Эстәлеккә күсергә

Херренкимзе (һарай)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Херренкимзе
Нигеҙләү датаһы 1878
Рәсем
Нигеҙләүсе Людвиг II Баварский[d]
Дәүләт  Германия[1]
Административ-территориаль берәмек Кимзе[d][1]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Херренкимзе (остров)[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 528 метр
Хужаһы Людвиг II Баварский[d]
Әҫәр заказсыһы Людвиг II Баварский[d]
Архитектор Георг фон Дольман[d]
Архитектура стиле необарокко[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q1831280?
Мираҫ статусы Баварияла архитектура ҡомартҡыһы[d]
Адрес Herrenchiemsee 1, 83209 Chiemsee
Рәсми сайт herren-chiemsee.de/engli…
Вид с воздуха
Страница учреждения на Викискладе Schloss Herrenchiemsee
Категория для внешности элемента Category:Exterior of Herrenchiemsee Palace[d]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Schloss Herrenchiemsee[d]
Карта
 Херренкимзе Викимилектә


Херренкимзя (нем. Schloss Herrenchiemsee; Херренкимзее тип яҙылған варианттары ла осрай) — Бавария короле II Людвигтың ҡала ситендәге резиденцияһы. Ул Баварияның иң ҙур Кимзе күлендә һуҙылған утрауҙа урынлашҡан. Херренкимзе Мюнхендан көнсығышҡа табан 60 км алыҫлыҡта тора. Херренкимзе — II Людвигтың иң ҡиммәтле һарайы(уны төҙөүгә киткән сығымдар 16,6 миллион марканан артҡан — сағыштырыу өсөн: Линдерхоф һәм Нойшванштайн һарайҙары икеһе бергә 14,7 миллион марканан үтмәй): һарайҙың эсен биҙәү өсөн тик алтын ғына ла 4,5 килограмм тотонолған була.

Людвиг II Херренкимзене үҙенең кумиры булған француз короле Людовик XIV хөрмәтенә Версалға оҡшатып төҙөткән.

Өсөнсө һарайына король Людвиг II артыҡ оҙон юл буйлап, Альп тауы армыттары аша, Мюнхен һәм Зальцбург араһында ятҡан Кимзе күленә барған.

Файл:Herrenhimzee.jpg
Херренкимзе замогы— «Бавария Версале»

Әле Линдерхофтың төҙөлөшө тамамланмаған көйөнсә 1878 йылдың 21 майында Хероренкимзе һарайының беренсе ташы һалынған Замокты король башта Грасвангталь үҙәнендә төҙөргә булған, уны «Ettal Meicost» анаграммаһы менән атаған. Король планлаштырылған ҡоролманың масштабтары ғәйәт ҙур булғанлығынан бик ныҡ яфа сигә. Линдерхоф һарайының саманан тыш байлығы һоҡландырһа, таң ҡалдырһа, бында башҡарылған эштәр Линдерхофтыҡына ҡарағанда күп тапҡырға өҫтөн тора һәм күп эшсе көсөн, финанс сығымдарын талап итә.

Херренкимзеның көҙгөлө галереяһы — Версалға оҡшатып эшләнгән

1803 йылда утрау сиркәүҙән конфискацияланғас, уның хужлары бер нисә була, ахырҙа 1873 йылдың сентябрендәә уны Людвиг һатып ала. Бер йыл үткәс, король үҙенең Францияға сәфәре ваҡытында Версалде бик ентекле итеп ҡарай. Һарай проектын эшләү һәм төҙөлөш йылдам темптарҙа бара. Беренсе булып Яңы замокка королдең тәүге сәфәре 1881 йылда була. Король үлгән мәлдә һарайҙың 70 бүлмәһенең 50 бүлмәһе бер нимәһеҙ буш тора.

Король Людвиг төҙөлөш барышында архитекторҙарға: «күсереп түгел, ә Людовик XIV рухында төҙөгөҙ», -тип яҙған.

  1. 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.