Эстәлеккә күсергә

Шаһиев Хәйҙәр Хызыр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хәйҙәр Хызыр улы Шаһиев битенән йүнәлтелде)
Шаһиев Хәйҙәр Хызыр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 октябрь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Кинйәбулат, Ишембай районы
Һөнәр төрө зоотехник, агроном
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Шаһиев Хәйҙәр Хызыр улы (29 октябрь 1953 йыл) — ауыл хужалығы һәм дәүләт эшмәкәре. 2000—2012 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы. СССР-ҙың халыҡ, Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ (1997), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2003), Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры. Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2010).

Хәйҙәр Хызыр улы Шаһиев 1953 йылдың 29 октябрендә Башҡорт АССР-ының [1]Ишембай районы Кинйәбулат ауылында тыуған.

1969—1973 йылдарҙа Стәрлетамаҡ совхоз-техникумының зоотехника бүлегендә уҡый һәм, махсус урта белем тураһында диплом алғас, үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген Ишембай районының «Ударник» колхозында баш зоотехник булып башлай.

1973—1978 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетында уҡый.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2005)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993)
  • Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) (1997)
  • «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2003)
  • Салауат Юлаев ордены (2008)
  • Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2010).
  1. хәҙер Башҡортостан Республикаһы