Эстәлеккә күсергә

Циклоптар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Одиссей һәм циклоп Полифем
Полифем
«Циклоп», Одилон Редон картинаһы (1914)

Циклоп[1][2] йәки кикло́пы[3][4] («түңәрәк күҙлеләр», һ. б. бор. грек. κύκλος — «түңәрәк» һәм όψις — «күҙ») — боронғо грек мифологияһында[5] персонаждар төркөмө, төрлө фараздарҙа илаһи заттар (Гея һәм Уран балалары) йә иһә һирәк осрай торған халыҡ.

Циклоптар — бер күҙле өс алпамыша, (Гея һәм Уран балалары[6], «Громовой») һәм Стероп (Στερόπης, «Балҡыусы»)[7].

Аталары циклоптарҙы тыуыу менән бәйләп, Тартарға ырғыта[8]. Уран ҡолатылғас, уларҙы титандар азат итә, әммә Кронос тағы уларҙы бығаулай[9].

Зевс Кронос менән тәхет өсөн көрәш башлай. Циклоптар титандар менән барған һуғышта олимпия аллаларына ярҙам итһен өсөн Зевс уларҙы Тартарҙан сығара. Быны ул циклоптарҙың әсәһе Гея кәңәше буйынс эшләй. Циклоптар Зевсҡа перундарҙы (күк күкрәүен һәм йәшендәрҙе) ҡойоп бирәләр[10]. Зевс уларҙы титандар өҫтөнә яуҙыра. Аидҡа улар шлем, Посейдонға трезубец ҡойоп бирәләр[11], Гефест менән Афинаны һөнәргә өйрәтәләр[12].

Титаномахия тамамлағандан һуң да циклоптар Зевсҡа хеҙмәт итеүҙәрен дауам итәләр — йәшен йәшнәтеүсегә ҡорал ҡоялар. Бронт һәм Стероп тимерҙе Гефест тимерлегендә ҡоялар тип телгә алыныла[13].

Циклоптарҙы Аполлон юҡ итә. Быны ул Зевс йәшене менән Аполлондың улы Асклепийҙы[14] һәләк иткәс эшләй (ә был перунды циклоптар ҡойған була).

Уларҙан һуң тимерлектә Гефест эшләй башлай.

  1. Седьмое путешествие Синдбада
  2. Циклоп
  3. Перси Джексон и Море чудовищ
  1. произношение латинского варианта циклоп (лат. cyclōps)
  2. М.В. Белкин, О. Плахотская. Еврипид // Античные писатели. Словарь. — СПб: Лань, 1998.
  3. [ Киклопы] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  4. Фридрих Любкер. |Иллюстрированный словарь античности — М.: «Эксмо», 2005. — C. 996.
  5. Мифы народов мира. М., 1991-92. В 2 т. Т.1. С.648-649,Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей. М., 2001. В 3 т. Т.1. С.399-400
  6. Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 1, 2 далее
  7. Гесиод. Теогония 139—140
  8. Псевдо-Аполлодор.
  9. Псевдо-Аполлодор.
  10. Гесиод. Теогония 141
  11. Псевдо-Аполлодор.
  12. Орфика, фр.179 Керн = Прокл. Комментарий к «Кратилу» Платона 389b
  13. Вергилий.
  14. Гесиод. Перечень женщин, фр.52, 54а М.