Хыдырлык башняһы
Хыдырлык башняһы | |
Дәүләт | Төркиә |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Анталиә |
Хыдырлык башняһы Викимилектә |
Хыдырлык башняһы (төр. Hıdırlık Kulesi) Ҡайһы бер тарихсылар башняның барлыҡҡа килеүен был яҡтарҙа Рим хакимлығы осоронда, беҙҙең эраның II быуаты башында барлыҡҡа килгән тип фаразлай. Башняның тәғәйенләнеше тураһында бер төрлө генә фекер юҡ. Был турала бер нисә версия бар. Ҡайһы бер белгестәр фекекренсә, башня маяҡ булып хеҙмәт иткән, бухтаға инеүсе караптар уның яҡтылығына ҡарап йүнәлеш тотҡан. Башня диңгеҙҙән бик яҡшы күренә һәм, ысынлап та, бик яҡшы ориентир булып торған. Икенселәре башня стеналарының ҡалынлығын һыҙыҡ өҫтөнә алып, уның һаҡланыу функцияһын үтәүе тураһынды яҙған. Ул диңгеҙ яғынан һөжүм итеүселәрҙән ҡәлғә, ҡаланы һаҡлау өсөн бастион булараҡ хеҙмәт иткән. Эллин осоронда төҙөлгән квадрат нигеҙҙә ҙур ауыр барабан урынлашҡан. Ҡоролманың дөйөм бейеклеге — 13.5-се метр [1]. Инеү урыны көнсығыш фасад яғындағы ишек аша. Ҙур булмаған залдан тар баҫҡыс буйлап өҫкө ҡатҡа эләгергә мөмкин.Башня эсендәге диураҙарҙа күп һанлы фрескалар һаҡланып ҡалған. Беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән тасуирламаларға ярашлы башня элек осло булған, ул, күрәһең, Византия империяһы ваҡытында һүтеп алынған. Башняның эсендә ҙур квадрат таш киҫәге булыуы менән бәйле ҡайһы бер тарихсылар фекеренсә, башняның кәшәнә булыуы ла ихтимал. Хыдырлык башняһы Калеичи кварталының көньяҡ-көнсығыш осонда Караалиоглу паркының ситендә урынлашҡан. Әлеге көндә башня Анталиәгә килеүсе туристар өсөн күҙәтеү майҙансығы булып хеҙмәт итә.
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Antalya Kulesi Hıdırlık (төрөк телендә) 2010 йыл 10 ноябрь архивланған.