Фогтс Берти
Берти Фогтс | ||
Информация | ||
Тулы исеме | Ханс-Хуберт Фогтс | |
Ҡушаматы | Терьер, Мак-Берти[1] | |
Тыуа | 30 декабрь 1946[2][3][4][…] (77 йәш) Бюттген[d], Карст[d], Рейн-Нойс[d], Дюссельдорф[d], Төньяҡ Рейн-Вестфалия, Британская зона оккупации Германии[d] | |
Гражданлығы | ФРГ | |
Буйы | 168 см | |
Клубы | ||
Клубы | карьераһын тамалаған | |
Карьера | ||
Йәштәр клубтары | ||
1954—1965 | Бютген | |
Клуб карьераһы* | ||
1965—1979 | Боруссия (М) | 419 (32) |
Тренер карьераһы | ||
1979—1990 | Германия (21 йәшкә тиклем) | |
1990—1998 | Германия | |
2000—2001 | Байер 04 | |
2001—2002 | Кувейт | |
2002—2004 | Шотландия | |
2007—2008 | Нигерия | |
2008—2014 | Әзербайжан | |
2014 | АҠШ | Ҡалып:Тренер-консультант |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Донъя чемпионаты | ||
Бронза | Мексика 1970 | |
Алтын | ФРГ 1974 | |
Европа чемпионаттары | ||
Алтын | Бельгия 1972 | |
Көмөш | Югославия 1976 | |
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.
| ||
Ханс-Хуберт Фогтс (нем. Hans-Hubert Vogts; 30 декабрь 1946 йыл, Бюттген, Төньяҡ Рейн-Вестфалия), Бери Фогтс булараҡ күберәк билдәле (нем. Berti Vogts) — немец футболсыһы һәм футбол тренеры. ГФР командаһы өсөн сығыш яһай. Донъя чемпионы (1974). Уйынсы (1972) һәм тренер (1996) булараҡ Европа чемпионы.
Клуб карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Берти Фогтс футбодағы юлын 1959 йылда «Бюттген» балалар футбол командаһы составында башлай. Был клуб составында ул 1965 йылда «Боруссия»ға (Менхенгладбах) күскәнгә тиклем сығыш яһай. Был командала уң һаҡсы позицияһында бөтә карьераһын юғары кимәлдә үткәрә. 70-се йылдарҙа ул команданың төп уйынсыларының береһе була. Уйын сифаты өсөн Фогтс «Терьер»ҡушаматы ала. Карьераһында биш тапҡыр Германия чемпионы була, бер тапҡыр ил кубогын һәм ике тапҡыр УЕФА кубогын яулай. Карьераһында Берти Фогтс 419 уйын үткәрә, Германия чемпионатында 32 туп индерә. Шулай уҡ уның иҫәбендә Еврокубоктарҙа 64 уйын һәм 8 гол.
Уйынсы карьераһын Фогтс 1979 йылда тамамлай.
Йыйылма командалағы карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Берти Фогтс ГФР юниор йыйылма командаһы өсөн 9 уйын уйнай, 23 йәшкә тиклем ГФР йыйылма командаһы өсөн — 3, Германияның беренсе йыйылма командаһы өсөн 96 уйын уйнай. Немец футболы тарихында йыйылма команда өсөн уйнаған матчтар иҫәбе буйынса лидер булып тора. 20 матчта капитан булып сыға. Мальта командаһына ҡаршы уйында берҙән-бер голды башы менән индерә. 1974 йылда Берти Фогтс, финалда Голландияның алдынғы уйынсыһы Йохан Кройфты ҡаплап, футбол буйынса донъя чемпионы була.
Тренер карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уйын карьераһы тамамланғандан һуң, Фогст илдең йәштәр йыйылма командаһында тренер булып эшләй башлай. 1986 йылда ул параллель рәүештә беренсе йыйылма командала баш тренер ассистенты функцияһын үтәй, ә 1990 йылдарҙа Германия йыйылма командаһын етәкләй. 1996 йылда Германияны Англияла үткән Европа чемпионатында еңеүгә килтерә. Баш тренер вазифаһын 1998 йылғы донъя чемпионатынан һуң, Германия сирек финалда Хорватия командаһынан сенсациялы тар-мар ителгәндән һуң ҡалдыра. 1996 йылда халыҡ-ара футбол федерацияһы футбол тарихында һәм статистикаһында яңы приз — милли йыйылма команда тренерҙары араһында планетаның иң яҡшы тренеры титулын булдыра. Уның беренсе эйәһе немец Берти Фогтс була.
2000 йылдың ноябрендә Фогтс Леверкузендың «Байер 04» командаһын етәкләй. 2001 йылдың майында ул, команда Чемпиондар лигаһында уңышлы сығыш яһауға ҡарамаҫтан, вазифаһынан бушатыла. Шул уҡ йылдың авгусында ул Кувейт йыйылма командаһын етәкләй, әммә ярты йылдан был вазифаны ҡалдыра һәм Шотландияның милли командаһын ҡабул итә. Был вазифала 2004 йылдың октябренә тиклем эшләй. Команда һөҙөмтәгә өлгәшә алмай һәм Молдова командаһы менән тигеҙ иҫәпкә уйнағандан һуң, ул отставкаға китергә мәжбүр була. Рәсәй спорт журналисы Игорь Рабинер һүҙҙәре буйынса, Шотландияла әлегәсә Фогст тураһында «ҡоттары осоп» һөйләйҙәр[5].
2007 йылдың 15 ғинуарында Берти Фогтс Нигерия командаһының баш тренеры Эгуавон Агустинды алмаштыра. 2008 йылдың апрелендә Әзербайжан йыйылма командаһының баш тренеры Геко Хаджиевский урынына килә. 2014 йылғы Донъя чемпионаты ваҡытында АҠШ командаһына Юрген Клинсманндың кәңәшсеһе булп килә. Уның вазифаһына күнекмәләр планын эшләү, скауттар отчетын әҙерләү һәм Бразилияла турнир буйынса дәғүәселәренең уйынынҡарау була[6]. 2014 йылдың 17 октябрендә Берти Фогтс Әзербайжан йыйылма командаһынан китә[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ефим Шаинский. С Уэльсом нас! «Спорт-Экспресс» (14 октябрь 2003). Дата обращения: 20 ноябрь 2011.
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Berti Vogts // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
- ↑ Berti Vogts // Discogs (ингл.) — 2000.
- ↑ Рабинер И. Наша футбольная Russia. — М., 2008. — С. 97.
- ↑ Берти Фогтс назначен консультантом Клинсманна в сборной США 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Берти Фогтс покинул сборную Азербайджана
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Легенды кубка мира
- Профиль тренера Берти Фогтса на сайте fussballdaten.de
- Профиль игрока Берти Фогтса на сайте fussballdaten.de
- Профиль Берти Фогтса на сайте weltfussball.de
- Профиль тренера Берти Фогтса на сайте dfb.de
- Профиль игрока Берти Фогтса на сайте dfb.de
- Статистика Берти Фогтса на сайте National-football-teams