Хәсәндағ
Хәсән тауы | |
---|---|
төр. Hasan Dağı | |
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Тау системаһы | Кесе Азия таулығы |
Арҡа йәки массив | Анатолий яҫы таулығы |
Вулкан формаһы | Стратовулкан |
Барлыҡҡа килеү дәүере | Голоцен |
Һуңғы атылыу | билдәһеҙ |
Түбәһе бейеклеге | 3253 м [1] |
Хәсән тауы (төр. Hasan Dağı) — Төркиәнең Аҡһарай илендәге (урындағы административ бүленеш) һүнгән стратовулкан.
Геологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауҙың бейеклеге - 3253 метр[1], ул үҙәк Кесе Азиялағы (Анатолия) иң бейек түбәләр араһында икенсе урынды биләй.
Киңлеге 4-5 саҡрымлыҡ кальдеры бар, ул беҙҙең эраға тиклем 7500 йыл элек барлыҡҡа килгән. Янартау һуңғы тапҡыр беҙҙең эраға тиклем яҡынса 6200 йыл элек урғылған. Ике башлы стратовулкан кальдер емерелеүенең 4 осорон кисерҙе. Хәҙерге заман ойошоуы һуңғы кальдерҙа барлыҡҡа килде. Көмбәҙҙәре лаванан ике төп түбә барлыҡҡа килтергән, көнбайыш түбәһе бейегерәк һәм ике вулкан кратеры бар. Хәсәндағты вулкан көлөнөң 25-тән ашыу лава ағымы һәм конусы уратып алған.
Чаталһөйүк
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәсән тауындағы вулкандың урғылыуы неолит осоронда төшөрөлгән ҡаялағы һүрәттәрҙә һынландырылған. Неолитик донъяның иң ҙур ҡалаһы Чаталһөйүктә йәшәүселәр, тау тирәһендә обсидиан йыйып, уларҙы күрше йәшәгәндәрҙең биҙәүестәренә алмаштырған. Обсидиандан яһалған көҙгөләр табыла. Чаталһөйүк халҡы өсөн Хәсән тауының әһәмиәтен ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр күрһәтә, уларҙың ҡайһы берҙәрендә тау ҡасаба халҡының торлаҡтары өҫтөнән күтәрелгән тау төшөрөлгән.
Туризм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауға артылыу яҡынса 6 сәғәт тәшкил итә. Түбәнән алыҫта ятҡан Каппадокияны индереп, Анатолий яҫы таулығына күренеш асыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Hasan Dagi (инг.) на сайте Global Volcanism Program Смитсоновского института (проверено 2 ноябрь 2018)