Харовск
Харовск | |
Нигеҙләү датаһы | 1903 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ үҙәге | Харовский район[d][1], Городское поселение город Харовск[d][1] һәм Сельское поселение Харовское[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Городское поселение город Харовск[d][1] |
Халыҡ һаны | 8361 кеше (2023)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 160 метр |
Майҙан | 10 км² |
Почта индексы | 162250 һәм 162251 |
Урындағы телефон коды | 81732 |
Харовск Викимилектә |
Харовск — Рәсәйҙәге ҡала (1954 йылдан), Вологда өлкәһе Харовск районының административ үҙәге.
Ҡала Харовск теҙмәһендә, Кубена йылғаһының һул яҡ ярында, Вологданан төньяҡҡа табан 89 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Тимер юл станцияһы Харовская.
Харовск «Харовск ҡалаһы» ҡала биләмәһен барлыҡҡа килтерә (ОКТМО коды 19 652 101), шулай уҡ Харовское ауыл биләмәһенең үҙәге булып тора.
Халҡы — 8776 кеше[3] (2020) иҫәпләнә
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тораҡ пункты ҡасаба булараҡ станция һәм Кубена йылғаһы менән тимер юлы киҫелешендә күпер төҙөгән ваҡытта барлыҡҡа килә. Станция 1898 йылда асыла һәм 1904 йылға тиклем Кубино, һуңынан Лещёво һәм 1914 йылдан Харовская тип атала.
1903 йылда быяла заводы төҙөлөшө ваҡытында Харовск ҡасабаһына нигеҙ һалына.
1930 йылдарҙа ҡасабала 45-се урман заводы, аҙыҡ-түлек комбинаты, шпал мансыу заводы, музыка ҡоралдарын етештереү буйынса завод, икмәк, һөт заводы, етен заводы һәм оптик-механик заводы филиалы төҙөлә[4]. 1932 йылдың 31 декабрендәге ҡарар менән ҡасаба эшселәр ҡасабаһы статусын ала, 1954 йылдың 28 октябрендә Харовск ҡалаһы итеп үҙгәртелә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1115 ҡалаһы[5] араһында 965-се урында тора[6]
Сәнәғәт һәм элемтә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Харовсклеспром» (элекке «Лесдок» урман сәнәғәте комбинаты) яуаплылығы сикләнгән Харовск урман сәнәғәте йәмғиәте
- «Харовск урман эшкәртеү заводы» (элекке «Резонанс» урман заводы)
- Быяла заводы «Геро» (элекке «Заря») — химик шешәләр, аккумулятор һауыттары, 2007 йылда туҡтатыла.
- Технологиялы ҡорамалдар заводы (АПК тармаҡтар өсөн ҡорамалдар)
- Етен заводы (эшләмәй), аҙыҡ -һәм икмәк, һөт заводы (эшләй).
- Шпал мансыу заводы (эшләмәй) — Төньяҡ тимер юлы өсөн берҙән-бер ағас шпалдар етештереүсе. Заводта тар колеялы тимер юлы эшләй. «Харовск шпал мансыу заводы» итеп үҙгәртелгән, «ТрансВудСервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы
- Урман әҙерләү — Семигородний урман сәнәғәте хужалығы
- Иген культуралары, етен, күп йыллыҡ үлән үҫтерә. Ит-һөт малсылығы бар
- Торф, керамика һәм кирбес балсығы, быяла, гравий, туф ҡомдары.
- ООО «Профмастер» (элекке «Профиль» предприятиеһы)
- ООО "КОМЛАЙН" интернет һәм элемтә хеҙмәте
- ОАО "Ростелеком" интернет һәм элемтә хеҙмәте.
- ООО "РУФ Харовск" яғыулыҡ брикеттары етештерә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 ОКТМО. 185/2016. Северо-Западный ФО
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2023 года (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ) — Росстат, 2023.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года. Дата обращения 17 октября 2020. Архивировано 17 октября 2020 года
- ↑ Харовск(недоступная ссылка) на сайте правительства Вологодской области
- ↑ с учётом городов Крыма
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года. Таблица «21. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2019 года» (RAR-архив (1,0 Мб)). Федеральная служба государственной статистики.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Туркин А. М., Боев М. А. Харовск // Вологодская энциклопедия / гл. ред. Г. В. Судаков. — Вологда: Русь, 2006. — С. 501. — ISBN 5-87822-305-8.
- Харовск : краеведческий альманах / Администрация Харов. муницип. р-на Вологод. обл., Вологод. гос. пед. ун-т, Харов. историко-художеств. музей; гл. ред. Н. И. Голикова; вступ. ст. А. Н. Мазуева. — Вологда: Русь, 2004. — 416, [16] с. — (Города Вологодской области).