Фәнни Пикник
Фәнни Пикник (Piknik Naukowy) — фәнде популярлаштырыу маҡсатында ойошторолған Европалағы иң ҙур сара. Ойоштороусылары — Поляк Радиоһы һәм Коперник Фәнни Үҙәге. 1997 йылдан 2010 йылғаса Яңы Ҡала Баҙары һәм Замок яны биҫтәһендә урын алған, 2010 йылдан хәҙергәсә иһә Повисле биҫтәһендәге Сейм Маршалкыһы Эдвард Рыдза-Смиглы паркында уҙғарыла.
Польша һәм башҡа илдәрҙән килгән ғилми учреждениелар вәкилдәре бында үҙ етешкәнлектәрен һәм ҡәҙимге эш үҙенсәлектәрен күрһәтә ала. Үҙҙәре уҡытҡан йәки тикшергән фәнде күргәҙмәләр, тәжрибәләр, интерактив материалдар менән ҡулланып күрһәтеүе бар. 2005 йылда Фәнни Пикник, Европала «Фән һәм йәмғиәт» өлкәһендәге 10 иң яҡшы проекттарҙың береһе булараҡ, Европа Комиссияһы тарафынан бүләкләнде.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге Фәнни Пикник 1997 йылдың 14 майай (июль) көнөндә BIS радиостанцияһы тарафынан уҙғарыла. Үткәрелгән урыны булып Яңы Ҡала тигән биҫтәләге баҙар майҙаны торған ине. Ул сарала Варшавалағы 17 фәнни-тикшеренеү һәм юғары уҡыу йорто ҡатнашты, 13 майҙансыҡта физика, археология һәм медицина өлкәләрендәге төрлө тәжрибәләр күрһәтелде. Пикникта 3000-дән ашыу кеше ҡатнашты, фәнни йәмәғәтселек быны ҙур уңыш тип тапты.
Артабанғы йылдарҙа ҡатнашыусылар һаны арта бара: миҫал өсөн, 2005 йылда Пикникта 150 меңләгән кеше ҡатнашты. 2005 йылда унда 170 фән, тикшеренеү һәм уҡытыу учреждениеһы ҡатнашһа, 2007 йылда был һан 200-гә арта, улар бер нисә йөҙ күргәҙмә һәм тәжрибә күрһәтә 2005 йылдан алып Пикникка «махсус ҡунаҡ» саҡырыла: 2005 йылда Германия, 2006 йылда Франция, 2007 йылда Европа Берләшмәһе. 2001 йылдан алып һәр бер пикниктың махсус темаһы бар.
2008 йылдан алып Пикникты Поляк Радиоһы менән Коперник Фән үҙәге үткәрә
Пикниктар үткәрелгән көндәр һәм темалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ойоштороусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни Пикникҡа түбәндәге кешеләр нигеҙ һалған:
- Проф. Лукаш Турский, Польша Фәндәр Академияһының Теоретик физика үҙәге;
- Роберт Фирмхофер, Польша Радиоһы (2006 йылдан алып Коперник үҙәге етәксеһе)
- Крыстына Кемпска-Михальска, Польша Радиоһы.
1998 йылда инициатива бүләкләнә. Фәнни Пикник фәнде популярлаштырыу маҡсаты ҡуйылған башҡа сараларға, шулай уҡ Коперник үҙәгенең барлыҡҡа килеүенә лә этәргес булды.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- XII Piknik Naukowy — Historia Pikniku(недоступная ссылка) (pol.). [dostęp 2009-08-06].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Piknik Naukowy (pol. • ang.)