Футбол буйынса Польша йыйылма командаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Польша Польша
Логотип
Ҡушаматтар

Аҡ-ҡыҙылдар
(пол. Biało-czerwoni)
Аҡ бөркөттәр
(пол. Białe Orły)

Конфедерация

УЕФА

Федерация

Польша футбол союзы

Баш тренер

Польша Михал Пробеж[en]

Менеджер

Якуб Квятковский

Капитан

Роберт Левандовский

Уйналған
уйындар

Роберт Левандовский (148)

Иң яҡшы бомбардир

Роберт Левандовский (82)

Өй стадионы

«Милли стадион», Стадион Войска Польского имени маршала Юзефа Пилсудского, «Вроцлав», «Шлёнски»

Иң юғары

5 (август 2017)

Түбән

78 (ноябрь 2013)

ФИФА коды

POL

Форма
Форма
Форма
Беренсе уйын

Венгрия флагы (1919—1946) Венгрия 1:0 Польша Польша
(Будапешт, Венгрия; 18 декабрь 1921)

Иң ҙур еңеү

Польша Польша 10:0 Сан-Марино Сан-Марино флагы
(Кельце, Польша; 1 апрель 2009)

Иң ҙур еңелеү

Дания Дания 8:0 Польша Польша флагы (1928—1980)
(Копенгаген, Дания; 26 июнь 1948)

Һуңғы уйын
Донъя чемпионаты
Ҡатнашыу

9

Һөҙөмтәләр

3-сө урын 1974 һәм 1982

Ҡатнашыу

4 (беренсе тапҡыр )

Һөҙөмтәләр

1/4 финал 2016

Донъя чемпионаты
Бронза ФРГ 1974
Бронза Испания 1982
Олимпия уйындары
Алтын Мюнхен 1972
Көмөш Монреаль 1976
Көмөш Барселона 1992

Футбол буйынса Польша йыйылма командаһы (пол. Reprezentacja Polski w piłce nożnej) — халыҡ-ара футбол турнирҙарында Польша исеменән сығыш яһаусы команда. Етәксе органы — Польша футбол ассоциацияһы.

2022 йылдың 6 октябренә йыйылма команда ФИФА рейтингында 26-сы[1] һәм 2017 йылдың 11 октябренә УЕФА рейтингында 9-сы урынды биләй[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Донъя чемпионаттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыйылма команда 1934 йылғы донъя чемпионатына эләкмәй чемпионатына эләкмәй. Улар тәүге тапҡыр Францияла үткән донъя чемпионатында ҡатнаша, унда төркөмдән сығалар һәм 1/8 финалда уйнайҙар әммә өҫтәмә ваҡытта Бразилиянан 5:6 иҫәбенә еңеләләр.

Польша 20-се быуаттың 70-се йылдар уртаһынан 80-се йылдар уртаһына тиклем ҙур уңыштарға өлгәшә. Ул саҡта йыйылма команда 1974 йылда Германия Федератив Республикаһында үткән Донъя чемпионатында 3-сө, 1982 йылда Испаниялағы Донъя чемпионатында 3-сө урынды ала һәм Мексикала 1/8 финалға сыға.

2010 һәм 2014 йылғы донъя чемпионаттарында ҡатнашмай, 2002, 2006 һәм 2018 йылдарҙағы донъя чемпионаттарында ҡатнаша, ләкин унда төркөм этабынан сыҡмай.

2022 йылғы донъя чемпионатында яңы быуын уйынсыларынан (Левандовский, Зиленьский) торған команда төркөмдән сығып, 1/8 финалда уйнай, унда Франция йыйылма командаһынан 1:3 иҫәбе менән еңелә[3]

Европа чемпионаттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Европа чемпионаты 2008[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һайлап алыу турнирында (Футбол буйынса Европа чемпионаты 2008 (һайлап алыу турниры, А төркөмө): команда Португалия, Сербия, Финляндия, Бельгия, Ҡаҙағстан, Әрмәнстан, Әзербайжан командалары менән осраша һәм, 28 мәрәй йыйып, беренсе урынға сыға.

2008 йылда Польша йыйылма командаһы үҙ тарихында Европа чемпионатының йомғаҡлау өлөшөндә тәүге тапҡыр уйнай (Австрия/Швейцарияла үтә), унда төркөм этабында сығыштарын 4-се урында тамамлай (1 тигеҙ иҫәп менән (Австрия менән) һәм 2 тапҡыр еңелә (Хорватия һәм Германиянан).

Европа чемпионаты 2012[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2012 йылда үҙ илендә үткән футбол буйынса Европа чемпионатында Польша йыйылмаһы Рәсәй, Греция һәм Чехия менән бер төркөмгә эләгә һәм һуңғы урын ала.

Европа чемпионаты 2016[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һайлап алыу турниры: 2014 йылдың 7 сентябрендә 1-се тур матчында Польша йыйылма командаһы ситтә Гибралтар йыйылма командаһын 7:0 иҫәбе менән еңә[4]. Турнирҙың икенсе матчында, 2014 йылдың 11 октябрендә, Польша командаһы Варшавала ғәмәлдәге чемпион Германияны 2:0 иҫәбе менән еңеп сыға[5]. Был — уның рәсми матчтарҙа Германия йыйылма командаһын беренсе еңеүе[6].

Финал турниры: Төркөм турниры һөҙөмтәләре буйынса Польша йыйылма командаһы 7 мәрәй йыя һәм төркөмдә икенсе урындан 1/8 финалға сыға. 2016 йылдың 25 июнендә 1/8 финалында Швейцария йыйылма командаһын пенальти серияһында 5:4 иҫәбе менән еңә. 2016 йылдың 30 июнендә сирек финалда команда Португалия йыйылма командаһы менән осраша, төп ваҡыт 1:1 иҫәбе менән тамамлана, әммә пенальти серияһында был юлы еңелә.

Европа чемпионаты 2020[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дүртенсе Европа чемпионатында (2021 йылда 10 илдең 11 стадионында үткәрелә) Польша йыйылма командаһы Е төркөмөнә эләгә. Төркөм этабы һөҙөмтәләре буйынса ул 1 мәрәй йыя һәм төркөмдә һуңғы урынды биләй.

Йәйге Олимпия уйындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1900 — 1920 — ҡатнашмай
  • 1924 — тәүге этап
  • 1928 — квалификациянан үтмәй
  • 1936 — 4-се урын
  • 1940 — уйындар үткәрелмәй
  • 1944 — уйындар үткәрелмәй
  • 1948 — квалификациянан үтмәй
  • 1952 — 1/8 финал
  • 1956 — квалификациянан үтмәй
  • 1960 — төркөм этабы
  • 1964 — 1968 — квалификациянан үтмәй
  • 1972 — чемпион
  • 1976 — 2-се урын
  • 1980 — 1988 — квалификациянан үтмәй
  • 1992 — 2-се урын
  • 1996 — 2016 — квалификациянан үтмәй

Ҙур халыҡ-ара турнирҙарҙа сығыш яһау статистикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Футбол буйынса донъя чемпионаттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Финал турнирҙары Һайлап алыу турнирҙары
Йыл Һөҙөмтә Урын И В Н П ГЗ ГП Урын И В Н П ГЗ ГП
Уругвай 1930 Ҡатнашмай Ҡатнашмай
1934 Не прошла квалификацию 2/2 1 0 0 1 1 2
Франция 1938 1/8 финал 11 1 0 0 1 5 6 1/2 2 1 0 1 4 1
Бразилия 1950 Ҡатнашмай Ҡатнашмай
Швейцария 1954 Ҡатнашыуҙан баш тарта Ҡатнашыуҙан баш тарта
Швеция 1958 Квалификациянан үтмәй 1/3* 5 3 0 2 9 7
Чили 1962 2/2 2 0 1 1 2 3
Англия 1966 3/4 6 2 2 2 11 10
Мексика 1970 2/4 6 4 0 2 19 8
Германия Федератив Республикаһы 1974 3-сө урын 3 7 6 0 1 16 5 1/3 4 2 1 1 6 3
Аргентина 1978 Икенсе раунд 5 6 3 1 2 6 6 1/4 6 5 1 0 17 4
Испания 1982 3-сө урын 3 7 3 3 1 11 5 1/3 4 4 0 0 12 2
Мексика 1986 1/8 финал 14 4 1 1 2 1 7 1/4 6 3 2 1 10 6
Италия 1990 Квалификациянан үтмәй 3/4 6 2 1 3 4 8
Америка Ҡушма Штаттары 1994 4/6 10 3 2 5 10 15
Франция 1998 3/5 8 3 1 4 10 12
Корея республикаһы Япония 2002 Төркөм этабы 25 3 1 0 2 3 7 1/6 10 8 2 0 20 3
Германия 2006 Төркөм этабы 23 3 1 0 2 2 4 2/6 10 6 3 1 21 11
Көньяҡ Африка Республикаһы 2010 Квалификациянан үтмәй 5/6 10 3 2 5 19 14
Бразилия 2014 4/6 10 3 4 3 18 12
Рәсәй Федерацияһы 2018 Төркөм этабы 24 3 1 0 2 2 5 1/6 10 8 1 1 28 14
Ҡалып:Флагификация/Qatar 2022 1/8 финал 15 4 1 1 2 3 5
Бөтәһе Иң яҡшыһы: 3-сө урын Ҡатнашыу: 9/22 37 17 6 14 49 50 116 60 23 33 221 135
  • * — өҫтәлмә матчта еңелә.

Европа чемпионаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Финал турнирҙары Һайлап алыу турнирҙары
Йыл Һөҙөмтә Урын И В Н П ГЗ ГП Урын И В Н П ГЗ ГП
Франция 1960 Квалификациянан үтмәй 1/8 финал 2 0 0 2 2 7
Испания 1964 Беренсе раунд 2 0 0 2 0 4
Италия 1968 3/4 6 3 1 2 13 9
Бельгия 1972 2/4 6 2 2 2 10 6
Югославия 1976 2/4 6 3 2 1 9 5
Италия 1980 2/5 8 5 2 1 13 4
Франция 1984 3/4 6 1 2 3 6 9
Германия Федератив Республикаһы 1988 4/5 8 3 2 3 9 11
Швеция 1992 3/4 6 2 3 1 8 6
Англия 1996 4/6 10 3 4 3 14 12
Бельгия Нидерланд 2000 3/5 8 4 1 3 12 8
Португалия 2004 3/5 8 4 1 3 11 7
Австрия Швейцария 2008 Төркөм этабы 14 3 0 1 2 1 4 1/8 14 8 4 2 24 12
Польша Украина 2012 Төркөм этабы 14 3 0 2 1 2 3 Үткәреүсе ил булараҡ квалификациялана
Франция 2016 Сирекфинал 7 5 2 3 0 4 2 2/6 10 6 3 1 33 10
Европа 2020 Төркөм этабы 21 3 0 1 2 4 6 1/6 8 6 1 1 13 2
Бөтәһе Иң яҡшы: Сирекфинал Ҡатнашыу: 4/16 13 2 7 5 11 15 100 44 27 29 164 110

Футбол формаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өй уйындарында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Форма
1990–1991
Форма
1991-92
Форма
1992
Форма
1994–1995
Форма
1996
Форма
1998
Форма
2004–2005
Форма
2009
Форма
2010–2011
Форма
2014–2015
Форма

Ҡунаҡта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Форма
1990–1991
Форма
1992
Форма
1994–1997
Форма
1998
Форма
2004
Форма
2009
Форма
2010–2011
Форма
2014–2015
Форма

Экипировкаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Осор Етештереүсе
1974 йылға тиклем Polsport
1974—1992 Файл:Flag of GER.svg Adidas
1992—1993 Файл:Flag of GBR.svg Admiral
1993—1994 Lotto
1994—1996 Файл:Flag of GER.svg Puma
1996—1998 Nike
1999 Файл:Flag of GER.svg Adidas
1999—2000 Файл:Flag of GER.svg Puma
2000 Tico
2001—2009 Файл:Flag of GER.svg Puma
2009—х. в. Nike

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. The FIFA/Coca-Cola World Ranking
  2. National Team Coefficients Overview (ингл.) (PDF). UEFA.com. Официальный сайт УЕФА (11 октябрь 2017). Дата обращения: 11 октябрь 2017. Архивировано 6 ноябрь 2017 года.
  3. Польша испортила чемпионат мира. Зачем вообще приехали? 2023 йыл 18 июль архивланған. // 1.12.2022
  4. Отчёт об отборочном матче ЧЕ-2016 Гибралтар — Польша на официальном сайте УЕФА. УЕФА (7 сентябрь 2014). Дата обращения: 7 сентябрь 2014. Архивировано 8 сентябрь 2014 года.
  5. Отчёт об отборочном матче ЧЕ-2016 Польша — Германия на официальном сайте УЕФА. УЕФА (11 октябрь 2014). Дата обращения: 11 октябрь 2014. Архивировано 6 октябрь 2014 года.
  6. Статистика матчей сборных Польши и Германии. www.11v11.com (11 октябрь 2014). Дата обращения: 11 октябрь 2014. Архивировано 13 октябрь 2014 года. (инг.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]