекция өлөшө асыҡ һауала музейҙың үҙенсәлекле ихатаһында урынлашҡан.

Феодосия мэры В.Шайдеров инициативаһы менән Феодосияның ҡомартҡылар музейын тергеҙеү буйынса мәсьәлә күтәрелгән. Әлеге ваҡытта тикшеренеү эштәре алып барыла, проект өсөн ярты гектар ер бүленгән, башҡарма комитетта аҡса йыйыу өсөн иҫәп асылған.

  1. Гора Митридат. Музей древностей 2016 йыл 11 сентябрь архивланған.
  2. Музей древностей на горе Митридат (Феодосия) В 1925 году музей был перенесен в здание картинной галереи Айвазовского, бывший его дом. В здании музея – часовни на Митридате стала размещаться сейсмическая станция, которую в 1941 году наши минеры взорвали, так как она начала служить удобным ориентиром для фашистских бомбардировщиков, которые как раз над ней разворачивались и летели бомбить порт.
  3. Феодосийский музей древностей 2016 йыл 19 апрель архивланған. (Гора Митридат, с Айвазовской улицы) // В. Д. Гейман. Спутник приезжего. Справочник-путеводитель по Феодосии и окрестностям. Типография Натковича и Виниковича (издано в 1911 году)
  4. О жизненном пути и научной деятельности российского историка швейцарского происхождения Людвига Петровича Колли 2016 йыл 18 апрель архивланған.
  5. Директора (заведующие, хранители) музея 2014 йыл 12 ноябрь архивланған.