Шаһиев Хәйҙәр Хызыр улы
Шаһиев Хәйҙәр Хызыр улы һәм Шәһиев Хәйҙәр Хызыр улы мәҡәләләрен берләштерергә! |
Шаһиев Хәйҙәр Хызыр улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 29 октябрь 1953 (69 йәш) |
Тыуған урыны | Кинйәбулат, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | зоотехник, агроном |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Шаһиев Хәйҙәр Хызыр улы (29 октябрь 1953 йыл) — ауыл хужалығы һәм дәүләт эшмәкәре. 2000—2012 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы. СССР-ҙың халыҡ, Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ (1997), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2003), Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры. Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2010).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хәйҙәр Хызыр улы Шаһиев 1953 йылдың 29 октябрендә Башҡорт АССР-ының [1]Ишембай районы Кинйәбулат ауылында тыуған.
1969—1973 йылдарҙа Стәрлетамаҡ совхоз-техникумының зоотехника бүлегендә уҡый һәм, махсус урта белем тураһында диплом алғас, үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген Ишембай районының «Ударник» колхозында баш зоотехник булып башлай.
1973—1978 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетында уҡый.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2005)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993)
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) (1997)
- «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2003)
- Салауат Юлаев ордены (2008)
- Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2010).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһы
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Официальный сайт муниципального района Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Наш район. Почетные граждане. Шагиев Хайдар Хзырович 2018 йылдың 18 октябрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 октябрь 2018)
- Шагиев Хайдар Хзырович – биография. «Viperson» сайты (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 октябрь 2018)
- Википедия:Берләштерергә
- 29 октябрҙә тыуғандар
- 1953 йылда тыуғандар
- Кинйәбулатта тыуғандар
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ишембай районында тыуғандар
- 1-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- 2-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- 3-сө саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре
- Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре
- Шәхестәр:Кинйәбулат