Эстәлеккә күсергә

Сөләймәнов Фуат Мырҙағәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фуат Мурзагалиевич Сулейманов битенән йүнәлтелде)
Фуат Сөләймәнов
Тыуған көнө

1965({{padleft:1965|4|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Йылайыр районы, Үрге Сәлим ауылы

Эшмәкәрлеге

тарихсы, педагог

Сөләймәнов Фуат Мырҙағәли улы (5 июль 1965 йыл) — ғалим-тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1996 йылдан хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1998), доцент (2002).

Фуат Мырҙағәли улы Сөләймәнов 1965 йылдың 5 июлендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр районы Үрге Сәлим ауылында тыуған.

1982—1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында уҡый (1983—1985 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә).

1998 йылда «XVIII быуат аҙағы — XIX быуаттың беренсе яртыһында башҡорт йорто» (рус. «Башкирский двор в конце XVIII — первой половине XIX веков») темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм уға тарих фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһе бирелә. 2002 йылда доцент ғилми исемен ала.

Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында уҡытыусы булып эшләй[1].

Сибай ҡалаһының «Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» рәйесе. 2023 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» тигән почетлы исемгә лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сибайский институт Уфимского университета науки и технологий — крупный образовательный и научный центр башкирского Зауралья. Создан приказом МО РФ путём объединения существовавших в городе с 1990 г. и 1993 г. филиалов БГПИ и БГУ. // https://sibay-uunit.ru/ 2023 йыл 5 июль архивланған.