Бөйөк Мәскәү кенәзлеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөйөк Мәскәү кенәзлеге

Мәскәү кенәзлеге территорияһының артыуы
Мәскәү кенәзлеге территорияһының артыуы

 
 
 
Баш ҡала

Москва

Эре ҡалалары

Мәскәү, Владимир, Суздаль, Вологда, Коломна, Серпухов, Ярославль, Бөйөк Ростов, Дмитров, Кострома, Галич

Телдәр

боронғо урыҫ теле

Дин

православие

Халҡы

1460-сы йылдарҙа 3 млн.

Идара итеү формаһы

феодаль монархия

Династия

Рюриковичтар

Мәскү кенәздәре исемлеге, Мәскәү бөйөк кенәздәре исемлеге, Бөтә Русь Бөйөк кенәзе
 • 12631303

Даниил Александрович (беренсе)

 • 14621505

Иван III Васильевич (һуңғыһы)

Тарихы
 • 1236 йыл тирәһе

Тәүге тапҡыр удел булып бүленгән

 • 1263

Яңынан удел булып бүленгән

 • 1363

Бөйөк кенәзлек

 • 1478

Новгород еренең ҡушылыуы

 • 1478

монарх титулы «бөтә Русь Бөйөк кенәзе»

 Бөйөк Мәскәү кенәзлеге Викимилектә

Бөйөк Мәскәү кенәзлеге — 1263 йылдан 1478 йылға тиклем булған урта быуат урыҫ кенәзлеге[1]. Башта урҙа хандары биргән бөйөк кенәзлек ярлығы өсөн башҡа удел кенәзлектәре менән ярышыусы Бөйөк Владимир кенәзлеге уделы булған.

XIV быуат[2] башында Көньяҡ-Көнбайыш Русь биләмәләренән хеҙмәтле кешеләрҙең байтаҡ контингентының килеп ҡушылыуы Мәскәүҙең көсәйеүенә килтергән.

1325 йылда киев митрополиты Пётрҙың кафедраһын Владимирҙан Мәскәүгә күсереү ҙә уның Рустә абруйын артабан да нығытырға булышлыҡ иткән.

1330-сы йылдарҙан башлап мәскәү кенәздәре, һирәк тайпылыштарҙы иҫәпләмәгәндә — бөйөк кенәз титулын йөрөтөүсе, урыҫ ерҙәрен йыйыу буйынса әүҙем сәйәсәт үткәреүсе итеп күрһәткән.

Урҙаға ҡаршы көрәште етәкләгән Дмитрий Донской кенәзлеге осоронан алып, бөйөк кенәзлек бурысын үтәү мәскәү кенәздәренең нәҫел буйынса тапшырылған хеҙмәтенә әүерелгән[1]. Шул ваҡыттан алып Владимир һәм Мәскәү кенәзлектәре бер-береһенән айырылғыһыҙ булған.

Мәскәү кенәздәре биләмәләренең артабан киңәйеүе һәм властың үҙәкләшеүе һөҙөмтәһендә XV быуат аҙағында Бөйөк Мәскәү кенәзлеге Урҙа бойондороҡһоҙлоғонан азат ителгән берҙәм Рус дәүләтенең үҙәгенә әүерелә.

1485 йылдан (ҡайһы бер документтарҙа элек тә) Мәскәүҙең бөйөк кенәзе Иван III Васильевич даими рәүештә «бөтә Рәсәй государы» тип, ҡайһы бер документтарҙа ул — батша, ҡайһы бер сит ил сығанаҡтарында ул кайзер һәм император тип йөрөтөлә[3].

Рәсәй монархтарының тарихи ерҙәренең береһе булараҡ Мәскәү кенәзлеге хаҡында телгә алыу батша титулында 1917 йылға тиклем һаҡланған.

Кенәзлектең бүленеп сығыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Всеволод Большое Гнездо улы Владимир Всеволодович (1213) тәүге Мәскәү кенәзе була. Батыйҙың һөжүме ваҡытында бөйөк кенәз улы Юрий Всеволодович Мәскәүҙә була. 1238 йылдың 20 ғинуарында монголдар ҡаланы яулай, Владимир әсирлеккә эләгә һәм 3 февралдә ҡамауҙағыларға психологик тәьҫир күрһәтеү маҡсатында Владимир ҡкалаһы диуарҙары янында үлтерелә.

1246—1248 йылдарҙа Мәскәү менән Михаил Ярославич Хоробрит идара итә ине (был факт бөтә йылъяҙмаларҙа ла телгә алынмай һәм бәхәсле тип иҫәпләнә). Атаһы үлгәндән һуң, уның өлкән ағалары Александр (Невский) менән Андрей ярлыҡтар алырға хандарға барғас, лествичный хоҡуҡ буйынса бөйөк кенәзлек Святослав Всеволодовичҡа тапшырыла, әммә Святослав Михаил тарафынан ҡыуыла. Михаил Ярославич Хоробрит бик аҙ ваҡыт идара иткән, ҡышын (1248 йылдың 15 ғинуарында) Протва йылғаһы буйында литвалар менән һуғышта һәләк була. Уның мәйете Владимирҙың Успение соборына күсерелә. Михаил Хоробрит яуҙа һәләк булған һуңғы бөйөк рус кенәзе була. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Михаил үлгәндән һуң уның кескәй улы Борис тороп ҡалған. Ул атаһының туғаны Александр Невскийҙың рөхсәте менән Мәскәү кенәзлегенә ултыртыла. Борис Михайлович, үҫмер көйө, 1263 йылға тиклем, вафат була.

Александр Невскийҙың кенәзлеге шул уҡ 1263 йылда васыят буйынса уның кесе улы — Даниил Александровичҡа бүленә. Әммә Мәскәү кенәзе булараҡ ул беренсе тапҡыр 1283 йылда телгә алына[4]. Мәскәү кенәзлеге Даниил Александровичтың вариҫтарына ҡалдырыла. Даниилдың улы — Дмитрий Донскойҙың олатаһы Иван I (Калита). Әммә ошо ваҡыт дакуамында Мәскәү кенәзлеге Бөйөк Владимир кенәзлеге составында удел кенәзлеге булған.

Тәүҙә Мәскәү кенәзлеге Мәскәү йылғаһының урта ағымындағы ерҙәрҙе үҙ эсенә алған. Уның баш ҡалаһы Мәскәү кенәзлектең берҙән-бер ҡалаһы булған[1].

Тышҡы сәйәсәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәү кенәздәре йортона нигеҙ һалғанда, кенәзлек Мәскәү йылғаһы бассейны менән сикләнгән һәм Окаға сығыу юлы булмаған бик бәләкәй биләмәне биләй ине. Өлкән ағалы-энеле Дмитрий һәм Андрей Александровичтарҙың Төньяҡ-Көнсығыш Русь биләмәһендә Владимир кенәзе идаралығын урынлаштырыу өсөн үҙ-ара һуғышы аҙағында (1281—1293) Даниил Дмитрийҙың союздашы була, һәм Урҙа Дюденев ғәскәре (Дюденева рать) шул иҫәптән Мәскәү кенәзлеген дә емерә (1293).

Һарай ханы Туҡтай Нуғай улусын (Урта Поднепровье) юҡ иткәндән һәм 1299 йылда Киевты талағандан һуң, хәл үҙгәргән. Был ваҡытта элек Нуғай йоғонтоһо аҫтында булған Көньяҡ Рәсәй ерҙәренән байтаҡ хеҙмәтле кешеләр Мәскәү хеҙмәтенә күскән[2][5].

Мәскәү кенәздәре һарайының һан яғынан артыуы уларға әүҙем тышҡы сәйәсәт алып барырға мөмкинлек биргән — Мәскәү кенәзлеге биләмәһе артҡан хеҙмәтле кешеләр һаны уларҙың дәғүәләрен ҡәнәғәтләндерерлек булмауы арҡаһында Даниил һәм Юрий әүҙем экспансионистик ынтылыштарын тормошҡа ашырырға тырышҡан[2].

1301 йылда Даниил Рязань кенәзе Константин Романовичты ҡыйрата, әсир итә һәм Коломна ҡалаһын ала. 1302 йылда Даниил ағаһының балаһыҙ улы Иван Дмитриевичтың васыяты буйынса вариҫһыҙ Переславль-Залесскийҙы ала (унан һуң ул Владимир кенәзлегенә ярлыҡ алған Михаил Тверскийға күсә)[5]).

1303 йылда Даниил үлеп китә, шул уҡ йылда уның биш улының иң өлкәне Юрий, Смоленск еренә барып, Можайск ҡалаһын ала. Юрий тәхетен мираҫҡа Иван Калита алған. Күп кенә тарихсылар (Н. М. Карамзин, С. М. Соловьёв, Д. И. Иловайский) Иван Калитаны беренсе «Рәсәйҙе йыйыусы» итеп ҡарай һәм уның ҙур дәүләтсел аҡылын күрә. В. И. Сергеевич «Мәскәү биләмәһенә ҡайһы бер милек ҡуша алған», — ти.

Ул «Мәскәүҙең дәүләт ҡеүәтенә нигеҙ һалыусы түгел, һәм уның дәүләткә ҡаршы бөтә эҙемтәләре менән, кенәзлек итеүгә хосуси милек итеп тәүәккәл ҡараған хаким ғына һәм ул Мәскәүҙең дәүләт ҡеүәтенә нигеҙ һалыусы тип әйтеп булмай»[6].

Д. И. Иловайский фекеренсә, Мәскәү ере Иван Калита заманында «Можайск, Звенигород, Мәскәү һәм Коломна ҡалалары менән Мәскәү йылғаһының бөтә ағымын үҙ эсенә алған; артабан ул, Кашира һәм Серпухов ҡалалары менән, көньяҡ-көнбайышҡа Коломнанан Ока буйлап өҫкә һуҙылған.

Ә Мәскәү биләмәләре төньяҡ-көнсығышҡа табан, Углич һәм Кострома кеүек Волга буйы ҡалаларын индереп, Волга буйының бер өлөшөн үҙ эсенә алған». Ул ерҙәр алыҫҡа, Волганың төньяҡ яғына ла, сыҡҡан; Калита урындағы ярлыланған кенәздәрҙән Угличты ғына түгел, Галич Мерский һәм Белозерскты ла һатып алған"[7].

В. И. Сергеевич ер һатып алыуҙарҙы Иван Калитаға ҡайтарылыуын шик аҫтына ҡуя, сөнки уның васыятында Галич, Белоозерск һәм Углич юҡ; улдарының васыяттарында ла улар юҡ, һәм был ҡалаларға тәүгә Дмитрий Донской идара иткән[8]. Васыятнамәлә ошо ваҡыттан алып Владимир-Суздаль кенәзлеге составына ингән Переяславль-Залесский ҙа телгә алынмай[9].

Ул ваҡытта Тверь һәм Рязань кенәздәре Мәскәү кенәзе менән тиң хоҡуҡлы союздаштар булараҡ килешеү төҙөгән һөйләшә. Улар хатта Урҙа менән дә туранан-тура бәйләнешкә инә, ханға яһаҡты үҙҙәре ташый. Рязань кенәздәре бөйөк кенәздәр тип аталған. Тверь кенәздәре 1382 йылға тиклем Владимир бөйөк кенәзлеге өсөн Мәскәү менән конкуренция алып барған, йәғни ярышҡан.

1382 йылдан алып Бөйөк Тверь кенәзлеге булған. Дмитрийҙың Михаил (1375 йыл) менән татарҙар тураһында килешеүендә былай тиелгән: «Беҙ татарҙар менән татыу булабыҙмы, хәлдән сығыу юлын эҙләйбеҙме — был беҙҙән тора; татарҙар беҙгә йәки һиңә һөжүм итһә, бергә ҡаршы торорбоҙ барһа, әгәр беҙ уларға яу менән барһаҡ, һин дә беҙҙең менән барырһың»[10].

Бындай осраҡта Тверь кенәзе Мәскәү кенәзен өлкән ағай тип аталға мәжбүр булған, әммә ул ваҡытта был артыҡ әһәмиәткә эйә булмаған. Походҡа сығыуға килгәндә, ғәҙәттә, әгәр Мәскәү кенәзе атҡа ултырһа, килешеү төҙөгән кенәз дә атҡа ултырырға тейеш булған; Мәскәү кенәзе воевода ебәрһә, килешеү төҙөгән кенәз дә ебәрергә тейеш, тиелгән. Тик, Дмитрий Донской менән төҙөлгән килешеү буйынса, хатта бөйөк кенәздең ике туған ҡустыһы Владимир Андреевич яу ҡырына сыҡҡанда ла, Тверь кенәзе туғанына ҡаршы яуға барырға бурыслы булған.

Тверь кенәзе Михаил Александрович менән Василий Дмитриевич килешеүендә походҡа сығыу йөкләмәһе бөтөнләй юҡҡа сыға. Рязань кенәзе Олег Иванович 1381 йылда үҙен Мәскәү кенәзенең «кесе энеһе» тип таный, әммә 1385 йылда уҡ Мәскәүҙән Коломна ҡалаһын тартып ала; 1387 йылда митрополит баҫымы аҫтында рязанлылар Коломнаны мәскәүлеләргә ҡайтара һәм тиң хоҡуҡлы «мәңгелек тыныслыҡ» төҙөй.

Дмитрий улы Василий I Мәскәү биләмәләрен арттырыуҙы дауам иткән. Урҙала булғанда (1392) ул ике туған бабаһы Василий Борис Константинович биләгән Түбәнге Новгород кенәзлегенә ярлыҡ һатып алған (1408—1415 йылдарҙа Иҙеүкәй тарафынан тергеҙелә). Түбәнге Новгородтан тыш, шул ярлыҡ буйынса, Василий Городец, Муром, Мещёра, Тарусаны һатып ала. Василий I-нең бер улы ғына ҡалған; бындай хәл дәүләт территорияһының нығыныуына булышлыҡ иткән.

Бөйөк Литва кенәзлеге менән мөнәсәбәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәү кенәзлегенең 1300—1462 йылдарҙағы үҫеше

Семён Гордый бөйөк Литва кенәзенең ҡыҙы Гедиминға өйләнгән. Смоленск кенәзлеге, Алтын Урҙа ханына яһаҡ түләүҙән ҡотолорға теләп, Литва менән союзға инә, 1340 йылда урҙа-мәскәү-рязань походының берлектәге маҡсаты була, ләкин 1351 йылда Семёндың походынан һуң ғына Литва менән союздан баш тартырға мәжбүр була.

1349 йылда Ольгерд Гедиминович Мәскәүгә ҡаршы Урҙа менән союз төҙөргә маташа, әммә уңышлы булмай. Шул уҡ йылда ул Тверь княжнаһы Ульяна Александровна менән икенсе никахҡа ингән, ә Василий Кашинскийҙың улы Семёндың ҡыҙына өйләнгән. Ошо ике династиялы никах 1367—1375 йылдарҙағы Мәскәү-Тверь һуғышында һәм 1368—1372 йылдарҙағы Мәскәү-Литва һуғышында көстәрҙе ҡуйыуҙы алдан билдәләгән. Ольгердтың ғәскәре 1367 йылда төҙөлгән аҡ ташлы Мәскәү ҡәлғәһенең оборонаһын үтә алмаған.

Ольгерд (1377) вафат булғандан һуң, Литва кенәзлегенең бер өлөшө Мәскәү кенәзе Дмитрий яғында Куликов һуғышында (1380) ҡатнаша (ә бөйөк кенәз Ягайло етәкселегендә татарҙар менән ҡушылыуға килгән литва полктары яуҙа ҡатнашмаған).

Василий I Дмитриевич Витовтың ҡыҙына өйләнә һәм, поляк-литва унияһына ҡаршы булған Свидригайло Ольгердовичты (1408) үҙендә ҡабул итһә лә, кескәй Василий II Тёмный Васильевич (1425) янында фактик хаким вазифаһын Софья Витовтовна башҡарған. Ә Тверь, Рязань һәм Пронский кенәзлектәре уның атаһының өҫтөнлөгөн таныған.

1449 йылда Василий Васильевич менән Казимир IV араһында килешеү төҙөлә. Уның буйынса ике яҡ та үҙҙәрендә үҙҙәренең сәйәси дошмандарын ҡабул итмәү, ә Литва Мәскәү менән Новгород араһындағы мөнәсәбәттәргә ҡыҫылырға тейеш булмауы килешелгән.

Алтын Урҙа менән мөнәсәбәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сергий Радонежский Куликов алышы (Мамай оло яуы) алдынан Пересветты фатихалай. XVI быуат миниатюраһы

1317 йылда Юрий Данилович Үзбәк хандың һеңлеһе Кончакаға өйләнә. Новгород ғәскәре менән ҡушылып өлгөрмәйенсә, Юрий менән Кавгадыйҙың урҙа отрядын тверь ғәскәрҙәре ҡыйрата (Бортенев һуғышы). Урҙа илсеһе Тудан улы Щелканға ҡаршы Тверь ихтилалынан һуң (1327), Тверь урҙаның 50 меңлек ғәскәре, мәскәү һәм суздаль отрядтары тарафынан ҡыйратыла. 1359 йылда Урҙала власть өсөн башланған көрәш менән файҙаланып, Мәскәү баярҙары Владимирҙан Суздаль кенәзе Дмитрий Константиновичты (1363) ҡыуып сығара.

1370-се йылдар башына Алтын Урҙала бәкләрбәк Мамайҙың һәм уның ставленниктарының өҫтөнлөгө асыҡлана. 1371 йылда Тверь кенәзе Михаил Александрович Урҙала бөйөк кенәзгә ярлыҡ һатып алып, улын аманатҡа ҡалдыра. Дмитрий ҡалаларҙан Михаилды ҡабул итмәү антын ала, Переяславль-Залесскийҙа ғәскәре менән тора һәм урҙа илсеһенә «Ярлыҡ алырға бармайым, кенәз Михаилды Владимир еренә кенәзлек итергә керетмәйем. Ә һинең, илсе, юлың асыҡ!» тигән һүҙҙәрен ебәрә.

Дмитрий үҙе Урҙаға юл тота, идара итеүсе төркөмдө «йомарт бүләкләй», унан кенәзлек итер өсөн ярлыҡ ала, 10 000 һумға Тверь кенәзенең улын һатып ала. С. М. Соловьёвтың иҫкәрмәһенә ярашлы, ярышташтарҙың көсө ни тиклем тигеҙ булмағанын һәм Мәскәүҙең Тверь ҡалаһынан көслөрәк булыуын күрһәтә.

1374 йылда Дмитрий Урҙаға һалым түләүҙән туҡтай, шул уҡ йылдаТверь кенәзе Михаил тағы ла Мамайҙан бөйөк Владимирҙа кенәзлек ярлығын ала. Әммә Дмитрий Төньяҡ-Көнсығыш Русь кенәздәренең барыһын да тиерлек берләштереп Тверь биләмәһенә поход ойоштора. Килешеү шарттары буйынса Михаил Мәскәү кенәзенең Урҙаға ҡаршы йүнәлтелгән бөтә хәрби акцияларында ла ҡатнашырға һүҙ бирә.

1378 йылда Дмитрий һәм уның союздаштары Рязань ере сиктәрендә, Воже йылғаһында, Мәскәүгә барған Бегич етәкселегендәге Урҙа ғәскәрен ҡыйрата. 1380 йылдың апреленә Мамайҙың ярышташы Туҡтамыш Дон тамағына тиклем үк Алтын Урҙаның көнсығыш өлөшөн биләй. Ә Дмитрий һәм уның союздаштарының Мамайҙы еңгәненән һуң үҙ ҡулында бөтә Алтын Урҙаны берләштерә.

1382 йылда Туҡтамыш ҡапыл Мәскәү кенәзлегенә һөжүм итә, күп кенә ҡалалар емерелә, әммә урҙалар Волоколамск янында Дмитрийҙың ике туған ағаһы Владимир Андреевич Храбрый тарафынан ҡыйратыла. Дмитрий һалым түләүҙе тергеҙергә ризалашып, өлкән улы Василийҙы Урҙала ҡалдырған. Әммә хан бөйөк Владимир һәм Муром кенәзлектәрен Мәскәү кенәздәренең нәҫелдән күсә килеүсе биләмәләре тип таныған һәм бер үк ваҡытта Тверь кенәздәренең Владимир кенәздәренән бойондороҡһоҙлоғон санкциялаған[11].

Алтын Урҙа 1391 йылда Ҡондорса йылғаһындағы һуғышта һәм 1395 йылда Терек буйындағы алышта Тамерландың һөжүменә дусар була. Ул Алтын Урҙа армияһын һәм ҡалаларын тар-мар итә һәм Рус ерҙәренә баҫып инә, ләкин Елецтан һуң көньяҡҡа китә. Яһаҡ түләү йәнә туҡтатыла. Әммә Алтын Урҙа темнигы йәғни 10 мең ғәскәр башлығы Иҙеүкәй 1408 йылда Рәсәйгә яңы һөжүм башлай, Мәскәү ерен талай, бер нисә ҡаланы емерә, мәскәүҙәрҙән 3000 һум йолом ала һәм яһаҡ түләүҙе тергеҙеүгә өлгәшә. Батша Василий I Дмитриевич вафат булғандан һуң, уның ҡустыһы Юрий бөйөк кенәзлек тәхетенә хоҡуғын белдерә. Алтын Урҙа Василий Васильевич файҙаһына үҙ фекерен белдергән.

XV быуаттың 2-се яртыһына ҡарата ығы-зығылар һәм дәғүәселәрҙең тәхет өсөн даими көрәше Урҙаның ҡолауына һәм айырым ханлыҡтарға бүленеүенә килтерә. 1420-се йылдар башында — Себер ханлығы, 1428 йылда — Үзбәк ханлығы барлыҡҡа килә, һуңғараҡ Ҡазан хаелығы (1438), Ҡырым ханлығы (1441), Нуғай Урҙаһы (1440-сы йылдар), Астрахань ханлығы (1459 й.), Ҡаҙаҡ ханлығы (1465) һ. б. барлыҡҡа килә. Оло Урҙа шулар араһында төп ханлыҡ тип һаналған[12]. Уларҙың һәр береһенә ҡарата Мәскәү үҙ аллы сәйәсәт алып барыу мөмкинлегенә эйә булған.

Мәскәү кенәзлеген ойоштороу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1389 йылда Рус ерҙәре

Власть өсөн көрәш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге быуын Даниловичтары иҫән саҡта Мәскәү кенәздәренең нәҫеле таралмаған тиерлек (Иван Калитанан башҡа, бөтә Даниловичтар ир-ат тоҡомдарын ҡалдырмаған, ә Семён Гордый һәм Андрей Иванович (1353), һуңынан Дмитрий Донскойҙың ағаһы Иван (1364) тағундан вафат булған.

1388 йылда Дмитрий Донскойҙың вафаты алдынан, Дмитрийҙың улы Василийҙы Мәскәү тәхетенә ултырыту мәсьәләһе буйынса Владимир Андреевич Храбый менән уның араһында ниғаз була.

Тәүҙә Дмитрий Серпухов баярҙарын ҡулға ала. Һуңынан Дмитрий Владимирға өҫтәмә биләмә вәғәҙә иткәндән һуң, Владимир Дмитрийҙы атай тип, ә Дмитриевичтарҙы өлкән ағалары тип таный. Дмитрий үлгәндән һуң Василийға атаһының вәғәҙәләрен тормошҡа ашырырға тура килә (Владимир Волоколамск һәм Ржев ҡалаларын ала, һуңынан уларҙы Углич һәм Козельск ҡалаларына алмаштыра).

Дмитрий Донскойҙың васыятында уның өлкән улы Василийҙан һуң бөйөк кенәзлекте мираҫ итеп кем алырға тейешлеге аныҡ күрһәтелмәгән була. Шуға таянып васыятты Юрий Дмитриевич ағаһының улы (племянник) Василий Васильевичҡа ҡаршы көрәштә ҡуллана: 1425 йылда мираҫтың нәҫелдән күсеү (лествичный) принцибын боҙоп бөйөк кенәзлек менән идара итеүҙе үҙ ҡулына ала.

Василийҙы әсәһе яғынан олатаһы Витовт һәм Оло Мөхәммәт хан яҡлап сығыш яһай. Василий атаһының ағаһы мәрхүм булғандан һуң ғына тәхеттә нығына алған. Ул Юрьевичтар менән көрәштә ике тапҡыр әсирлеккә эләккән, һуҡырлыҡҡа дусар ителгән. Был көрәш тағы 20 йыл дауам иткән.

Һуңынан бөйөк кенәзлек мәрхүм булған кенәздең өлкән улына тапшырылған. Ләкин шул уҡ ваҡытта власты баҫып алыу маҡсатында ойошторолған заговорҙарҙа ғәйепләп, кенәзгә алыҫ туғанлығы булған вәкилдәр үлтерелгән.

Сиркәү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Андроников монастырының Спас соборы (1425)

Нуғай улусын (1300) юҡ иткәндән һәм Алтын Урҙа берләшкәндән һуң, Һарай хандары етәкселегендә Максим үҙенең резиденцияһын Клязьмалағы Владимирға күсерә. Киев һәм бөтә Рус митрополиты Пётр Галицк кенәзе Юрий I Львович тарафынан Галицк (православие) митрополиты итеп ҡуйылған. 1325 йылда ул үҙенең резиденцияһын Владимирҙан Мәскәүгә күсерә. 1355 йылда Константинополь соборы Рәсәйҙең бөтә митрополиты кафедраһын Киевтан Владимирға күсереүҙе раҫлай[13].

Мәскәүҙәге грек һәм Рим сиркәүҙәренең Флорентия унияһынан һуң Константинополь (Ғаләм) патриархы Мәскәү митрополиттарын раҫлауҙан туҡтаған. 1458 йылда (тәүҙә) Киевта Феррар-Флорентий униаты патриархына буйһонған (Литва кенәзлегендә) Киев митрополияһы ойошторола, ә 1461 йылдан алып Мәскәүҙә кафедраһы булған митрополиттар «Мәскәү һәм бөтә Русь» митрополиты тип атала башлай. Әммә 1470 йылда Киев митрополиты Григорий Болгарин Донъя патриархы Аҡыллы (Мудрый) Дионисий I тип таныла, һәм шул уҡ йылда Новгород халҡы мәрхүм архиепископ Ион Феофил урынына кандидатты Мәскәү митрополитына түгел, ә Киевка оҙатыуҙы кәрәкле тип таба, был Иван III-нөң Новгородҡа тәүге походы (1471) сәбәптәренең береһе була.

Удел-биләмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Даниил Александрович үлгәндән һуң, уның кесе улдары тәүҙә Юрийҙың бойороғона һис шикһеҙ буйһонған. Һуңғараҡ уларҙың береһе, Иван Калита, Переяславлде алған һәм шунда нығынған, ә Александр менән Борис Мәскәүҙән Тверь ҡалаһына киткән, тимәк, Юрий янында туғандарының береһе — Афанасий ғына тороп ҡалған. В. И. Сергеевич фекеренсә, Мәскәү уделы Юрий менән Афанасий араһында бүленгән булған, тип уйларға нигеҙ юҡ: Юрий Данилович Мәскәү, Коломна һәм Можайск кенәзе булған[14].

Калитаның бөйөк кенәзлек вариҫы, уның өлкән улы Симеон Гордый (1341—1353), Калитаның васыяттарын боҙмаған, һәм уның ағалары һәр береһе үҙ уделына хужа булған. Переяславлдә, Юрьевта, Владимирҙа, Костромала һәм Дмитровта һатып алған ауылдары менән бергә, Симеон үҙенең уделын тыумышы менән Тверь кенәзе ҡыҙы, ҡатыны, Мария Александровнаға васыят итә; ләкин уның ағаһы Иван II Красный, Бөйөк кенәз ҡыҙы Мария иҫән сағында уҡ үҙ уделына ҡушҡан.

Иван үҙе, атаһы һәм ағаһы кеүек, кенәзлеккә шәхси хоҡуҡи ҡараш үткәргән. Васыятнамәһендә ул ағаһы Симеондың уделын үҙенең өлкән улы Дмитрий Донскойға, ә кинйәһе Иоанн Иоаннович Малыйға — үҙенең Калитанан ҡалған уделын биргән. Андрей Ивановичтың улы Владимир Храбрыйға атаһының уделы раҫланған. Иван Иванович вафат булғандан һуң уның биләмәһе Мәскәүгә ҡушылған. Бөйөк кенәз үҙенең рухи васыятында өлкән улы Василийға тотош бөйөк кенәзлекте биреүҙән баш тарта, ә Мәскәү биләмәһенән уға Коломна менән Мәскәү кенәзлеге уделының яртыһын бирә.

Башҡа биләмәләрҙе ул үҙенең дүрт улы араһында бүлә; ҡатынына ла ер бүлә. Әгәр Василий, балаһыҙ көйө, ғүмере өҙөлһә, уның өлөшө (бөйөк кенәзлек) бңленмәйсә киләһе ҡустыһына күсергә тейеш тигән бойороҡ бирә. В. И. Сергеевич был бойороҡта «бөйөк кенәзлектең принципиаль бүленмәүе тураһында фекер»ҙе күрә һәм Димитрий Иванович, атаһының, бабаһының һәм олатаһының дәүләткә ҡаршы эшмәкәрлегенең көслө йоғонтоһо аҫтында торһа ла, был мәсьәлә тәңгәлендә ныҡ ҡына сигенгән тип иҫәпләй[15].

Василий Дмитриевич, йола буйынса, ғүмерлек милкенең бер өлөшөн ҡатынына бүлеп биреп, Василий Васильевичҡа бар мөлкәтен биреүҙе кире ҡаҡҡан. Боярҙар яңы бөйөк кенәзгә бабаһы Юрий Дмитриевич Звенигородский һәм уның улдары менән көрәшендә ярҙам иткәндәр. Уларҙың ярҙамы менән Василий II Тёмный Мәскәүгә Серпухов уделын ҡушҡан; әсирлеккә эләгеүенә һәм күреү һәләтенән яҙҙырылыуына ҡарамаҫтан, уларҙың ярҙамы менән был көрәштә еңеүсе булып сыға.

Мәскәү кенәздәренең башҡа рус кенәздәренә мөнәсәбәте, бер яҡтан, васыят, икенсе яҡтан, килешеүҙәр менән билдәләнә. Бөйөк кенәздәр үҙ васыяттарында өлкән һәм кесе кенәздәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе боронғоса билдәләй. Дмитрий Донской, мәҫәлән, васыятында былай ти: «Балаларым, кенәз Василийҙың энеләре, өлкән ағайығыҙ кенәз Василийҙы тыңлағыҙ, уны минең, атайығыҙ урынында күреп ихтирам итегеҙ; ә улым кенәз Василий ҡустыһы кенәз Юрий һәм кинйә ҡустылары менән бер ниндәй үпкә белдермәйенсә үҙ итһен»[16].

Василий Тёмный менән Иван III васыяттарында ла шулай уҡ ҡабатлай[17]. Бының менән ҡустыларының өлкәненә подданнвй мөнәсәбәттәре урынлаштырылмай, ә улдарының атаһы үлгәндән һуң да, атай урыныныа ҡалған оло ағаһы етәкселегендә татыу ғаилә тормошон дауам итеүҙәрен теләүе генә әйтелә[18]. Удел кенәздәренең бөйөк кенәзгә килешеүҙәр буйынса мөнәсәбәте башҡасараҡ билдәләнгән. Калитаның улдары, мәҫәлән, оло ағаларын бөйөк кенәз әфәнде тип йөрөтә; ахырғаса уның менән бергә булырға, өлкән ағаларын атай кеүек хөрмәт итергә ант итә. Уларҙың өлкән ағаһы менән дошмандары һәм дуҫтары уртаҡ булырға тейеш; бер-береһе менән кәңәшләшмәйенсә килешеү төҙөмәҫкә; бер-береһе менән дошманлашмаҫҡа тейеш. Олоһо кесеһенең улусвн тартып алырға тейеш түгел. Ҡустыһы вафат булһа, өлкәне уның ғаиләһе хаҡында ҡайғыртырға һәм уны рәнйетмәҫкә тейеш. Өлкәне походҡа юлланһа, кеселәре лә сығырға тейеш. Ағай-эне бер-береһе менән бәхәсләшмәҫкә тейеш.

Дмитрий Донскойҙың ике туғаны Владимир Андреевич менән килешеүендә һуңғыһы өлкән кенәзлек менән идаралығын намыҫлы һәм ҡаты тоторға һәм уға изгелек теләргә һүҙ бирә. Әгәр ҙә уларҙың береһе икенсеһе тураһында яҡшы йәки насар мәғлүмәт белһә, бер-береһенә хәбәр итергә тейеш. Ике кенәз үҙҙәре һәм уларҙың баярҙары икенсеһенең биләмәләрендә мөлкәт һатып алмаҫҡа, закладной тотмаҫҡа, жалованный грамоталар бирмәҫкә йөкләмә ала. Әгәр ҙә ҡайһыһыныңдыр икенсеһе подданныйына дәғүәһе булһа, уны судҡа бирә ала. Кесе кенәз өлкәненең талабы буйынса үҙенең воеводаһын ебәрергә тейеш; һуңғыһы, удел кенәзе менән бергә, тыңламаған өсөн уларҙы язаға тарттыра ала. Кинйә кенәз өлкәненә хеҙмәт итә; өлкәнерәге атҡа ултырғас ҡына, ул һәм боярҙар атта ултырырға тейеш.

Араларында бәхәс тыуһа, уны ике яҡтан ебәрелгән боярҙар хәл итә; әгәр хәл итә алмаһалар — митрополит, әгәр был рус ерендә ул булмаһа, кенәздәр третей судьяһын һайлай, ул эште хәл итә лә инде[19]. Икенсе килешеүҙә Владимир Андреевич, туғанының улы (племянник) ултырғанда, үҙе атҡа ултырмаҫҡа хоҡуҡ ала; бының өсөн кенәздәр үҙҙәре өсөн генә түгел, үҙҙәренең балалары өсөн дә килешеүҙе үтәргә ант итә[20].

Василий I шулай уҡ ағалары менән килешеүҙәр төҙөй, әммә улар ул тиклем аныҡ билдәләнмәгән һәм удел кенәзенең бөйөк кенәзгә ҡарата хеҙмәт мөнәсәбәттәренә тура күрһәтмәләр юҡ. Бәләкәй ағайҙары бөйөк кенәзде атаһы кеүек күрергә һүҙ бирә[21], ә Юрий Дмитриевич Звенигородский үҙенең килешеүендә Василийҙы үҙенең иң өлкән ағаһы тип иҫәпләй[22]. Василий Васильевич менән Юрий Дмитриевич, өлкән кенәзгә ҡарата үҙен нисек тоторға тейешлеген күрһәтмәйенсә[23], тиң хоҡуҡлы союздаш булараҡ, килешеүҙәр төҙөй. Бөйөк кенәз атҡа ултырғанда, ул үҙе атҡа ултырырға түгел, үҙ кешеләре менән воеводаны ебәрергә бурыслы. Василий Тёмныйҙың удел кенәздәре менән төҙөгән килешеүҙәрендә намыҫлы һәм ҡаты тигән әйтемдәр фәҡәт Юрий Дмитриевич үлгәндән һуң ғына осрай.

Иван III үҙенең улы Василийға ағаһы Юрий менән, үҙе иҫән сағында уҡ үҙенең кенәзлеген, үпкәләүҙәрҙән тыш, намыҫлы һәм ҡаты тип танырға тейеш тигән килешеү төҙөргә ҡушҡан, уның буйынса энеһе ағаһын әфәнде итеп танырға йөкләмә алған; әгәр Василий, вариҫ тәғәйенләп, вафат булһа, Юрий был вариҫты ла Юрий урыныныа әфәнде итеп танырға бурыслы[24]. Василий III улдары Иван менән Углич кенәзе Юрий араһында биләмәләрҙе бүлешә. Уделдарҙың һәм сағыштырма традицияларҙың юҡҡа сығыуы менән ағалы-ҡустылы үҙ аллы кенәздәр булараҡ әһәмиәте әкренләп кәмей, һәм, ниһайәт, улар бөйөк кенәздең хеҙмәтле кенәздәренә әйләнә.

Социаль структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баярҙарҙың кенәзлек власына мөнәсәбәте шулай уҡ Мәскәү тысяцкий (меңсе) власының әһәмиәтен көсәйтеүҙә лә сағыла. Симеон Гордый осоронда уҡ бояр Алексей Петрович Хвост кенәзгә ҡаршы фетнә крамола башлап ебәрә, әммә ҡыуыла. Иван Иванович ваҡытында ул тағы тысяцкий меңсе булып китә. 1357 йылда Хвост үлтерелә: уны боярҙар үлтергән тигән хәбәр тарала. Мәскәүҙә фетнә була, шуға күрә баярҙарҙың ҡайһы берҙәре Рязангә китергә тейеш була. Тысяцкий санын Василий Вельяминов алды, уның вафатынан һуң Дмитрий Донской меңсе вазифаһына бер кемде лә тәғәйенләмәй; Вельяминовтың улы Иван тысяцкий урынын көслөк менән биләргә ниәтләнә, ләкин ҡулға алына һәм язалап үлтерелә.

Был факт Дмитрий Донскойҙың боярҙарына ҡарата үҙен үҙаллы тотоуын күрһәтә; шуға ҡарамаҫтан, ул улдарына боярҙарҙы яратырға һәм уларҙың ризалығынан тыш бер ни ҙә эшләмәҫкә тигән васыят ҡалдыра.

Хоҡуҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәү осоронда юридик яҡтан бер төрлө ирекле халыҡ мөхитендә ҡатламдар барлыҡҡа килә; Мәскәү батшаларының үҙе генә ҡулында тотҡан единоличная власы көсәйә. Дмитрий Донскойҙың тәүгеләрҙән булып, Бөйөк Владимир кенәзлеген, үҙенең өлкән улына бүлмәйенсә, васыят итеүе тураһындағы бойороғо дәүләтте үҙәкләштереү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булды. Уның вариҫтары ла шулай эш иткән. Тәүҙә боярҙар һәм ирекле хеҙмәтселәрҙең батшанан китеү хоҡуғы була, был иһә ирекле хеҙмәт гарантияһы булған. Төрлө кенәздәр кенәздәр араһындағы бик күп кенә килешеүҙәрҙә күсеп киткән хеҙмәтселәрен аҫабалыҡ хоҡуғынан мәхрүм итеү бурысын ала.

Ләкин XIV быуаттан бирле был хоҡуҡ йыш ҡына боҙола. Уделдарҙы бөтөргәндән һуң фәҡәт сит ил дәүләттәренә генә күсеп китеү мөмкинлеге тыуҙы, һәм китеү хеҙмәтле кешенең хөрмәтенә тап төшөрә тип ҡабул ителә башлай. Шул рәүешле мотлаҡ хеҙмәткә күсеү өсөн нигеҙ әҙерләнә. Ирекле хеҙмәт (уның өлгөһө булып дворовой хеҙмәт тора) ирекһеҙ хеҙмәт тибында үҙгәртеп ҡорола. Һарай кешеләре, йәки Рәсәй дворяндары хеҙмәт иткән осраҡта ғына ер (поместье) менән файҙаланған. Был поместье системаһына нигеҙ һала. Дворян-алпауыт бояр-аҫабаға ҡапма-ҡаршы булған дворян хеҙмәтселәренең яңы тибы була.

Боронғо ғәҙәти хоҡуғы мөһим роль уйнауын дауам иткән. Традицион рус хоҡуғына барып тоташҡан Боронғо хоҡуҡи нормалар) ҙур абруй ҡаҙанған, һәм батшалар уны асыҡтан-асыҡ боҙмаған, ләкин яйлап үҙгәрткән. Яңылыҡтар дөйөм указдар менән түгел, әгәр ғәмәлдә дөйөм указға нигеҙ әҙерләнмәгән булһа, яйлап, айырым осраҡтарҙа, индерелә. Дәүләт берләшкәндә кенәз-ара килешеүҙәр туҡтатыла. Императорҙың ихтыяры хоҡуҡтың ижади көсө сифатында торған һайын нығыраҡ әһәмиәткә эйә була бара[25].

Русская Правда XIV—XV быуаттағы Мәскәү дәүләтенең төп яҙма хоҡуҡ сығанағы булып ҡалған[26].

Рус дәүләтенең барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иван III мисәтенең уң яҡ йөҙө һүрәтләнеше. XV быуат аҙағы

Бөйөк Литва кенәзе һәм Полльша короле власы аҫтында булмаған бөтә Рәсәй ерҙәрендә Иван III һәм Василий III осоронда Ярославль кенәзлеге (1471), Ростов кенәзлеге (1474), Новгород республикаһы (1478) һәм Тверь кенәзлеге (1485) территорияларын үҙ эсенә алған һәм (1385—1569) берҙәм Рус дәүләте барлыҡҡа килә, һәм ул Алтын Урҙанан тулы бойондороҡһоҙлоҡҡа (1480) өлгәшә. Бөйөк кенәздең туғанының улы племянник Иван Борисович (руз кенәзе), Руз кенәзлегенә аҫабалыҡты үҙенең туғаны Фёдорҙан тыш Иван III-гә васыят итә; рязань кенәзе Фёдор Васильевич та шулай уҡ Рязандә, ҡалалағы һәм посадтағы, улустары менән Перевитескта аҫабалыҡ хоҡуғын Иванға тапшырмаған. Василий III Мәскәүгә Псков республикаһын һәм Рязань ҡалаларын һуғышһыҙ-ниһеҙ ҡушҡан. Василий III вафат булғандан һуң, Бөйөк Литва кенәзлегенең көнсығыш ерҙәре Мәскәү хеҙмәтенә күсерелгәндән һәм бер нисә рус-литва һуғышынан һуң (1533) Рус дәүләтенә Чернигов менән Смоленск ҡушыла, дәүләт эсендә уделдар юҡҡа сығарыла. Дөйөм дәүләт закондар йыйынтығы — Судебник (1497) баҫтырыла һәм поместье системаһы булдырыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Белая Русь
  • Символы Московского княжества
  • Список князей Московских
  • Русские княжества
  • Борьба Москвы и Твери
  • Объединение Руси
  • Русское государство
  • Московская школа (древнерусское искусство)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 БРЭ, 2012, с. 308—310
  2. 2,0 2,1 2,2 Горский А. А. К вопросу о причинах «возвышения» Москвы. // Отечественная история. — 1997. — № 1. — С. 10.
  3. Иван III Васильевич / Назаров В. Д. // Железное дерево — Излучение. — М. : Большая российская энциклопедия, 2008. — С. 616. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 10). — ISBN 978-5-85270-341-5.
  4. Данилевский И. Н. Русские земли глазами современников и потомков (XII—XIV вв.). Курс лекций. — М.: Аспект Пресс, 2001. — С. 234.
  5. 5,0 5,1 БРЭ, том «Россия», с.279
  6. «Юридические Древности»;, см. т. I, стр. 52
  7. «История России», т. II, стр. 24
  8. «Юридические Древности», т. I, стр. 53 — 55
  9. «Юридические Древности» I, 58 — 59
  10. «Собр. Госуд. Гр. и Догов.», I, № 28
  11. БРЭ, том «Россия», с.280
  12. Центральноазиатский исторический сервер - [[Почекаев, Роман Юлианович|Р.Ю. Почекаев]]. Суд и правосудие в Золотой Орде. web.archive.org (26 март 2012). Дата обращения: 25 август 2021.
  13. Хронология РПЦ со времени Крещения Руси до наших дней 2010 йыл 27 ноябрь архивланған.
  14. «Юридические Древности», I, 51
  15. «Юридические Древности», I, 65
  16. «Собрание государственных грамот и договоров», I, № 34.
  17. «Собр. Госуд. Грам. и Дог.», I, № 144
  18. Сергеевич, «Юрид. Древн.», II, 217—219
  19. «Собр. Госуд. Грам. и Дог.», I, № 33
  20. «Собр. Госуд. Грам. и Дог.», I, № 38
  21. «Собр. Госуд. Грам. и Дог.», I, № 40)
  22. «Акты Арх. Эксп.», I, № 10
  23. «Собр. Госуд. Грам. и Дог.» I, № 43, 44, 49, 55
  24. «Собр. Госуд. Грам. и Дог.», I, № 133
  25. Дьяконов М. А. Россия/Русское право/История русского права // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  26. История отечественного государства и права / Под ред. О. И. Чистякова; Издание 3-е, переработанное и дополненное. М. : МГУ имени М. В. Ломоносова, 2005. Часть 1. 430 с.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кроме общих сочинений по русской истории:

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Русское государство Ҡалып:Россия в темах