Чарльтон Бобби

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чарльтон Бобби
ингл. Bobby Charlton
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the United Kingdom (1-2).svg Бөйөк Британия
Спортта ил өсөн сығыш яһай Flag of England.svg Англия
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Robert Charlton
Тыуған көнө 11 октябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1][2][3][…] (85 йәш)
Тыуған урыны Ашингтон[d], Нортамберленд[d], Англия, Бөйөк Британия
Бер туғандары Чарльтон, Джек[d]
Балалары Suzanne Charlton[d]
Туған тел инглизсә
Һөнәр төрө футболсы, автобиограф, футбол тренеры
Эшмәкәрлек төрө Футбол[4]
Командалағы уйын позицияһы ярым һаҡсы[d] һәм нападающий[d]
Уҡыу йорто Bedlingtonshire Community High School[d]
Loreto Grammar School[d]
Спорт командаһы ағзаһы Бангор Сити[d], Манчестер Юнайтед[d], Престон Норт Энд[d], Уотерфорд Юнайтед[d], сборная Англии по футболу[d], Мельбурн Виктори[d], Манчестер Юнайтед[d], English Schools' Football Association[d], юношеская сборная Англии по футболу[d] һәм молодёжная сборная Англии по футболу[d]
Тренер спортивной команды Уиган Атлетик[d] һәм Престон Норт Энд[d]
Сәләмәтлек торошо деменция[d][5][6]
Спорт төрө Футбол
Ҡатнашыусы Чемпионат мира по футболу 1970[d], Чемпионат мира по футболу 1966[d], Чемпионат мира по футболу 1962[d], Чемпионат мира по футболу 1958[d] һәм Чемпионат Европы по футболу 1968[d]
Ғәскәр төрө Британская армия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Число сыгранных матчей/спортивных стартов 2[7]
Бейеклеге/буйы 173 сантиметр
Количество голов за карьеру 0[7]
Фолловерҙар һаны 224 737
Commons-logo.svg Чарльтон Бобби Викимилектә

Сэр Роберт Чарльтон (Чарлтон)[8] (ингл. Sir Robert Charlton; 11 октябрь 1937 йыл), Бобби Чарльтон булараҡ билдәле (ингл. Bobby Charlton) — инглиз футболсыһы, Англия йыйылма командаһы составында донъя чемпионы һәм 1966 йылда «Алтын туп» эйәһе. Карьераһының күп өлөшөн "Манчестер Юнайтед"та үткәрә, капитан була. Чарльтон һөжүм итеүсе ярымһаҡсы була, дриблинг, тура пас биреү һәм тупты алыҫҡа тибеү оҫтаһы була. Күптыр уны Англияның барлыҡ замандарының бөйөк футболсыларының береһе тип таный[9].

Чарльтон "Манчестер Юнайтед"тың төп составында 1956 йылда сығыш яһай башлай, ә киләһе ике миҙгел дауамында үҙенә ныҡлы урын тәьмин итә. 1958 йылдағы Мюнхен авиаһәләкәтендә иҫән ҡала, һуңынан «Юнайтед»ҡа 1964/65 һәм 1966/67 йылдар миҙгелендә Беренсе дивизионда еңергә ярҙам итә. 1966 йылда Чарльтон Англия йыйылма командаһы менән бергә донъя чемпионы була. Чарльтон капитан булған «Юнайтед» командаһы 1968 йылда Европа чемпиондары кубогын яулаған беренсе инглиз клубы була. «Манчестер Юнайтед» өсөн гол индереү буйынса күп йыллыҡ рекордсы (1973—2017). Шулай уҡ ул «Юнайтед» өсөн үткәргән уйындар һаны буйынса ла оҙаҡ йылдар рекорд эйәһе (758[10]). Бары тик 2008 йылдың 21 майында Мәскәүҙә үткән УЕФА чемпиондары лигаһының финалында ғына Райан Гиггз уны үтеп китә.

1970 йылда Англия йыйылма командаһы өсөн карьераһын тамамлар алдынан уға йыйылма команда өсөн иң күп уйын рекорды ла (106 уйын) уға тура килә. Һуңыраҡ был рекордты Бобби Муром, унан һуң Питер Шилтон уҙып китә.

"Манчестер Юнайтед"тан 1973 йылда, «Норт Преста Энд»ҡа уйнаусы тренер булып китә[11], әммә 1975 йылда тренер карьераһын тамамлай. 1983 йылда «Уиган» директоры була, бер йылдан һуң — "Манчестер Юнайтед"тың директорҙар советы ағзаһы, әлегә тиклем ошо поста ҡала. Чарльтон 47 йылдан ашыу (1968—2015) Англия йыйылма командаһы өсөн индергән голдар һаны (49) буйынса рекорд эйәһе булып ҡала, 2015 йылдың сентябрендә уны "Манчестер Юнайтед"тың икенсе форварды — Уэйн Руни үтеп китә. 1994 йылда Чарльтон Боббиға рыцарь дәрәжәһе бирелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Sir Bobby Charlton // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  2. Sir Bobby Charlton // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
  3. Sir Bobby Charlton // Discogs (ингл.) — 2000.
  4. https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=xx0039800
  5. https://sports.yahoo.com/sir-bobby-charlton-diagnosed-dementia-134459383.html
  6. https://www.telegraph.co.uk/football/2020/11/01/sir-bobby-charlton-diagnosed-dementia/
  7. 7,0 7,1 UEFA.com (ингл.) — 1998.
  8. ЧА́РЛТОН (билдәһеҙ). Большая российская энциклопедия. 2020 йылдың 18 август көнөндә архивланған.
  9. Sir Bobby Charlton (билдәһеҙ). National Football Museum.
  10. Giggs nears Reds all-time record  (инг.), BBC Sport (03.05.2008).
  11. Bobby Charlton (билдәһеҙ). Britannica.com. Архивировано 19 февраль 2012 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]