Футбол буйынса донъя чемпионаты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Футбол буйынса донъя чемпионаты
ингл. FIFA World Cup
Нигеҙ һалына

1930; 94 йыл элек (1930)

Ҡатнашыусылар һаны

48

Бәйле турнирҙар

Конфедерациялар Кубогы

Ғәмәлдәге еңеүсе

Аргентина Аргентина (3 титул)

Иң титуллы

Бразилия Бразилия (5 титул)

Сайт

https://www.fifa.com/worldcup/

Донъя чемпионаты 2026

К:Проект:Футбол:Последняя правка в 2024 годуК:Проект:Футбол:Последняя правка в текущем месяце

Футбол буйынса донъя чемпионаты, рәсми — ФИФА́-ның донъя Ку́богы (от ингл. FIFA World Cup), йыш ҡына Футбол буйынса донъя Ку́богы, ФИФА-ның донъя чемпиоаты, мундиа́ль (от исп. Copa Mundial de Fútbol) тип атала — халыҡ-ара футбол ярыштары. Донъя чемпионатын ФИФА үткәрә, унда ФИФА ағзаһы булған илдәрҙең ирҙәр йыйылма командалары ҡатнаша ала.

Донъя чемпионатының финал турнирҙары, Олимпия уйындары кеүек үк, дүрт йылға бер үткәрелә, әммә төбәк турнирҙарын иҫәпкә алһаң, һәр мундиаль өс йылдан ашыу дауам итә. Чемпионаттың һайлап алыу ярыштарында 200-ҙән ашыу команда ҡатнаша. Чемпионаттың финал турнирында 48 команда (2026 йылдан алып; 1998—2022 йылдарҙа — 32 йыйылма) ҡатнаша: һайлап алыу турниры йомғаҡтары буйынса ошондай хоҡуҡҡа эйә булған 47 командаға тиклем һәм (1938 йылдан) ҡабул итеүсе илдең йыйылма командаһы йәки ҡабул итеүсе илдәрҙең бер нисә командаһы.

Футбол буйынса донъя чемпионатының финал өлөшө ҙур аудитория йыя һәм бөтә донъяла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Мәҫәлән, 2022 йылда финалды 1,5 миллиардтан ашыу тамашасы ҡарай, ә турнирҙың дөйөм аудиторияһы бөтә донъя буйынса көйәрмәндәр һаны 4 миллиардтан артып китә.

Үҙенең бер быуатлыҡ тарихында донъя чемпионаты Австралиянан тыш бөтә ҡитғаларҙа ла уҙғарыла, әммә донъя чемпиондары исеменә Көньяҡ Америка һәм Европаның йыйылма командалары ғына лайыҡ була.

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Донъя чемпионаттары тарихында 8 ил генә чемпион исеменә лайыҡ була. Иң күп титулға Бразилия эйә — Донъя кубогын биш тапҡыр яулай. Италия һәм Германия — дүрт, Аргентина — өс, Уругвай һәм Франция — ике, ә Англия һәм Испания беренселектә бер тапҡыр еңеү яулай.

Пеле — (1958, 1962 һәм 1970 чемпионаттарында) өс тапҡыр донъя чемпионы. Тағы ла 20 уйынсы ике тапҡыр чемпион була (башлыса бразилиялылар (1958 һәм 1962 чемпионаттарында — 13, икеһе 1994 һәм 2002 чемпионаттарҙа), шулай уҡ Италия йыйылма командаһының дүрт уйынсыһы (1934 һәм 1938 чемпионаттарҙа) һәм Аргентина йыйылма командаһынан бер уйынсы (1978 һәм 1986 чемпионаттарҙа).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе халыҡ-ара ярыштар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Донъя чемпионаты футбол буйынса донъя тарихында беренсе футбол ярышы түгел. Һәүәҫкәр футбол 1908 йылдан Олимпия уйындары программаһына инә.

1909 йылда сэр Томас Липтон Туринда турнир ойоштора, һуңынан ул «Иң беренсе донъя чемпионаты» тип атала.

Олимпия уйындарында төрлө илдәрҙән футболсылар ҡатнаша алған футбол турниры берҙән-бер рәсми халыҡ-ара ярыштар була. Профессиональ һәм һәүәҫкәр уйын кимәле араһындағы айырманың йылдам үҫеүе сәбәпле ФИФА-ны донъя чемпионаты ойошторорға ҡарар итә.

1926 йылда ФИФА конгресында ФИФА башҡарма комитеты комиссия ойоштора һәм уға донъя чемпионатын ойоштороу мөмкинлеген өйрәнеү бурысын йөкмәтә. ФИФА Конгресы Донъя чемпионаты тураһындағы һуңғы ҡарарҙы Амстердамда 1928 йылдың 28 майында ҡабул итә.

Беренсе чемпионат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике Олимпия уйындарында еңеү яулаған Уругвай — футбол буйынса донъя чемпионатының беренсе ҡабул итеүсе ил[1].

Башта донъя чемпионатын үткәреүгә биш ил: Италия, Испания, Швеция, Нидерланд һәм Уругвай дәғүә итә. Күпселек Уругвай өсөн тауыш бирә. Уругвай федерацияһы ФИФА-ның бөтә финанс шарттарын үтәргә вәғәҙә бирә.

Сентенарио — Беренсе донъя чемпионытын ҡабул итеүсе стадион

Әммә Уругвайҙы турнир аренаһы итеп һайлау ойоштороусыларға ауырлыҡтар тыуҙыра: Европанан Уругвайға барыу оҙайлы һәм ҡиммәткә төшә, турнир башланырҙан ике ай алда Европаның бер федерацияһы ла үҙенең командаһын чемпионға ебәрергә планлаштырмай[1]. Риме Жюль дүрт Европа командаһын: Франция, Бельгия, Румыния һәм Югославия йыйылмаларын турнирҙа ҡатнашыуға йәлеп итә ала.

Турнирҙа бөтәһе 13 команда ҡатнаша — етеһе Көньяҡ Американан, дүртәүһе Европанан һәм икәүһе Төньяҡ Американан. 13 команда дүрт төркөмгә бүленә. Төркөм еңеүселәре ярымфиналға сыға.

Турнир финалында Көньяҡ Американың ике командаһы осраша: Монтевидеолағы «Сентенарио» стадионында 93 000 тамашасы алдында Уругвай йыйылма командаһы, Аргентинаны 4:2 иҫәбе менән еңеп, беренсе донъя чемпионы була.

Ҡатнашыусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп мәҡәлә: Футбол буйынса донъя чемпионаты (командаларҙың ҡатнашыу статистикаһы)

2018 йылдың июненә ҡарата, донъя чемпионаттарының 21 финал турнирында дөйөм алғанда ФИФА-ның 211 ағзаһынан 78-е йыйылма команда, шулай уҡ хәҙер булмаған 5 йыйылма (курсив менән бирелә) ҡатнаша. Бразилия — бөтә донъя чемпионаттарында ҡатнашҡан берҙән-бер йыйылма команда. Таблицала йыйылма командаларҙың хәҙерге исемдәре (әлеге ваҡытта булмағандарҙың һуңғы чемпионаттағы исемдәре) һәм конфедерациялар буйынса бүленеше күрһәтелгән, чемпион дәрәжәһе иҫәбе йондоҙҙар менән күрһәтелгән.

Европа (УЕФА) — 33 команда һәм 5 юҡҡа сыҡҡан

Африка (КАФ) — 13 команда

Азия (АФК) — 12 команда

Төньяҡ Америка (КОНКАКАФ) — 11 команда

Көньяҡ Америка (КОНМЕБОЛ) — 9 команда

Океания (ОФК) — 1 команда

Һөҙөмтәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Футбол буйынса бөтә донъя чемпионаттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыл Үткәрелеү
урыны
Финалсылар Ярымфиналсылар
Чемпион Иҫәп 2-се урын 3-сө урын Иҫәп 4-се урын
1930 Уругвай Уругвай Уругвай
Уругвай
4:2 Аргентина
Аргентина
Флаг США (48 звёзд)
АҠШ
(1) Югославия флагы (1918—1945)
Югославия
1934 Королевство Италия (1861—1946) Италия короллеге Королевство Италия (1861—1946)
Италия
2:1
өҫтәлмә ваҡыт
Чехия
Чехословакия
Германия флагы (1933—1935)
Германия
3:2 Австрия
Австрия
1938 Франция Франция Королевство Италия (1861—1946)
Италия
4:2 Венгрия флагы (1919—1946)
Венгрия
Бразилия (1889-1960)
Бразилия
4:2 Швеция флагы
Швеция
1942 Икенсе донъя һуғышы арҡаһында үткәрелмәй
1946 Икенсе донъя һуғышы эҙемтәләре арҡаһында үткәрелмәй
1950 Бразилия Бразилия Уругвай
Уругвай
2:1(2) Бразилия (1889-1960)
Бразилия
Швеция флагы
Швеция
3:1(2) Испания флагы (1945—1977)
Испания
1954 Швейцария Швейцария Германия флагы
ФРГ
3:2 Венгрия флагы (1949—1956)
Венгрия
Австрия
Австрия
3:1 Уругвай
Уругвай
1958 Швеция Швеция Бразилия (1889-1960)
Бразилия
5:2 Швеция флагы
Швеция
Франция флагы
Франция
6:3 Германия флагы
ФРГ
1962 Чили Чили Бразилия флагы (1960—1968)
Бразилия
3:1 Чехия
Чехословакия
Чили
Чили
1:0 Югославия флагы (1945—1991)
Югославия
1966 Англия Англия Англия флагы
Англия
4:2
өҫтәлмә ваҡыт
Германия флагы
ФРГ
Португалия
Португалия
2:1 СССР ылагы
СССР
1970 Мексика Мексика Бразилия флагы (1968—1992)
Бразилия
4:1 Италия флагы
Италия
Германия флагы
ФРГ
1:0 Уругвай
Уругвай
1974 Германия Федератив Республикаһы ФРГ Германия флагы
ФРГ
2:1 Нидерландтар
Нидерланд
Польша
Польша
1:0 Бразилия флагы (1968—1992)
Бразилия
1978 Аргентина Аргентина Аргентина
Аргентина
3:1
өҫтәмә ваҡыт
Нидерландтар
Нидерланд
Бразилия флагы (1968—1992)
Бразилия
2:1 Италия флагы
Италия
1982 Испания Испания Италия флагы
Италия
3:1 Германия флагы
ФРГ
Польша
Польша
3:2 Франция флагы
Франция
1986 Мексика Мексика Аргентина
Аргентина
3:2 Германия флагы
ФРГ
Франция флагы
Франция
4:2
өҫтәмә ваҡыт
Флаг Бельгии
Бельгия
1990 Италия Италия Германия флагы
ФРГ
1:0 Аргентина
Аргентина
Италия флагы
Италия
2:1 Англия флагы
Англия
1994 Америка Ҡушма Штаттары АҠШ Бразилия
Бразилия
0:0
(3:2 пен)
Италия флагы
Италия
Швеция флагы
Швеция
4:0 Флаг Болгарии
Болгария
1998 Франция Франция Франция флагы
Франция
3:0 Бразилия
Бразилия
Хорватия
Хорватия
2:1 Нидерландтар
Нидерланд
2002 Корея Республикаһы Корея Республикаһы
Япония Япония
Бразилия
Бразилия
2:0 Германия флагы
Германия
Флаг Турции
Төркиә
3:2 Корея Республикаһы флагы

Корея Республикаһы

2006 Германия Германия Италия флагы
Италия
1:1
(5:3 пен)
Франция флагы
Франция
Германия флагы
Германия
3:1 Португалия
Португалия
2010 Көньяҡ Африка Республикаһы КАР Испания
Испания
1:0
өҫтәлмә ваҡыт
Нидерландтар
Нидерланд
Германия флагы
Германия
3:2 Уругвай
Уругвай
2014 Бразилия Бразилия Германия флагы
Германия
1:0
өҫтәлмә ваҡыт
Аргентина
Аргентина
Нидерландтар
Нидерланд
3:0 Бразилия
Бразилия
2018 Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы Франция флагы
Франция
4:2 Хорватия
Хорватия
Флаг Бельгии
Бельгия
2:0 Англия флагы
Англия
2022 Катар Катар Аргентина
Аргентина
3:3
(4:2 пен)
Франция флагы
Франция
Хорватия
Хорватия
2:1 Флаг Марокко
Марокко
2026 Канада Канада
Мексика Мексика
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
2030 Испания Испания
Португалия Португалия
Марокко Марокко
Уругвай Уругвай
Аргентина Аргентина
Парагвай Парагвай
2034 Сәғүд Ғәрәбстаны Сәғүд Ғәрәбстаны
1 — 1930 йылда өсөнсө урын өсөн матч үткәрелмәй. Югославия һәм АҠШ ярымфиналда Уругвай һәм Аргентинанан бер үк 6-1 иҫәбе менән еңелә. Әммә ФИФА бөтә чемпионатта сығыш яһау һөҙөмтәләре буйынса АҠШ йыйылма командаһына өсөнсө урын, ә Югославия йыйылма командаһын дүртенсе урын тапшыра.
2 — 1950 йылда рәсми финал матчы үткәрелмәй, сөнки тәүге урындарҙың яҙмышы дүрт команданың һуңғы төркөм этабында хәл ителә. Әммә Уругвай һәм Бразилия йыйылма командалары араһындағы һуңғы раунд матчы ысынбарлыҡта финал булып сыға, сөнки нәҡ был уйында 2:1 иҫәбе менән еңеп, Уругвай финал төркөмөндә беренсе урын ала һәм чемпион титулын яулай. Швеция менән Испания араһындағы матчта шведтар 3:1 иҫәбе менән еңә һәм өсөнсө урынға сыға.

Донъя чемпионаттары тарихында иң яҡшы бомбардирҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түңәрәк йәйәләрҙә уйынсы уйнаған, әммә туп индермәгән, квадрат йәйә менән уйынсы составта булған, әммә майҙанға сыҡмаған турнирҙар күрһәтелгән.

Мирослав Клозе — донъя чемпионаттары тарихында иң яҡшы бомбардир (16)
Футболсы Команда Голдар Матчтар Уртаса Турнирҙар
1 Мирослав Клозе Германия Германия 16 24 0,67 2002, 2006, 2010, 2014
2 Роналдо Бразилия Бразилия 15 19 0,79 [1994], 1998, 2002, 2006
3 Герд Мюллер Германия Федератив Республикаһы ФРГ 14 13 1,08 1970, 1974
4 Жюст Фонтен Франция Франция 13 6 2,17 1958
Лионель Месси Аргентина Аргентина 26 0,50 2006, (2010), 2014, 2018, 2022
6 Пеле Бразилия Бразилия 12 14 0,86 1958, 1962, 1966, 1970
Килиан Мбаппе Франция Франция 14 0,86 2018, 2022
8 Шандор Кочиш Венгрия Венгрия 11 5 2,20 1954
Юрген Клинсман Германия Федератив Республикаһы ФРГ
Германия Германия
17 0,65 1990, 1994, 1998
10 Хельмут Ран Германия Федератив Республикаһы ФРГ 10 10 1,00 1954, 1958
Гари Линекер Англия Англия 12 0,83 1986, 1990
Габриэль Батистута Аргентина Аргентина 12 0,83 1994, 1998, 2002
Теофило Кубильяс Перу Перу 13 0,77 1970, 1978, (1982)
Томас Мюллер Германия Германия 19 0,53 2010, 2014, (2018), (2022)
Гжегож Лято Польша Польша 20 0,50 1974, 1978, 1982

Донъя чемпионаттары финал уйындарының иң яҡшы бомбардирҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

4 туп 3 мяча
2 мяча

Уйналған матчтар һаны буйынса лидерҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лионель Месси — 26 матчта уйнаусы
2022-12-18 торошло
Футболсы Команда Матчтар Турнирҙар
1 Лионель Месси Аргентина Аргентина 26 2006, 2010, 2014, 2018, 2022
2 Лотар Маттеус Германия Федератив Республикаһы ФРГ
Германия Германия
25 1982, 1986, 1990, 1994, 1998
3 Мирослав Клозе Германия Германия 24 2002, 2006, 2010, 2014
4 Паоло Мальдини Италия Италия 23 1990, 1994, 1998, 2002
5 Криштиану Роналду Португалия Португалия 22 2006, 2010, 2014, 2018, 2022
6 Уве Зеелер Германия Федератив Республикаһы ФРГ 21 1958, 1962, 1966, 1970
Владислав Жмуда Польша Польша 1974, 1978, 1982, 1986
Диего Марадона Аргентина Аргентина 1982, 1986, 1990, 1994
9 Гжегож Лято Польша Польша 20 1974, 1978, 1982
Кафу Бразилия Бразилия 1994, 1998, 2002, 2006
Филипп Лам Германия Германия 2006, 2010, 2014
Бастиан Швайнштайгер Германия Германия 2006, 2010, 2014
Хавьер Маскерано Аргентина Аргентина 2006, 2010, 2014, 2018

Йыйылма команда сығыштары статистикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түбәндә ярымфиналға сыҡҡан командалар статистикаһы килтерелә. Олимпия турниры сиктәрендә футбол буйынса ярыштары 1924 һәм 1928 йылдарҙа үткәрелгән тәүге ике донъя чемпионаты иҫәпкә алынмай.

Команда чемпион
титулдары
Донъя чемпионы
(* — донъя чемпионаты хужаларын)
2-се урын
(* — донъя чемпионаты хужаларын)
3-сө урын
(* — донъя чемпионаты хужаларын)
4-се урын¹
(* — донъя чемпионаты хужаларын)
Бразилия Бразилия 5 1958, 1962, 1970, 1994, 2002 2 (1950*, 1998) 2 (1938, 1978) 2 (1974, 2014*)
Германия Германия 4 1954, 1974*, 1990, 2014 4 (1966, 1982, 1986, 2002) 4 (1934, 1970, 2006*, 2010) 1 (1958)
Италия Италия 1934*, 1938, 1982, 2006 2 (1970, 1994) 1 (1990*) 1 (1978)
Аргентина Аргентина 3 1978*, 1986, 2022 3 (1930, 1990, 2014)
Франция Франция 2 1998*, 2018 2 (2006, 2022) 2 (1958, 1986) 1 (1982)
Уругвай Уругвай 1930*, 1950 - - 3 (1954, 1970, 2010)
Англия Англия 1 1966* - - 2 (1990, 2018)
Испания Испания 2010 - - 1 (1950)
Нидерланд Нидерланд - - 3 (1974, 1978, 2010) 1 (2014) 1 (1998)
Чехословакия Чехословакия - - 2 (1934, 1962) - -
Венгрия Венгрия - - 2 (1938, 1954) - -
Швеция Швеция - - 1 (1958*) 2 (1950, 1994) 1 (1938)
Хорватия Хорватия - - 1 (2018) 2 (1998, 2022) -
Польша Польша - - - 2 (1974, 1982) -
Австрия Австрия - - - 1 (1954) 1 (1934)
Португалия Португалия - - - 1 (1966) 1 (2006)
Бельгия Бельгия - - - 1 (2018) 1 (1986)
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ - - - 1 (1930) -
Чили Чили - - - 1 (1962*) -
Төркиә Төркиә - - - 1 (2002) -
Югославия Югославия - - - - 2 (1930, 1962)
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР - - - - 1 (1966)
Болгария Болгария - - - - 1 (1994)
Корея Республикаһы Корея Республикаһы - - - - 1 (2002*)
Марокко Марокко - - - - 1 (2022)

¹ 1930 йылда — ярымфиналсылар

Донъя кубогын яулаған һигеҙ команданың 6-һы турнир хужалары булараҡ быға еңә. Донъя чемпионатында еңгән, әммә үҙ илендә уңышҡа өлгәшмәгән йыйылмалар — Бразилия, ул 1950 йылда Уругвай йыйылмаһынан, ә 2014 йылда — Германия йыйылмаһынан ярымфиналында еңелә, шулай уҡ был иҫәпкә Испания ла инә. Англия йыйылма командаһы чемпион титулына тик «өйҙәге» донъя чемпионатында ғына өлгәшә. Чемпион булмаған башҡа командалар йыш ҡына «өйөндәге» чемпионаттарҙа тарихтағы иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтә (Швеция 1958 йылда — 2-се урын, Чили 1962 йылда — 3-сө урын, Мексика 1970 һәм 1986 йылдарҙа — сирекфинал, 2002 йылда Корея һәм Япония Республикаһы — 4-се урын һәм 1/8 финал, Рәсәй 2018 йылда — сирекфиналда; Швейцария 1954 йылда үҙенең иң яҡшы һөҙөмтәһен ҡабатлай — 1/4 финал; 1938 йылда Францияның 1/4 финалы һәм 1950 йылда Бразилияның икенсе урыны ла шул ваҡыттағы иң яҡшы һөҙөмтә була).

Донъя чемпионаттарында ҡатнашыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Донъя чемпионаттарының финал турнирҙарында бөтәһе 78 илдең йыйылмаһы ҡатнаша. Түбәндә донъя чемпионатының финал өлөшөнә иң күп сығыш яһаусы командалар һанап үтелә:

Чемпионатта
ҡатнашыуҙар
Йыйылма
22 Бразилия Бразилия
20 Германия Германия
18 Италия Италия
Аргентина Аргентина
17 Мексика Мексика
16 Англия Англия
Франция Франция
Испания Испания
14 Уругвай Уругвай
Бельгия Бельгия
  • Бразилия һәм Германия һайлап алыу турнирҙарының береһендә лә еңелмәй (Германия чемпионатта ике тапҡыр, 1930 һәм 1950 йылдарҙа ҡатнашмай). Италия ике, Аргентина бер һайлап алыу турнирында еңелә (Италия өс, Аргентина дүрт чемпионатта ҡатнашмай).

Чемпионат үткәреү урынын һайлау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чемпионат Ойоштороусы ил Үткәреү датаһы һәм урыны Кандидаттар[8]
1930 Уругвай Уругвай 18 май 1929, Барселона Венгрия Венгрия, Италия Италия, Испания Испания, Нидерланд Нидерланд, Швеция Швеция
1934 Италия Италия 9 октябрь 1932, Стокгольм Швеция Швеция
1938 Франция Франция 13 август 1936, Берлин Аргентина Аргентина, Өсөнсө рейх Өсөнсө рейх
1942[9] Турнир үткәрелмәй Аргентина Аргентина, Бразилия Бразилия, Өсөнсө рейх Өсөнсө рейх
1946[10] -
1950 Бразилия Бразилия 26 июль 1946, Люксембург -
1954 Швейцария Швейцария
1958 Швеция Швеция 23 июнь 1950, Рио-де-Жанейро
1962 Чили Чили 10 июнь 1956, Лиссабон Аргентина Аргентина, Германия Федератив Республикаһы ФРГ
1966 Англия Англия 22 август 1960, Рим Германия Федератив Республикаһы ФРГ, Испания Испания
1970 Мексика Мексика 8 октябрь 1964, Токио Аргентина Аргентина
1974 Германия Федератив Республикаһы ФРГ 6 июль 1966, Лондон Испания Испания
1978 Аргентина Аргентина Мексика Мексика
1982 Испания Испания Германия Федератив Республикаһы ФРГ
1986 Колумбия Колумбия[11] 9 июнь 1974, Стокгольм -
Мексика Мексика 20 май 1983, Цюрих Канада Канада, Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
1990 Италия Италия 19 май 1984, Цюрих Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР, Англия Англия, Греция Греция
1994 Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 4 июль 1988, Цюрих Бразилия Бразилия, Марокко Марокко
1998 Франция Франция 1 июль 1992, Цюрих Марокко Марокко, Швейцария Швейцария
2002 Корея Республикаһы Корея Республикаһы/Япония Япония 31 мая 1996, Цюрих Мексика Мексика
2006 Германия Германия 7 июль 2000, Цюрих Англия Англия, Марокко Марокко, Көньяҡ Африка Республикаһы КАР, Бразилия Бразилия
2010 Көньяҡ Африка Республикаһы КАР 15 май 2004, Цюрих Мысыр Мысыр, Марокко Марокко, Ливия Ливия/Тунис Тунис
2014 Бразилия Бразилия 30 октябрь 2007 -
2018 Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы 2 декабрь 2010, Цюрих Англия Англия, Бельгия Бельгия/Нидерланд Нидерланд, Испания Испания/Португалия Португалия, Австралия Австралия, Мексика Мексика, Америка Ҡушма Штаттары АҠШ, Япония Япония
2022 Катар Катар Австралия Австралия, Америка Ҡушма Штаттары АҠШ, Корея Республикаһы Корея Республикаһы, Япония Япония, Англия Англия, Бельгия Бельгия/Нидерланд Нидерланд, Индонезия Индонезия, Испания Испания/Португалия Португалия, Мексика Мексика, Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
2026 Канада Канада/Мексика Мексика/Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 13 июнь 2018, Мәскәү Марокко Марокко
2030 Основные: Испания Испания/Португалия Португалия/Марокко Марокко
Почётные: Уругвай Уругвай/Аргентина Аргентина/Парагвай Парагвай
4 октябрь 2023 Чили Чили, Украина Украина, Греция Греция/Мысыр Мысыр/Сәғүд Ғәрәбстаны Сәғүд Ғәрәбстаны
2034 Сәғүд Ғәрәбстаны Сәғүд Ғәрәбстаны 31 октября 2023 Ҡытай Ҡытай, Индонезия Индонезия/Малайзия Малайзия/Сингапур Сингапур/Таиланд Таиланд/Вьетнам Вьетнам, Австралия Австралия, Зимбабве Зимбабве, Мысыр Мысыр, Нигерия Нигерия, Үзбәкстан Үзбәкстан, Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан
2038 Ҡытай Ҡытай, Гана Гана

Әлеге ваҡытта киләһе донъя чемпионатын үткәреү урынын ФИФА Башҡарма комитеты ағзаларытауыш биреү юлы менән турнирға тиклем кәмендә 6 йыл ҡалғас билдәләй. 2010 йылғы донъя чемпионатын үткәреү урыны 2004 йылда, 2007 йылда 2014 йылғы донъя чемпионатын, 2018 һәм 2022 йылғы донъя чемпионаттарын үткәреүселәре асыҡлана.

1930 йылдан алып 1998 йылға тиклем бөтә донъя чемпионаттары йә Европала, йә Америкала үтә. 1934—1938 һәм 1954—1958 йылдарҙа Европала чемпионат рәттән уҙа. 1958 йылдан һуң ярышты сиратлап: бер чемпионатты Европала, икенсеһен Америкала үткәрергә ҡарар ителә.

1982 йылда донъя чемпионаты Испанияла үткәрелә, шул ваҡыттан алып футбол мөхитендә, ниндәй илдә үтеүенә ҡарамаҫтан[12], был турнирҙы ҡайһы берҙә испанса «мундиаль» тип атайҙар (был һүҙ «донъя, донъя чемпионаты» тигәнде аңлата).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Уругвай 1930 2006 йыл 26 апрель архивланған. Официальный сайт чемпионата мира ФИФА.
  2. В 1954—1990 представляла Западную Германию
  3. Участвовал в 1970 как член АФК
  4. Участвовала в 1998 как Союзная Республика Югославия и в 2006 как Сербия и Черногория
  5. Участвовала в 1974 как Заир
  6. Участвовала в 1974 как член ОФК и в 2010 как член АФК. Отбор ЧМ-2006 прошла как член ОФК, но к финальному турниру перешла в АФК
  7. Участвовала в 1938 как Нидерландская Ост-Индия
  8. Курсивом выделены кандидатуры, снявшиеся до выборов
  9. Турнир отменён в связи с продолжавшейся Второй мировой войной. Выборы страны-организатора не состоялись
  10. Турнир не проводился в связи с мировым упадком и экономическим кризисом, вызванным от последствий Второй мировой войны
  11. 5 ноября 1982 Колумбия объявила об отказе от проведения чемпионата мира
  12. http://old.iz.com.ua(недоступная ссылка) — газета «Индустриальное Запорожье»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]