Эстәлеккә күсергә

Челубей

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Челубей
Зат ир-ат
Тыуған көнө билдәһеҙ
Тыуған урыны билдәһеҙ
Вафат булған көнө 8 сентябрь 1380
Вафат булған урыны Куликово поле[d], Бөйөк Мәскәү кенәзлеге
Үлем төрө һомицид[d]
Үлем сәбәбе яуҙа һәләк була[d]
Км үлтергән Александр Пересвет[d]
Васнецов В. М. Пересвет менән Челубей алышы. 1914
Дмитрий Донской һәм үлтерешкән Александр Пересвет һәм Челубей кәүҙәләре

Челубе́й (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Чалабай, Челибей, Темир-Мирза йәки Таврул) — XV быуатта яҙылған «Сказания о Мамаевом побоище» тигән әҙәби әҫәр персонажы.

«Сказание о Мамаевом побоище» хикәйәтендә һүрәтләнеүенсә, Челубей физик көс менән генә түгел, хәрби оҫталык менән дә айырылып тора. Сюжет йөкмәткеһе буйынса, 1380 йылдың 8 сентябрендә Куликово һуғышы башланыр алдынан Мамай төмәне ғәскәрҙәренән төрки баһадир Челубей һәм урыҫтар яғынан инок Александр Пересвет алышырға сыға һәм ике алышсы ла, бер үк ваҡытта бер-береһенә Һөңгө ҡаҙап, ошо һуғышта, йәнәһе лә, икеһе лә һәләк була.

Ләкин был эпизод та, Челубей ҙа, Пересветтың инок булыуы ла, моғайын, уйлап сығарылғандыр[1]. Мәҫәлән, ошо яу тураһында бәйән ителгән «Задонщина» хикәйәтендә Пересвет, яуҙың иң ҡыҙыу мәлендә, яланда «поскакивает на своём добром коне, а злачёным доспехом посвельчивает», йәғни һуғыш кейемдәрен ялтыратып, атта сабып йөрөй, ә шул уҡ ваҡытта «иные лежат посечены», йәғни үлеп ятыусылар бар[1][2].

«Сказания…»-ның төрлө варианттарында бәшнәктең исемдәре төрлөсә атала: «Темир-мурза» (Киев митрополиты Киприан бәйәнендә), «Таврул». «Челубей» исеме «Киевский синопсис»-тың 1680 йылғы өсөнсө баҫмаһында килеп сыға[3], тап шул баҫманан «Сказания…»-ның лубок традициялары башланып китә. Из чной литературы XVIII—XIX быуаттарҙағы лубок әҙәбиәтенән «Челубей» исеме үҙенән алдағы барлыҡ исемдәрен тулыһынса ҡыҫырыҡлап сығарып, нәфис әҙәбиәткә һәм сәнғәткә лә инеп китә[4].

«Челубей (Чалабай)» — яңғырашы буйынса ла, төҙөлөшө буйынса ла фекер йөрөткәндә, ул төрки сығышлы. Бәлки ул ысынлап та селәби булғандыр, йәғни шул титулға эйә бер етәксе. 1393 йылда Икенсе Болгар батшалығының баш ҡалаһы Велико-Тырновоныяулап алған Морат Беренсенең улы «Селәби әмир» исемен йөрөткән бит[4].

Челубей образы мультипликацияла

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 Никитин А. Л. Основания русской истории. Мифологемы и факты. АГРАФ. Москва. 2001.
  2. Задонщина
  3. Іоанн Армашенко. Синопсис. Киев, 1680, с. 160.
  4. 4,0 4,1 Чистякова Е. В. Синопсис. // Вопросы истории. 1974, № 1, с. 215—219