Хорева Эльза Рәхимйән ҡыҙы
Хорева Эльза Рәхимйән ҡыҙы | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 29 октябрь 1958 (62 йәш) |
Тыуған урыны | СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Баймаҡ районы |
Һөнәр төрө | журналист, мөхәррир |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Хорева Эльза Рәхимйән ҡыҙы (29 октябрь 1958 йыл) — журналист, дәүләт эшмәкәре. 1979 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 2011—2018 йылдарҙа «Республика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы депутаты.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Эльза Рәхимйән ҡыҙы Хорева (ҡыҙ фамилияһы Баймөхәмәтова) 1958 йылдың 29 октябрендә[1] ул ваҡытта Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районының Темәс ауыл Советына ҡараған 3-сө урман заводы ҡасабаһында (посёлок Лесозавода № 3) тыуған.
1966 йылда Сибай ҡалаһында 1-се синыфты тамамлай һәм артабанғы уҡыуын, ата-әсәһе удар комсомол төҙөлөшөнә барғанлыҡтан, 1967 йылда Свердловск өлкәһе Качканар ҡалаһының 3-сө урта мәктәбендә дауам итә.
1976 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. 1978 йылда БДУ-ның ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, «Качканарский рабочий» ҡала гәзитендә үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.
1983 йылда журналист эшен Башҡортостан йәштәре гәзите «Ленинсы»—«Ленинец»та дауам итә, бында хәбәрсе, бүлек мөдире була.
1991 йылдан ижади эшмәкәрлеген «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһына арнай: «Аҙна»—«Неделя» ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙарын эфирға әҙерләп сығара.
1995 йылда Эльза Хорева Һупайлы (урыҫса Сипайлово) округы буйынса Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһына депутат итеп һайлана. Һөнәри нигеҙҙә Ҡануниәт, дәүләт төҙөлөшө һәм суд-хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса комитетта эшләй, Башҡортостан Республикаһының ҡайһы бер үҙгәрештәр һәм өҫтәлмәләр менән бөгөнгө көндә лә ғәмәлдә булған күпе кенә закондарын әҙерләүҙә туранан-тура ҡатнаша.
1999 йылда Ҡоролтай депутаты вәкәләтлектәре тамамланғандан һуң, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһындағы журналист эшенә кире ҡайта, бер үк ваҡытта Үҙәк телевидениеның 1-се федераль каналы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеп, уның «Доброе утро» программаһы өсөн республикабыҙ тормошон яҡтыртҡан сюжеттар әҙерләй.
2003 йылдан «Интерфакс» халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығының Башҡортостан буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләй.
2011—2018 йылдарҙа «Республика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррире була. 2018 йылдың майында был вазифаһынан үҙ теләге менән хаҡлы ялға китә[2].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Поздравление с юбилеем. Официальный сайт Союза журналистов РБ. 29 октября 2018 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2019)
- ↑ Главный редактор «Республики Башкортостан» объявила о своем уходе с работы. Сайт «mkset.ru» 2018, 29 апреля (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 октябрь 2018)
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Справочно-информационный ресурс «Кто есть кто в Республике Башкортостан»: Хорева Эльза Рахимьяновна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 октябрь 2018)
- Государственного Собрания - Курултая - Республики Башкортостан 1 созыва. Официальный сайт Государственного Собрания - Курултая - Республики Башкортостан. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 октябрь 2018)
- Портал «депутаты». «Открытая республика». (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 октябрь 2018)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вести. Интервью Вести. Интервью - Эльза Хорева, главный редактор газеты «Республика Башкортостан» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 октябрь 2018)
- Корреспондентам бюро "Интерфакс-Поволжье" в Башкирии вручены почетные грамоты "Башнефти". 25.12.09. Сетевое издание «Интерфакс-Россия». Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 октябрь 2018)
- Независимая Уральская газета (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 октябрь 2018)
- 29 октябрҙә тыуғандар
- 1958 йылда тыуғандар
- Баймаҡ районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостан журналистары
- СССР Журналистар союзы ағзалары
- «Республика Башкортостан» гәзите журналистары
- «Республика Башкортостан» гәзите баш мөхәррирҙәре
- 1-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары