Хәсәнов Фәнир Миңлеғәлим улы
Хәсәнов Фәнир Миңлеғәлим улы | |
Тыуған көнө | 1 июнь 1943 (81 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Солтанморат, Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Хәсәнов Фәнир Миңлеғәлим улы (рус. Хасанов Фанир Миннигалимович; (1 июнь 1943 йыл — 1994 йыл) — партия органдары хеҙмәткәре һәм хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнир Миңлеғәлим улы Хәсәнов 1943 йылдың 1 июнендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Солтанморат ауылында тыуған. Милләте татар, юғары белемле — 1976 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1964 йылда зооветеринар техникумын тамамлағандан һуң Баймаҡ районының Фрунзе исемендәге колхозында ветеринар участкаһы мөдире булып башлай.
1964—1967 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
Армиянан ҡайтҡас, Мәләүез районында эшләй: ветеринар участкаһында — мөдир, партия комиссияһы рәйесе, сусҡасылыҡ комплексы етәксеһе була.
1979—1984 йылдарҙа район-ара «Сельхозхимия» берекмәһендә етәксе булып эшләй.
1984—1991 йылдарҙа КПСС-тың Мәләүез район комитетының икенсе, шунан беренсе секретары булып эшләй.
1992 йылдан "Салауат" акционер компанияһының "Осҡон" фирмаһы директоры вазифаһын башҡара[1]
1990 йылда — Мәләүез районы, 237-се Ергән һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.[2][3]
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғаиләһендә ул һәм ҡыҙ үҫтергәндәр.
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34
- ↑ Государственное Собрание —Курултай Республики Башкортостан
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104