Эстәлеккә күсергә

Хәлил Муллаҡаев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәлил Муллаҡаев
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1913
Тыуған урыны Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 1980
Һөнәр төрө мәҙәниәт хеҙмәткәре
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы

Хәлил Муллаҡаев (рус. Халиль Муллакаев) (тыуған 1913 — вафаты 1980 йыл) — ҡурайсы, Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы.

Хәлил Муллаҡаев 1913 йылда Баймаҡ районының Татлыбай ауылында тыуа. 1927 йылдан 1933 йылға тиклем Баймаҡ районының Түбә, Күсей, Учалы районының Поляковка, Магитогорск приискыларында шахтер, моторист, машинист, профсоюздарҙың шахта комитеты рәйесе булып эшләй[1].

1933—1934 йылдарҙа профсоюздар мәктәбендә, 1935—1938 йылдарҙа Башҡорт дәүләт сәнғәт техникумының (1936 йылдан Өфө музыка училищеһы) вокаль бүлегендә белем ала. Профсоюздар мәктәбендә һәм музыка училищеһында уҡыған осорҙа концерт бюроһында (1939 йылдан — филармония) эшләй, өҫтәүенә йыш ҡына радионан ҡурайҙа уйнай һәм йырлай.

1934 һәм 1936 йылдарҙа район, ҡала, зона олимпиадаларында ҡатнаша, ике тапҡыр Мәскәүҙә Бөтә Союз олимпиадаһында ҡурайҙа уйнап сығыш яһай. Аҡсалата, шулай уҡ сәғәт һәм велосипед менән бүләкләнә. Ҡурайында виртуоз уйнауы, халыҡ көйҙәрен яҡшы белеүе арҡаһында ул персональ стипендия алып уҡыуға өлгәшә.

Фольклорсы, «Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре» йыйынтығының автор‑төҙөүсеһе Лев Николаевич Лебединский Хәлил Муллаҡаевтан «Зимагорҙар» көйөн, «Салауат маршын» яҙып ала[2]. 1944 йылда Хәлил Муллаҡаев Башҡорт дәүләт филармонияһына ҡурайсы булып эшкә урынлаша, хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй[1].

Хәлил Муллаҡаев 1980 йылда вафат була.

Ю. И. Ғәйнетдинов. Ҡурай һәм ҡурайсылар. Өфө. 2014. Т. 1 000, — 424 бит.

Башҡорт дәүләт филармонияһы архивы мәғлүмәттәре.

  1. 1,0 1,1 [Ю. И. Ғәйнетдинов. Өфө. 2014. Т. 1 000, —424 бит]
  2. Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наиграши. Москва. 1965