Эстәлеккә күсергә

Халыҡ хужалығы менән идара итеү институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Халыҡ хужалығы менән идара итеү институты
Нигеҙләү датаһы 1970
Дәүләт  СССР
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1977
Карта

Халыҡ хужалығы менән идара итеү институты (ИУНХ) — етештереүҙе ойоштороу, планлаштырыу һәм алдынғы идарә итеү ысулдарын өйрәнеү өлкәһендә халыҡ хужалығы етәкселәре һәм белгестәренең квалификацияһын күтәркү маҡсатында 1970 йылда Фән һәм техника буйынса СССР Дәүләт комитеты эгидаһы менән ойошторолған юғары уҡыу һәм ғилми-методик уҡыу йорто.

1970 йылда СССР Министрҙар Советы ҡарары нигеҙендә Мәскәүҙә халыҡ хужалыҡы менән идара итеү институты исеме аҫтында юғары аҡыу һәм ғилми-методик уҡыу йорто асылды, ул производствоны ойоштороу менән бәйле тематика буйынса Халыҡ хужалығы етәкселәре һәм белгестәренең квалификацияһын күтәреү, шулай уҡ идара итеүҙең һәм планлаштырыуҙың заманса ысулдарын өйрәнеүгә махсуслаштырылды.[1][2]

Халыҡ хужалығы менән идара итеү институтында уҡыу ваҡыты өс ай тәшкил итте. Халыҡ хужалығы менән идара итеү институтының төп тыңлаусылары — Бөтә Союз һәм республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, дәүләт комитеттары, эре етештереү берләшмәләре һәм предприятиелар етәкселәре араһынан юғары белемле кешеләр, шулай уҡ социалистик блок илдәренән халыҡ хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм белгестәре.

1975 йылда Халыҡ хужалыгы менән идара итеү институтының уөыу структураһында ғиломи-методик бүлек, иҡтисади-математик ысулдарҙы һәм операцияларҙы тикшерүҙең проблемалы ғилми-тикшеренеү лабораторияһы була, шулай уҡ дүрт төп профильле кафедра була: икътисади-математик ысулдарҙы планлаштыру кафедраһы, социаль-иҡтисади фәндәр кафедраһы, идара һәм прогнозлау кафедраһы, социологик һәм психологик аспекттар кафедраһы.

Халыҡ хужалыгы менән идара итеү институты системаһында үҙәк уҡытыу-иҫәпләү институты төҙелә, ул Фәнни идара итеү алымдары өлкәһендә халыҡ хужалығы етәкселәренең квалификацияһын күтәреү институттары эшмәкәрлеген координациялаү һәм методик етәкселек итәүҙе өйрәнә һәм ғәмәлгә ашыра.

1977 йылда СССР Министрҙар Советы ҡарары менән халыҡ хужалығы менән идара итеү институты базаһында "СССР Министрҙар Советы ҡарамағында халыҡ хужалығы Академияһы" исемеле яңы юғары уҡыу йорто нигеҙләнде, ул СССР халыҡ хужалығы менән идара итеү органдары менән бәйле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре һәм белгестәрен әҙерләүҙе һәм яңыдан әҙерләүҙе камиллаштырыү мәсьәләләрен хәл итте.[2]

  1. Большая советская энциклопедия / Глав. ред. А. М. Прохоров. - 3-е изд. - Москва : БСЭ, Т. 5: Вешин-Газли. - 1971 г. — 640 с
  2. 2,0 2,1 История Академии. Российская академия народного хозяйства и государственной службы. Дата обращения: 30 ноябрь 2020.
  • Большая советская энциклопедия / Глав. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М.: Большая российская энциклопедия , Т. 5: Вешин-Газли. — 1971. — 640 с.
  • Проблемы развития теории управления социалистическим производством / Ю. А. Лавриков, Э. Б. Корицкий. — Л.: Изд-во ЛГУ, 1982. — 207 с.
  • Содержание и методы подготовки кадров управления / Отв. ред. В. Ю. Озира, И. Б. Скоробогатов. — М.: Экономика, 1977 г. — 232 с.