Эстәлеккә күсергә

Халибов йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Халибов йорто
Ил Рәсәй
Урыны Ростов өлкәһе, Таганрог ҡалаһы, Греческая урамы, 58
Төҙөлгән ваҡыты 1857 йыл
Статус Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы

1857

Тышҡы рәсемдәр
Халибов йорто хәҙерге осорҙа

Халибов йорто (Кузьменко-Полонский йорто) — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһындағы бер ярым ҡатлы йорт. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ (1992 йылдың 18 ноябрендәге 301-се ҡарар).

Адресы: Таганрог ҡалаһы, Греческая урамы, 58.

Греческая ур., 58. 1857 йыл проекты. Арх. Моратов. ГАРО.

Таганрог ҡалаһында Греческая урамы буйынса 58-се һанлы, фасадында һигеҙ тәҙрәһе булған бер ярым ҡатлы йорт. 1857 йылда коллежский секретарь Артемий Павлович Халибов аҡсаһына төҙөлгән.

А. П. Халибов милләте буйынса әрмән, Дондағы Нахичевань ҡалаһының бай кешеһе, унда ла шулай уҡ йорто булған, хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән, Общественное Призрение Приказы советы ағзаһы. 1865 йылда Таганрог ҡалаһы Николаевск балалар приюты попечителлек ағзаһы итеп һайлана.

1870 йылдар аҙағында, Халибов үлгәндән һуң, йорт мираҫ буйынса уның ҡыҙы Нурик милегенә күсә. Тиҙҙән ул сауҙагәр, сығышы менән почетлы гражданин Александр Егорович Ходжаевҡа кейәүгә сыға. ХХ быуат башына тиклем ғаилә йорттоң хужаһы була.

1925 йылға тиклем йорттоң һуңғы хужалары билдәле комик һәм шәхси опера театры тотҡан Александр Семенович Кузьменко-Полонский һәм уның тормош иптәше Мария Павловна Иванова булалар. 1925 йылда йорт милли объектҡа үҙгәртелгән. Совет власы йылдарында йортта балалар дауаханаһы эшләй, барлыҡ кабинеттары ла ауырыуҙар палатаһы була. Хәҙерге ваҡытта был бинала Таганрог ҡалаһының Милек менән идара итеү комитеты урынлашҡан.

Йорт менән йәнәшә таш баҫҡыс — диңгеҙгә төшөү юлы урынлашҡан.

Греческая урамы буйынса 58-се йорт XIX быуат уртаһындағы Таганрог йорттарының киң таралған тибына ҡарай. Был ваҡытта ҡалала күбеһенсә бер ярым- һәм ике ҡатлы, фасадында биш йә ете тәҙрәһе булған йорттар төҙөлә. 1850 йылдар йорттарының, «өлгөлө» проект альбомы һәм номерына һылтанмалары булған, һаҡланып ҡалған һыҙмаларында, 1856 йылғы махсус указға ярашлы, фасадында йоп һандағы тәҙрәләр (алты йә һигеҙ) генә рөхсәт ителә.

Коллежский Артемий Халибовҡа Депальдо баҫҡысы эргәһендә (1857; илл. 133—135) Греческая урамындағы 58 -се һанлы, бер ярым ҡатлы, фасадында һигеҙ тәҙрәһе булған йорт төҙөүгә ҡала архитекторы Муратов ҡул ҡуйған был бинаның проекты һаҡланып ҡалған.

Проектта йорттоң алғы йөҙөнә айырым иғтибар бирелмәй, классицизмға хас үҙәк-күсәр схемаһы булмай. 1880-се йылдарҙа хужалар һул яҡтан йортҡа тура дүртмөйөшлө тәҙрәле ике ҡатлы парад инеү урыны төкәтеп эшләйҙәр. Төкәтмә төп фасадтың ярым түңәрәк аркалы тирәсле тәҙрә уйымдары теҙмәһен боҙа. Йорттоң архитектура төҙөлөшө беҙҙең көндәргә тиклем тулыһынса һаҡланып ҡалған. Йорт төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объект булып тора.

  • Гаврюшкин О. П. По старой Греческой… (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: Лукоморье, 2003. — 514 с. — ISBN 5-901565-15-0.