Эстәлеккә күсергә

Тумилевич Фёдор Викторович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фёдор Тумилевич битенән йүнәлтелде)
Фёдор Викторович Тумилевич
Тыуған көнө:

2.05.1910

Тыуған урыны:

Пенза өлкәһе Городищенский районы Канаевка ауылы

Вафат булған көнө:

1979

Вафат булған урыны:

Дондағы Ростов

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, фольклорсы, тарихсы, ғалим

Жанр:

фольклор

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Фёдор Викторович Тумилевич (Пенза өлкәһе, Городищенский районы, Канаевка ауылында 1910 йылдың 2 майында тыуған) — яҙыусы, фольклорсы, тарихсы, ғалим, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1963 йыл). 1979 йылда Дондағы Ростов ҡалаһында вафат булған.

Фёдор Викторович (ысын фамилияһы — Шишканов) Пенза өлкәһенең Городищенский районы Канаевка ауылында тыуа. Ф. В. Тумилевич бик иртә йәштән эшләй башлай. 1925 йылда Пензаға күсеп килә. Башта заводта, аҙаҡ «Трудовая жизнь» гәзитендә стереотипсы булып эшләй. Киске эшселәр факультетын тамамлағас, 1929 йылда Тумилевич Куйбышев педагогия институтының әҙәбиәт факультетына уҡырға инә.

1941 йылда Дондағы Ростов ҡалаһының Ростов университетында уҡытыусы булып эшләй башлай. 1946 йылда филология фәндәре буйынса кандидатлыҡ дәрәжәһенә диссертация яҡлай, оҙаҡ йылдар буйына Дондың халыҡ ижадын уңышлы рәүештә өйрәнә. Фёдор Викторович күп ваҡытын фольклор экспедицияларында үткәрә. 1938 йылда Тумилевич тәхәллүсен (псевдонимын) ала. Уның күп ғилми эштәре казак-некрасовсыларҙың телдән-телгә күсеп килгән шиғри мираҫын өйрәнеүгә бағышланған.

Казак-некрасовсыларҙың ата-бабалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Некрасовсыларҙың ата-бабалары — дон казактары. Улар 17071708 йылдарҙағы Булавин ихтилалында ҡатнашыусылар. Казактарҙың Кондратий Булавин етәкселегендәге ихтилалы баҫтырылғас, уларҙың байтаҡ өлөшө, батшаға буйһонорға теләмәйенсә, полковник Игнатий Некрасов етәкселеге аҫтында Кубанға, ә ул вафат булғас — Төркиәгә сығып китә. Ике йөҙ илле йыл тирәһе казак-некрасовсылар сит тарафтарҙа үҙҙәренең казак закондары буйынса йәшәй, быуында-быуынға күсеп килгән йолаларын һаҡлай, Дон тураһындағы йырҙарын йырлай, казактар теленең үҙенсәлеген һаҡлап килә. Бөйөк Октябрь социалистик революцияһынан һуң, 20-се йылдарҙа, казак-некрасовсылар үҙ илдәренә ҡайтырға рөхсәт һорап Совет хөкүмәтенә мөрәжәғәт итә. 1962 йылда некрасовсыларҙың 990 кешенән торған һуңғы партияһы Совет иленә күсеп ҡайта.

Ф. В. Тумилевичтың ижады

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фёдор Викторович Тумилевичтың казак-некрасовсыларҙың телмәр ижадына бағышланған байтаҡ китаптары һәм мәҡәләләре бар, шул иҫәптән: «Сказки казаков-некрасовцев» (1945), «Песни и сказки» (фольклор казаков-некрасовцев о Великой Отечественной войне) (1947), «Песни казаков-некрасовцев» (1947), «Фольклор казаков-некрасовцев» (1958), «Русские народные сказки казаков-некрасовцев» (1958), «Сказки и предания казаков-некрасовцев» (1961).

Ф. В. Тумилевич, моғайын, берҙән-бер казак-некрасовсыларҙың рухи мираҫын өйрәнеүсе булғандыр, шунлыҡтан уны 1947 йылда некрасовсылар маҡтаулы казаклыҡҡа ала. Улар Тумилевичты «Казак йыры президенты (Президент казачьей песни)» тип йөрөтәләр.

Фёдор Викторович Тумилевичҡа некрасовсылар үҙҙәренең байрағын бүләк итә. Хәҙер ул байраҡ Ростов тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана. 1961 йылдың башына Тумилевич ҡатыны Тамара Ивановна менән казактарҙың 2190 йыр тексын йыя, шуларҙың 150-һе нота менән яҙылған, ә 348-е — магнитофон таҫмаһында, 421 йырҙың тексы бар һәм шуларҙың 22-һенең көйө бар.

Был китаптарҙың әҙәби ҡиммәте ҙур һәм шул уҡ ваҡытта ул дөйөм рус фольклорына халыҡтың XVII—XVIII быуаттарҙа феодалдарға ҡаршы хәрәкәтен һүрәтләгән ҙур өлөш булып тора.

Ф. В. Тумилевич шулай уҡ «Народная устная поэзия Дона» (1963), «Донской эпос о С. Разине» (1969) йыйынтыҡтарында ла үҙ яҙмалары менән ҡатнаша.

Тышҡы рәсемдәр
Мемориальная доска

Иҫтәлекле таҡтаташ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле фольклорсы Тумилевич Федор Викторовичҡа Дондағы Ростовтың Пушкин урамы, 89 адресы буйынса ул йәшәгән йортта иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

« В этом доме (1932—1964) жил известный донской фольклорист, ученый, писатель Тумилевич Федор Викторович »

Ф. В. Тумилевич әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айырым баҫмалары

  • Фольклор некрасовцев. (Записал Ф. В. Тумилевич. Лингвист. ред. текстов М. А. Полторацкой). — Ростов н/Д: Росиздат, 1941.
  • Фольклор Дона. — Ростов н/Д: Росиздат, 1941.
  • Сказки казаков-некрасовцев. (Запись, вступ. статья и комментарии Ф. В. Тумилевича). — Ростов н/Д: Росиздат, 1945.
  • Меч правды. Фольклор казаков-некрасовцев о Великой Отечеств. войне. (Запись, предисл. и сведения о сказителях Ф. В. Тумилевича). — Ростов н/Д: Росиздат, 1945.
  • Песни и сказки. Фольклор казаков-некрасовцев о Великой Отечеств. войне. (Запись, вступ. статья и сведения о сказителях Ф. В. Тумилевича). — Ростов н/Д: Росиздат, 1947.
  • Песни казаков-некрасовцев. (Запись песен, вступ. статья и сведения о сказителях Ф. В. Тумилевича. Под общ. ред. проф. П. Г. Богатырева). — Ростов н/Д: Росиздат, 1947.
  • Фольклор казаков-некрасовцев. (Запись текстов, вступ. статья и сведения о сказителях Ф. В. Тумилевича). — Краснодар: Кн. изд-во, 1948.
  • Русские народные сказки казаков-некрасовцев. Собраны Ф. В. Тумилевичем. — Ростов н/Д: Росиздат, 1958.
  • Сказки и предания казаков-некрасовцев. (Сост. и авт. вступ. статьи Ф. В. Тумилевич). — Ростов н/Д: Росиздат, 1961.
  • Писатели Дона: Библиографический указатель. — Изд. 2-е, испр. и доп. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1986. — 416 с.
  • Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв.:справ. изд., Сост. Губанов Г. — Ростов н/Д, 2006. — 512 с. ISBN 5-481-00623-5