Хэундэ (пляж)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хэундэ
Рәсем
Дәүләт  Көньяҡ Корея
Административ-территориаль берәмек Хэундэгу һәм Пусан
Мираҫ статусы monument of Busan Metropolitan City[d]
Рәсми сайт sunnfun.haeundae.go.kr
english.visitkorea.or.kr/…
Вид в ночное время
Панорамный вид
Карта
 Хэундэ Викимилектә

Хуэндэ пляжы (кор. 해운대해수욕장?, 海雲臺海水浴場?해운대해수욕장?, 海雲臺海水浴場?) КӨньяҡ Кореяның Корея боғаҙындағы Пусан ҡалаһы пляжы. Корея ярымутрауына килгән сит ил туристары араһында иң билдәле һәм матур пляж.

Урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хэундэ пляжы Пусандың көнсығыш өлөшөнөң Хэундэгу районындағы Пусан тимер юл метроһынан 40 минуттағы Хэундэ станцияһы һәм халыҡ-ара Кимхэ аэропортынан бер сәғәтлек юлда урынлашҡан.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Хэундэның оҙонлоғо 1,5 км, киңлеге 30-ҙан алып 50 м-ға тиклем киңлегендәге ҡомло пляждарына барыу юлына киң ағас түшәмә һалғандар, шулай уҡ ҙур бер эскәмйә төҙөгәндәр. Пляжда урам барҙары, кафе, ресторандар эшләй, урамдарҙа музыканттар сығыш яһай, пляждан алыҫ түгел бер нисә ҡунаҡхана рәт-рәт булып теҙелгән. Ҡайһы бер урындарҙа ер аҫтынан ҡайнар шишмәләр атылып сыға, улар тән тиреһе, быуындар һәм ҡан баҫымы сиренән дауалай.

Сентябрҙән июнгә тиклем бында һыу инеүҙе тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, йыл әйләнәһенә Хэундэ пляжы Пусандың төп мәҙәниәт үҙәге булып тора. Бында бик күп фестивалдәр һәм башҡа мәҙәни саралар уҙғарыла, улар араһында йыл һайын үткәрелә торған халыҡ-ара кинофестивалдәр бар. 1988 йылдан башлап ғинуарҙа һыу температураһы 0 °C тиклем төшкәс, бында «Аҡ айыу» фестивале үткәрелә, уның барышында һалҡын һыүҙа йөҙөп моржланыу менән шөғөлләнеүсе кешеләрҙең ярыштары ойошторола.

Пляжда Көньяҡ Кореяның иң ҙур океанариумы урынлашҡан, улар эсендә бер нисә тематик балыҡ аквариумдары һәм диңгеҙ хайуандары тотолған асыҡ бассейн бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]