Чегодаева Нора Павловна
| Чегодаева Нора Павловна | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Хеҙмәт итеүе | СССР |
| Тыуған көнө | 1905 |
| Вафат булған көнө | 1971 |
| Һөнәр төрө | тәржемәсе |
| Уҡыу йорто | М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия |
| Хәрби звание | Капитан |
| Һуғыш/алыш | гражданская война в Испании[d], Бөйөк Ватан һуғышы һәм Волховский фронт[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Чегодаева Нора Павловна (1905 йыл —1971 йыл)[1] — совет тәржемәсеһе, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡатын-ҡыҙ снайперҙар әҙерләү үҙәк мәктәбе директоры, Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы капитаны[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нора — революционер, СССР юстиция халыҡ комиссариатында эшләгән Павел Чегодаевтың ҡыҙы[3]. М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияны (хәрби академия тамамлаған тәүге биш ҡатын-ҡыҙҙың береһе) тамамлай[4]. Француз, немец һәм испан телдәрендә иркен һөйләшә[5], Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында тәржемәсе булып хеҙмәт итә. Халыҡ-ара Ленин мәктәбендә эшләй[5].
Испаниялағы Граждандар һуғышында Икенсе Испан Республикаһы яғында ҡатнаша, алғы һыҙыҡта Н. Н. Вороновта («Вольтер») тәржемәсе булып хеҙмәт итә[5]. Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[1].
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ҡатын-ҡыҙ снайперҙар әҙерләү үҙәге мәктәбен етәкләй, Волхов фронтында эшләй. Буласаҡ ҡатын-ҡыҙ снайперҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар авиация полкының личный составын әҙерләй. Ҡатын-ҡыҙ снайперҙар әҙерләү үҙәге мәктәбе 27 ай эшләй. Ошо ваҡытта өс төп набор үткәрелә, шуларҙың араһынан икенсеһе - иң күп һанлыһы була - — 887 кеше снайперҙар мәктәбендә белем ала [6]. 1943 йылда СССР-ҙың Кубалағы илселегенә дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыу маҡсатында ебәрелә.
Һуғыштан һуң «Новое время» журналының француз телендәге ҡушымтаһы мөхәррире булып эшләй[3].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 Левин, 1986
- ↑ ЖЕНСКАЯ СНАЙПЕРСКАЯ ШКОЛА (рус.)
- 1 2 3 Левин, 1986, с. 49—51
- ↑ Снайпер Валентина 2016 йыл 20 июнь архивланған. (рус.)
- 1 2 3 Старинова, 2017
- ↑ ЖЕНСКАЯ СНАЙПЕРСКАЯ ШКОЛА
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иммануил Левин. Записки военного переводчика: язык и «языки». — Москва: Московский рабочий, 1986.
- Анна Старинова. Наша союзница – ночь. — Litres, 2017. — 442 с. — ISBN 9785040056804.