Эстәлеккә күсергә

Цимлянск урамы (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Цимлян урамы (Өфө) битенән йүнәлтелде)
Цимлянск урамы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Оҙонлоҡ 480 ± 1 метр
Почта индексы 450043

Цимлянск урамыӨфөнөң Калинин районы . Инорс тораҡ пунктында урынлашҡан

Почта индексы — 450043, ОКАТО коды — 80401370000

Өфө йылғаһы яры буйында урынлашҡан.

Транспорт урамы һәм Георгий Мушников урамы яғына сығыу— Инорс транспорт артерияһы хеҙмәтләндерә.

Урам үҙенең исеме менән Ростов өлкәһендәге Цимлянск ҡаласығына бәйле, дөрөҫөрәге Дон йылғаһы буйындағы Цимлянск Гидроэлектростанцияһы исеменән килә. Бейеклеге 32 метр тәшкил иткән гидрогигант эксплуатцияға 1952 йылда индерелә. Яҡынса шул ваҡыттарҙа Өфөнөң  ИНОРС районы ситтәренән УМЗ (хәҙер Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе) хеҙмәткәрҙәренә Өфө йылғаһы буйынан ерҙәр бүлеп бирә башлайҙар[1].