Эстәлеккә күсергә

Филиппов Александр Леонидович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Филиппов Александр Леонидович
Тыуған урыны Өфө
Һөнәр төрө журналист, яҙыусы

Филипов Александр Леонидович — журналист, яҙыусы, иҡтисадсы, тарихсы (1974 йылда Өфө ҡалаһында тыуған)

Александр Леонидов — ысын исеме Филиппов Александр Леонидович, 1974 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Билдәле уйлап сығарыусы, конструктор Л. П. Филипповтың һәм гастритты ҡымыҙ менән дауалау фәненә нигеҙ һалыусы Г. В. Филиппованың (Журавлёва) улы.

1991 — Өфө ҡалаһының 39-сы урта мәктәбен,

1996 — Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. Студент йылдарында «Луллубейство-феномен древней истории» (Өфө, БДУ, боронғо тарих кафедраһы, 1996 й.) тигән тарихи монография яҙған.

1997—1999 — Уҡыуын тамамлағандан һуң Эске эштәр ғәскәрендә әрме хеҙмәтен үткән. Запастағы лейтенант. Ырымбур казактары ғәскәрене ғәскәри старшинаһы.

  • 1998 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союздары ағзаһы.
  • 1999 йылдың 1 мартынан Башҡортостан Яҙыусылар Союзының өлкән әҙәби консультанты.
  • 2005 йылдан Рәсәй Яҙусылар союзы ағзаһы
  • РФ электрон Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре Медиа-Союзы ағзаһы.
  • 2013 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы эшмәкәрлеген тәьмин итеү бүлеге начальнигы урынбаҫары.

Уның журналистикалағы тәжрибәһе 1994 йылда «Истоки» республика гәзитендә башлана. Шунан бирле баҫма матбуғатта бер нисә йөҙ мәҡәләһе, очергы, интервьюһы һ.б. донъя күргән. «Известия Башкортостана», «Вечерняя Уфа», «Истоки», «Воскресная газета», «Новой экономическая газета», «Башҡоpтостан уҡытыусыһы», «Һәнәк-Вилы» һ. б. гәзит-журналдары менән хеҙмәттәшлек итә.

«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының 2006 йылғы 3-сө һанында Башҡортостандың Рәсәйгә инеүенә 450 йыл тулыуға арналған юбилей мәҡәләһе донъя күрҙе. Был мәҡәләһендә Александр Леонидов башҡорт ата-бабаларыбыҙҙы федерализмға нигеҙ һалыусылар тип, төплө дәлилләп, аңлатты. "Урал- донъя үҙәге", тип яҙҙы.

1999 йылдан алып 2002 йылға тиклем (БР Яҙыусылар Союзында әҙәби консультнт та булған) «Известия» гәзитенең республика ҡушымтаһы хәбәрсеһе булып эшләй.

«Профсоюзы и экономика» (Мәскәү) журналының, «Экономическая газета» (Мәскәү), «Новая экономическая газета» (Өфө), «Экономика и мы» (Өфө) гәзиттәренең әйҙәүсе эксперт-күҙәтеүсеһе. (Э.Байковым, Г.Садовников, В.Авагян, Т.Савченко, Р.Латипов, Р.Шәрипов һ.б. билдәле ғалимдар менән бергә) Евразия интеграция проблемалары Академияһы — ЕврАПИ-ға нигеҙ һалыусы.

Өфөлә йәшәгәнлектән, бик күп үҙәк гәзит һәм журналдарҙа мәҡәләләре баҫылған. Күп йылдар дауамында «Экономическая газета»ның (Мәскәү ҡалаһы) Башҡортостан буйынса хәбәрсеһе булған, «Профсоюзы и экономика» (Мәскәү ҡалаһы) журналында рубрика алып барған.

Ижтимағи тормоштоң үткер проблемаларына ҡағылған мәҡәләләре, Башҡортостанға бағышланған материалдары Мәскәү ҡалаһында нәшер ителгән «Наш современник», «Дружба народов» журналының махсус һандарында донъя күргән.

«Экономика и Мы» электрон гәзитенең веб-редакторы. «Книжный ларёк» онлайн-нәшриәтенең редколлегия ағзаһы, даими авторы һәм колумнисы. Бик күп нәфис һәм документаль китаптарҙың авторы.

Китаптары, ғилми хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дүрт нәфис китабы нәшер ителгән:

  • «История болезни»(реализм)
  • «Академик мира сего»(фантастика)
  • «Экзистенция»(фантастика)
  • «Песнь об Уруке»(Шумер тураһында тарихи повесть)
  • Революция в России: асимметрия угроз. Сочинение на конкурс «Революция в России: есть ли предпосылки, реальны ли угрозы?»

Иҡтисадта психоцентризм терорияһын — йәғни бөтә иҡтисади процестарҙың да иң тәү сиратта фекер йөрөтөү, аң, ышаныс һәм мәғлүмәт еткереү процестарына буйһонғанлығын — тәҡдим итә. Иҡтисади психоцентризмдан политология өлкәһенә күсеп, коллектив аңдың психик боҙолоуын өйрәнеүсе яңы фәнгә — социопатологияға — мөрәжәғәт итә. А.Леонидов билдәләүенсә, «социопатия — үҙен йөрөтөүселәрҙең тотош быуынын юҡҡа сығарырлыҡ фекерҙәрҙән һәм тәртип торошонан ғибәрәт». 2010 йылдан «Национальная безопасность и социопатологии» тигән журнал сығара (интернет-версияһы ла бар).

Маҡтаулы исемдәре, наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Эске эштәр министрлығының наградаларына, маҡтау ҡағыҙҙарына эйә

Иҡтисад буйынса ике монография авторы: 

  • «Финансы Региона»
  • «IR — искусство привлечения инвестиций» (2007 һәм 2008 йй.).

Ваҡытлы матбуғатта баҫылған

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Александр Леонидов. Дружба навеки./ «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы, 2006 йыл, 3-сө һан, 13-17 б.