Эстәлеккә күсергә

Мюллер Герд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡалып:Другие ФИО

Футбол
Футбол
Герд Мюллер
Информация
Тулы исеме Герхард Мюллер
Ҡушаматы Bomber der Nation (Бомбардир нации), Kleines dickes Müller (Маленькое толстое Мюллер) (sic!)
Тыуа 3 ноябрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1][2][3]
Нёрдлинген[d], Швабия[d], Бавария, Американская зона оккупации Германии[d][1]
Вафат 15 август 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[4] (75 йәш)
Вольфратсхаузен[d], Бад-Тёльц-Вольфратсхаузен[d], Верхняя Бавария[d], Бавария, Германия
Гражданлығы
Буйы 176 см
Карьера
Йәштәр клубтары
1960—1963 Германия флагы ТСВ 1861
Клуб карьераһы*
1963—1964 Германия флагы ТСВ 1861 31 (51)
1964—1979 Германия флагы Бавария 453 (398)
1979—1981 АҠШ флагы Форт-Лодердейл Страйкерс 80 (40)
1963—1981 Йәмғеһе 564 (489)
Йыйылма командаһы**
1966 Германия флагы ГФР (23 йәшкә тиклем) 1 (1)
1966—1974 Германия флагы ГФР 62 (68)
Тренер карьераһы
1992—2014 Германия флагы Бавария II асс. тр.
Халыҡ-ара миҙалдары
Донъя чемпионаты
Бронза Мексика 1970
Алтын ФРГ 1974
Европа чемпионаттары
Алтын Бельгия 1972

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.

** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе.

Герхард Мюллер (нем. Gerhard "Gerd" Müller, немецкое произношение: [ˈmʏlɐ ˈɡɛɐt]; 3 ноябрь 1945, Нёрдлинген — 15 август 2021) — Көнбайыш Германия футболсыһы, донъя һәм Европа чемпионы, өс тапҡыр Европа чемпиондары кубогы эйәһе. Мюнхендың «Бавария» һәм ФРГ йыйылма командаһы өсөн һөжүмсе позицияһында уйнай. Футбол тарихында иң яҡшы һөжүм итеүселәрҙең береһе.

Герд Мюллер 1945 йылдың 3 ноябрендә немец ҡалаһы Нердлингенда тыуа. Атаһы Хайнрих Мюллер йөк машинаһы водителе булып эшләй, әсәһе Каролина (ҡыҙ фамилияһы Юнг) хужабикә була[5]. Герд — ғаиләләге алты баланың иң кесеһе.

Мюллер алты йәшендә футбол уйнай башлай һәм был шөғөл менән ныҡ мауыға. Атаһы вафат булғандан һуң ун биш йәшендә уға мәктәпте ташлап, ситса твуҡыу фабрикаһында эшләргә тура килә. Әммә барлыҡ буш ваҡытын ул яратҡан шөғөлөнә бағышлай[5].

Профессиональ футбол карьераһын Мюллер 1960 йылда «ТСВ 1861» клубында башлай. 1964 йылда төбәк лигаһының Көньяҡ зонаһында сығыш яһаған «Бавария»ға күсә. Командала Гердтың партнерҙары буласаҡ футбол йондоҙҙары Франц Бекенбауэр һәм Зепп Майер була. Бер миҙгелдән һуң клуб Бундеслигаға сыға һәм башҡа бер ваҡытта ла ошо кимәлдән төшмәй.

«Баварияла» Мюллер 1960—1970 йылдар Европа футболының барлыҡ тикрлек трофейҙарын яулай. Был бөтә еңеүҙәрҙә Герд үҙе мөһим роль уйнай. Бундеслиганың 427 матчында 365 гол индерә (икенсе урында барған Клаус Фишерҙан 97-гә күберәк). Бынан тыш, Мюллер Еврокубоктарҙың шәхсән рекордсыһы була: 77 уйында 69 гол индерә (2010 йылдың 20 октябрендә был рекордты испан Рауль уҙып китә). Шулай уҡ Герд 1970/71 йылдар миҙгелендәге Йәрминкәләр кубогындаете гол индерә, әммә был турнир УЕФА эгидаһы аҫтында үткәрелмәй.

1979 йылда Мюллер АҠШ-ҡа китә, унда Төньяҡ Америка футбол лигаһы өсөн сығыш яһаған «Форт-Лодердейл Страйкерс» клубы өсөн өс миҙгел уйнай һәм 40 туп индерә, шулай уҡ 1980 йылда Соккер Боул финалисы була. Унда «Страйкерс» «Нью-Йорк Космосҡа» 3:0 иҫәбенә еңелә.

Йыйылма командалағы карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ГФР йыйылма командаһы өсөн Мюллер 1966 йылда сығыш яһай башлай. Бөтәһе 68 матчта 62 туп индерә. Мюллер индергән голдары ҡатнашҡан уйындарынан күберәк булған аҙ һанлы футболсылар иҫәбенә инә (50-нән ашыу матч уйнаусылар).

Футболсы өсөн өйҙә уҙған 1974 йылғы Донъя чемпионаты һуңғы матч булып тора. Мюнхендә 7 июлдә уҙған матчта ГФР командаһы Нидерланд йыйылма командаһын 2:1 иҫәбенә еңә, өҫтәүенә, тап хәл иткес голды Мюллер индерә. Карьераһын 28 йәшендә тамамларға ҡарар итеүен Мюллер ваҡытын күберәк ғаиләһе эргәһендә үткәрергә теләүе менән аңлата[6].

Оҙаҡ ваҡыт донъя чемпионаттарында индерелгән голдар иҫәбе буйынса Мюллер рекордсы булып тора, әммә 2006 йылғы чемпионатта Роналдо был ҡаҙанышты уҙып китә.

1982 йылда карьераһы тамамланғандан һуң Мюллер депрессияға бирелә, даими эсә башлай. Уның клуб буйынса элекке партнерҙары дауалау реабилитацияһы үтергә ризалаштыра һәм «Бавария» һәүәҫкәрҙәр командаһында тренер эшен бирә[7][8]. «Adidas» Герд Мюллер исеме менән кейемдәр коллекцияһын сығара.

Шулай уҡ Мюллер ярҙамы менән 2009 йылдың 1 октябрендә PerfectGoal футбол менеджеры жанрында онлайн-уйын эшлнелә.

2015 йылда Герд ҡарттар йортона эләгә, ул Альцгеймер ауырыуы менән интегә[9].

Герд айырылған, ҡыҙы бар.

Мюллер буйға ҙур түгел, әммә ныҡлы, тығыҙ тәнле була, тәү ҡарашҡа уны тиҙ йүгерә тип әйтеп булмай. Әммә ул ҙур булмаған араға тиҙ йүгерә алған, башы менән яҡшы уйнаған һәм гол инергә тейешле мәлдәрҙе алдан тойған.

Герд Мюллер Донъя кубогы менән. 1974
  • Донъя чемпионы: 1974
  • Европа Чемпионы: 1972
  • ГФР Чемпионы (4): 1969, 1972, 1973, 1974
  • Европа чемпиондары кубогы эйәһе (3): 1974, 1975, 1976
  • УЕФА-ның Кубоктар кубогы эйәһе: 1967
  • ГФР Кубогы эйәһе (4): 1966, 1967, 1969, 1971
  • Континент-ара кубок эйәһе: 1976
  • Донъя чемпионатының иң яҡшы бомбардиры: 1970
  • Европа чемпионатының иң яҡшы бомбардиры: 1972
  • ГФР чемпионатының иң яҡшы бомбардиры (7): 1967, 1969, 1970, 1972, 1973, 1974, 1978
  • ГФР чемпионаты тарихында иң яҡшы бомбардир: 365 гол индерә
  • ГФР чемпионатының бер миҙгелдә индергән голдар буйынса рекордсыһы: 40 гол
  • «Алтын бутса» эйәһе (2): 1970, 1972
  • «Алтын туп» эйәһе: 1970
  • ГФР-ҙың иң яҡшы футболсыһы (2): 1967, 1969
  • ФИФА 100 исемлегенә инә
  • Golden Foot премияһы эйәһе («Футбол легендалары» номинацияһы): 2007

Сығыштары статистикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карьераһына күҙәтеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Карьераһына күҙәтеү
Команда Осор Рәсми



матч
Рәсми булмаған



матч
Йәмғеһе
Уйын Гол Уйын Гол Уйын Гол
1861 ТСВ 1963-1964 31 51 2 7 33 58
Бавария 1964-1979



1983
613 571 386 683 999 1254
Бавария (резерв) 1964-1965 3 2 0 0 3 2
Форт-Лодердейл Страйкерс 1979-1981 80 40 19 10 99 50
ГФР 1966-1974 62 68 8 20 70 88
ГФР (23) 1966 1 1 0 0 1 1
Бавария йыйылма командаһы 1962-1963 3 2 0 0 3 2
Башҡа[10] 1965-1980 - - 8 6 8 6
Карьераһында барлығы 793 735 423 726 1216 1461

Ентекле статистика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
*Һөнәри карьераһы
Команда Миҙгел Лига[a 1] ГФР Кубогы Еврокубоктар[a 2] Башҡалар[a 3] Итого Йыйылма команда
ФРГ[a 4]
Иптәштәрсә
матчтар
[a 5]
Барлығы
Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар
Бавария йыйылма командаһы 1962/63 - - - - - - 2 2 2 2 - - - - 2 2
1963/64 - - - - - - 1 0 1 0 - - - - 1 0
Итого 0 0 0 0 0 0 3 2 3 2 0 0 0 0 3 2
ТСВ 1861 1962/63 3 4 0 0 - - 0 0 3 4 - - 0 0 3 4
1963/64 28 47 0 0 - - 0 0 28 47 - - 2 7 30 54
Итого 31 51 0 0 0 0 0 0 31 51 0 0 2 7 33 58
Бавария (резерв) 1964/65 - - - - - - 3 2 3 2 - - 0 0 3 2
Итого 0 0 0 0 0 0 3 2 3 2 0 0 0 0 3 2
Бавария 1964/65 26 33 0 0 - - 8 8 34 41 - - 10 12 44 53
1965/66 33 15 6 1 0 0 0 0 39 16 - - 31 42 70 58
1966/67 32 28 4 7 9 8 0 0 45 43 4 5 27 56 76 104
1967/68 34 19 4 4 8 7 0 0 46 30 2 2 29 60 77 92
1968/69 30 30 5 7 0 0 0 0 35 37 7 9 36 47 78 93
1969/70 33 38 3 4 2 0 0 0 38 42 11 11 24 59 73 112
1970/71 32 22 7 10 8 7 0 0 47 39 9 11 28 36 84 86
1971/72 34 40 6 5 8 5 0 0 48 50 9 14 35 73 92 137
1972/73 33 36 5 7 6 12 5 12 49 67 5 6 31 31 85 104
1973/74 34 30 4 5 10 8 0 0 48 43 16 11 30 45 94 99
1974/75 33 23 3 2 7 5 0 0 43 30 - - 24 36 67 66
1975/76 22 23 6 7 6 5 1 0 35 35 - - 18 46 53 81
1976/77 25 28 4 11 4 5 4 4 37 48 - - 35 98 72 146
1977/78 33 24 3 4 6 4 6 5 48 37 - - 24 30 72 67
1978/79 19 9 2 4 0 0 0 0 21 13 - - 19 38 40 51
1982/83 - - - - - - - - 0 0 - - 1 0 1 0
Итого 453 398 62 78 74 66 24 29 613 571 63 69 402 709 1078 1349
Форт-Лодердейл
Страйкерс
1979 27 19 - - - - - - 27 19 - - 1 0 28 19
1980 36 16 - - - - - - 36 16 - - 6 4 42 20
1981 17 5 - - - - - - 17 5 - - 12 6 29 11
Итого 80 40 0 0 0 0 0 0 80 40 0 0 19 10 99 50
Карьераһында барлығы 564 489 62 78 74 66 30 33 730 666 63 69 423 726 1216 1461
Примечания:
  1. Аматерлига (1962—1964); Региональная лига «Юг» (1964—1965); Бундеслига (1965—1979); САФЛ (1979—1981, включая матчи раунда плей-офф).
  2. Кубок европейских чемпионов, Кубок УЕФА, Кубок обладателей кубков УЕФА, Кубок ярмарок.
  3. Кубок немецкой лиги, Кубок Интертото, Суперкубок УЕФА, Межконтинентальный кубок, Кубок Южной Германии, переходный турнир Региональной лиги «Юг», чемпионат Южной Германии среди молодёжных команд, чемпионат резервных команд.
  4. Только официальные матчи. Включены 1 матч и 1 гол за молодёжную сборную ФРГ (сезон 1966/67).
  5. Включая неофициальные матчи за сборную ФРГ, комбинированные команды («Баварии» с другими клубами), сборные ФИФА/УЕФА, а также матчи-бенефисы.
Таблицаға Мюллерҙың түбәндәге матчтары һәм голдары индерелмәгән:
  • «ТСВ 1861» йәштәр командаһы өсөн — 110 самаһы матч, 500 тирәһе гол (шул иҫәптән 74 рәсми матч. Уларҙа Мюллер 400 гол индерә);
  • предприятиелар араһында Нёрдлинген Кубогы өсөн «Бремсхей» фирмаһы командаһы өмөн (1964 йылдың йәйе) — 3 матч, 11 гол;
  • мини-футболда (1971—1973, 1976) — 19 матч, 26 гол;
  • матчтарҙан һуңғы пенальтиҙар серияһында — УЕФА-ның Чемпиондар Лигаһында 1 гол һәм иптәштәрсә матчтарҙа — 5 .

Йыйылма команда өсөн сығыштары
Йыйылма команда Йыл ДЧ һайлап алыу турҙары ДЧ финальные матчтары ЕЧ һайлап алыу матчтары ЕЧ финал матчтары Иптәштәрсә матчтар Йәмғеһе
Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар
ГФР (23 фйәшкә тиклем) 1966 - - - - - - - - 1 1 1 1
Итого 0 0 0 0 0 0 0 0 1 1 1 1
ГФР 1966 - - 0 0 - - - - 1 0 1 0
1967 - - - - 3 5 - - 1 1 4 6
1968 2 2 - - - - - - 1 0 3 2
1969 4 7 - - - - - - 3 2 7 9
1970 - - 6 10 1 1 - - 5 2 12 13
1971 - - - - 4 5 - - 4 7 8 12
1972 - - - - 2 1 2 4 3 8 7 13
1973 - - - - - - - - 8 7 8 7
1974 - - 7 4 0 0 - - 5 2 12 6
Итого 6 9 13 14 10 12 2 4 31 29 62 68
Карьераһында барлығы 6 9 13 14 10 12 2 4 32 30 63 69

Сығанаҡтар

  • Vladimir Kolos. Prolific scorers data — Gerd Müller (англ.). RSSSF.com. Дата обращения 15 ноября 2012. Архивировано 19 ноября 2012 года.
  • Gerd Müller — Spieler bei FC Bayern München (нем.). Fussballdaten.de. Дата обращения 15 ноября 2012. Архивировано 19 ноября 2012 года.