Хамматова Зөһрә Радик ҡыҙы
Викидатала элемент юҡ |
Был мәҡәләне әлеге ваҡытта ҡатнашыусы Яндурина Гульназ мөхәррирләй. |
Хамматова Зөһрә Радик ҡыҙы (20 сентябрь, 1956 йыл) — медицина хеҙмәткәре, фельдшер, «Ҡарағай» шифаханаһының өлкән шәфҡәт туташы, ойоштороу эштәре буйынса директор урынбаҫары. Йәмәғәт эшмәкәре, профсоюз ойшмаһы рәйесе, шифахананың ветерандар советы рәйесе, хеҙмәт ветераны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хамматова Зөһрә Радик ҡыҙы 1956 йылдың 20 сентябрендә Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуа. 1964—1972 йылдарҙа Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә;
- 1972—1976 йылдарҙа 1-се һанлы Өфө медицина училищеһында белем ала.
- 1976—1988 йылдарҙа Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында «Ашығыс ярҙам» фельдшеры;
- 1988—1996 йылдарҙа үҙәк район дауаханаһында өлкән шәфҡәт туташы;
- 1996—2006 йылдарҙа «Ҡарағай» шифаханаһында өлкән шәфҡәт туташы;
- 2006—2008 йылдарҙа Өфө дәүләт экономика — сервис академияһында уҡый;
- 2007—2013 йылдарҙа «Ҡарағай» шифаханаһында ойоштороу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып уңышлы эшләй.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1996—2013 йылдарҙа «Ҡарағай» шифаханаһының профсоюз ойшмаһы рәйесе булып эшләй. 2004 йылда «Ҡарағай» шифаханаһында икмәк изделиеларын бешереүҙе, кәзә ҡымыҙын эшләү һәм сығарыу, ҡымыҙ менән даүалау эшен ойоштора. 2013 йылдан «Ҡарағай» шифаханаһының ветерандар советы рәйесевазифаһын башҡара.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙаҡ йылдар эшләгәне, намыҫлы хеҙмәте юғары баһаланды.
- Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының Почет грамотаһы (1990, 1996 йыл).
- Башҡортостан Республикаһы социаль страховкалау фондының Почет грамотаһы (2009 йыл).
- Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәтенең Почет грамотаһы (2010 йыл).
- Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2011 йыл).
- Хеҙмәт ветераны (2011 йыл).
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тормош иптәше Хамматов Рафаил Ғабдрахим улы менән ике ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр, өс ейән — ейәнсәре үҫеп килә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яндурина. Үҙ эшенең оҫтаһы. — Б.Устьикинское: Мәсетле тормошо, 2011.