Эстәлеккә күсергә

Хеҙмәт договоры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Хеҙмәт договоры — хеҙмәт хоҡуҡиәтендә яҙма документ — хеҙмәткәр менән эш биреүсе араһында төҙөлөүсе һәм уларҙың үҙ-ара хоҡуҡтары менән бурыстарын билдәләүсе килешеү. Хеҙмәт договорына ярашлы, хеҙмәткәр үҙенең квалификацияһына тап килгән тәғәйен вазифа буйынса эштәрҙе башҡарырға, ә эш биреүсе хеҙмәткәргә эш бирергә, эшләү өсөн шарттар тыуҙырырға һәм ваҡытында эш хаҡы түләргә йөкләмә ала.

Рәсәй Федерацияһында хеҙмәт договоры буйынса хеҙмәткәр, үҙенең квалификацияһына һәм (йәки) вазифаһына ярашлы, эске хеҙмәт тәртибенә буйһоноп, билдәле бер специальность буйынса хеҙмәт бурыстары сиктәрендә эш башҡарырға, ә эш биреүсе хеҙмәт ҡануниәте нормаларына, эске хеҙмәт тәртибенә, коллектив һәм хеҙмәт договорҙарына ярашлы тейешле хеҙмәт шарттарын тәьмин итергә йөкләмә ала.

Эске хеҙмәт тәртибенә буйһоноу хеҙмәт договорын төрлө граждан-хоҡуҡи договорҙарҙан (подряд, хеҙмәттәр күрһәтеү һәм башҡа төр договорҙарҙан) айырған төп һыҙаттарҙың береһе булып тора.

Тәғәйен вазифала хеҙмәт бурыстары һәм эштең башҡа үҙенсәлектәре вазифа инструкцияһы менән көйләнә. Хеҙмәткәр уға договорға ҡул ҡуйғанда (әгәр ул хеҙмәт договорына индерелмәгән булһа) таныша.

Хеҙмәт договорына ҡул ҡуйыр алдынан эш биреүсе хеҙмәткәрҙе ойошманың башҡа локаль документтары менән таныштырырға бурыслы.

Эш биреүсе менән ниндәй ҙә булһа специальность буйынса йә вазифаға эшкә алыныусы хеҙмәткәрҙең ғәмәлдәре түбәндәгеләрҙән тора:

  • буласаҡ хеҙмәткәрҙе эске хеҙмәт тәртибе, вазифа инструкцияһы менән таныштырыу һәм хеҙмәткәргә уларҙың күсермәләрен биреү (талап итһә);
  • хеҙмәт договорына ҡул ҡуйыу (төҙөү);
  • хеҙмәт договоры нигеҙендә хеҙмәткәрҙе эшкә ҡабул итеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйыу;
  • эшкә ҡабул ителеү тураһында хеҙмәткәрҙең хеҙмәт кенәгәһенә яҙма индереү (бойороҡ нигеҙендә).

Хеҙмәт договорының йөкмәткеһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хеҙмәт договоры мәғлүмәттәрҙән һәм шарттарҙан тора. Мәғлүмәттәр тураһында яҡтар килешеп тормай, улар юридик әһәмиәткә эйә булған факттарҙы хәбәр итеү менән сикләнә. Мәҫәлән, яҡтарҙың хеҙмәт договорын төҙөгән көндө закон договорҙың көсөнә инеү көнө тип билдәләй. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексы буйынса договорҙа түбәндәгеләр күрһәтелергә тейеш:[1]

  • хеҙмәт договорын төҙөгән хеҙмәткәрҙең фамилияһы, исеме, атаһының исеме һәм эш биреүсенең атамаһы (эш биреүсе булған физик шәхестең фамилияһы, исеме, атаһының исеме);
  • хеҙмәткәрҙең һәм эш биреүсе булған физик шәхестең шәхесен танытыусы документтарҙан мәғлүмәттәр;
  • һалым түләүсенең (эш биреүселәрҙең, индивидуаль эшҡыуар булмаған эш биреүсе физик шәхестәрҙән башҡа) идентификация номеры;
  • эш биреүсенең хеҙмәт договорына ҡул ҡуйған вәкиле һәм уға был вәкәләтте биргән нигеҙ тураһында мәғлүмәттәр;
  • хеҙмәт договорын төҙөгән урын һәм ваҡыт.

Хеҙмәт договорына түбәндәге шарттар индерелеүе мотлаҡ:

  • әгәр хеҙмәткәр ойошманың башҡа ерҙә урынлашҡан филиалында, вәкиллегендә йәки бүтән структур подразделениеһында эшләү өсөн ҡабул ителһә, — был подразделениены, уның ҡайҙа урынлашҡанын һәм ундағы эш урынын күрһәтеү;
  • хеҙмәт функцияһы;
  • эште башлау датаһы;
  • хеҙмәткә түләү шарттары;
  • эш урынындағы хеҙмәт шарттары;
  • эш ваҡыты һәм ял ваҡыты режимы;
  • ауыр эш өсөн йәки зарарлы һәм (йәки) хәүефле эш шарттары менән бәйле компенсациялар, әгәр хеҙмәткәр шундай шарттарҙағы эшкә ҡабул ителһә;
  • эштең тасуирламаһын билдәләгән шарттар (хәрәкәтле, йөрөй торған, юлда, эштең башҡа һыҙаттары);
  • Хеҙмәт кодексына һәм башҡа федераль закондарға ярашлы хеҙмәткәрҙе мотлаҡ социаль страховкалау шарты;
  • хеҙмәт ҡануниәтендә һәм хеҙмәт хоҡуҡиәте нормаларын эсенә алған башҡа норматив хоҡуҡи акттарҙа ҡаралған бүтән шарттар.

Хеҙмәт договорында хеҙмәткәрҙең хәлен хеҙмәт ҡануниәте һәм башҡа хеҙмәт хоҡуҡиәте нормаларын эсенә алған башҡа норматив хоҡуҡи акттар, коллектив договор, килешеүҙәр, локаль норматив акттар менән билдәләнгәндән насарайтмай торған өҫтәмә шарттар ҡаралыуы мөмкин.