Фәтхиә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәтхиә
төр. Fethiye
Рәсем
Рәсми атамаһы Fethiye
Кем хөрмәтенә аталған Фетхи-бей[d][1]
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Мугла[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Фетхие[d] һәм Урта диңгеҙ
Халыҡ һаны 167 114 кеше (2020)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 0 метр
Рәсми сайт fethiye.bel.tr
Городское население 25 783, 50 689, 68 285, 72 003, 77 237, 84 053, 140 509, 145 643, 147 703, 151 474, 153 963, 157 745, 162 686, 167 114, 8386, 10 627, 12 700, 14 294, 21 442 һәм 170 379
Сельское население 101 837, 103 520, 113 130, 111 181, 111 022, 111 366, 66 816, 71 013, 81 260, 87 585 һәм 92 942
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 21 675
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Fethiye[d]
Карта
 Фәтхиә Викимилектә

Фәтхиә (төр. Fethiye) — Төркиәнең көньяҡ-көнбайышындағы район һәм ҡала-курорт (Мугла провинцияһы). Халҡы — 84 мең кеше. Ҡала ҡарағай һәм кедр урманы менән ҡапланған тау итәгендә урынлашҡан (иң ҙуры — Баба түбәһе). Ҡаланан 40 км алыҫлыҡта Даламан аэропорты урынлашҡан. Фәтхиәлә йылына 285 ҡояшлы көн. Курорт миҙгеле март айы аҙағында башлана һәм ноябрь аҙағына тиклем дауам итә[2]. Фәтхиәлә ҡунаҡтарҙы төрлө йондоҙло ҡунаҡханалар ҡабул итә, шулай уҡ виллалар һәм кухняһы булған апартаменттар популяр[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәтхиә
Фәтхиәлә ҡәбер таштары

Ҡала территорияһында антик дәүерҙә Телмесс ҡалаһы булған (грек. Τελμησσος). Ҡала бик билдәле була, һәм Аполлонға бағышланған күрәҙәселек үҙәге булып тора. Телмесс грек Родосы менән иҡтисади бәйләнеш тотҡан һәм беҙҙең эраға тиклем V быуатта Афиналар контролдә тотҡан Делосс союзы составына ингән.

Беҙҙең эраға тиклем 240—197 йылдарҙа Телмесс менән Птолемей һәм уның нәҫелдәре — улы Лисимах, ейәне Птоломей һәм ейәнсәре Береника идаралыҡ иткән. Апамей килешеүе буйынса (б. э. тиклем 189) Телмесс Пергама батшаһына күсә, ә 133 йылда Римдың союздашы булған Ликия союзына инә. Беҙҙең эраның 43 йылында Ликия бойондороҡһоҙлоғон юғалта һәм рим провинцияһына әүерелә.

VIII быуатта ҡала византия императоры хөрмәтенә Анастасиополис булып үҙгәртелә. Киләһе быуатта Макри тигән яңы исем ала (грек. Μακρη — оҙон), бухтаға инеү ерендәге утрау исеменән килә. Шундай исемде ҡала 1914 йылға тиклем йөрөтә, аҙаҡ гректар күсеп ултырғандан һуң ошонда тыуған һәм 1914 йылда самолет һәләкәтендә вафат булған хәрби осоусы Фети-бей хөрмәтенә исеме үҙгәртелә.

1912 йылда бында йәшәүселәр: төрөктәр— 14 242 кеше, гректар — 9 217 кеше[4].

1857 йылда һәм 1957 йылдарҙағы ер тетрәүҙәр бөтөн боронғо ҡоролмаларҙы тиерлек емерә. Ҡалала боронғо рим театры ҡалдыҡтары, XV быуатың урта быуат рыцарҙар замогының емереклектәре һаҡлап ҡалына. Ҡалаға сиктәш торған тауҙың битләүендә ликия кәшәнәләре һәйбәт һаҡлана. Иң ҙур кәшәнә —Аминтас кәшәнәһе, диуарында грек яҙыуы һаҡланған «Ermagiou Amyntou tou (Аминтас, Хермагиос улы)» — Аминтас Телмессос хакимдарының береһе булған. Ҡалала Ҡала музейы эшләй, унда археологик табылдыҡтар коллекцияһы һәм этнологик сәнғәт әйберҙәре бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://www.milliyet.com.tr/gundem/sehit-pilot-yuzbasi-fethi-bey-adi-fethiye-ye-verildi-2824335
  2. Фетхие: современный город с восточным колоритом (12 май 2015).
  3. Фетхие: знаменитый курорт на западе Турции (4 март 2018).
  4. George Sotiriadis, An Ethnological Map Illustrating Hellenism in the Balkan Peninsula and Asia Minor, 1918

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]