Эстәлеккә күсергә

Шайтан ҡырлаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Шайтан ҡырласы битенән йүнәлтелде)
Шайтан ҡырлаһы
Дәүләт  Рәсәй
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 486,4 метр
Оҙонлоҡ 20 km
Карта

Шайтан ҡырлаһыУрта Уралда төньяҡтан көньяҡҡа табан 20 километрҙан ашыу алыҫлыҡҡа һуҙылған. Первоуральск районы биләмәһендә.

Көнбайыштан ҡырланы Четаев Шайтанка йылғаһы урап үтә. Көнсығыштан уның көньяҡ өлөшөн Емелино станцияһының тимер юл участкаһы урай, ә төньяғында Первоуральск динас заводы[1] һәм Урта Урал баҡыр иретеү заводы урынлашҡан.

Юғары нөктәһе — һырттың төньяҡ өлөшөндәге Ҡарауылтау (486,4 м). Башҡа түбәләренең бейеклеге — 452,7, 440,2, 434,9 һәм 430,2 м.

Төп һыуайырғыс һырттың асыҡ ҡына күренеп торған ҡырасы юҡ, ул айырым тауҙар сылбырынан ғибәрәт. Әйтер кәрәк, урындағы халыҡ төп һыуайырғысты дөрөҫ атай.

Урал һырты Первоуральск ҡалаһынан көнсығыштараҡ үтә.

Район сиктәрендә ул төньяҡтан көньяҡҡа 30 километрҙан ашыуға һуҙылған. Шулай уҡ районда ҡырла тип йөрөтөлгән башҡа тәпәш тау теҙмәләре лә бар. Улары ла оҙон булып һуҙылып ятҡан тауҙар сылбыры.

Тағы ла Гробовский, Киргишанский, Коноваловский, Шайтанский ҡалҡыулыҡтары бар[2].

Ысынында, элекке замандарҙа «шайтан» Урта Уралда манси биләмәләренә яңы килеүселәрҙе, башҡорттарҙы һәм татарҙарҙы билдәләү һүҙе булыуы мөмкин.

Рудольф Кашин: "Шайтан" топонимы башҡа халыҡтарҙың манси ерҙәренә үтеп инеү тәрәнлеген билдәләгән һымаҡ, төньяҡтан Тура йылғаһы менән сикләнгән территорияла таралған һәм ошо йылға буйлап көнсығышҡа шулай уҡ Ница һәм Пышма йылғаларына үтеп ингән", — тип яҙған.

Ҡасандыр Чусыу буйында вогул биләмәләре һәм элгәрге хужаларҙың тораташтарына табыныу урындары урынлашҡан булған. Тимәк, башҡорттар «шайтан» һүҙе менән мансиҙар өсөн изге урындарҙы атаған.

XVIII быуатта Уралда булып ҡайтҡан академик П.С. Паллас былай тигән:

Себерҙең был өлөшөндә Шайтан йә Шайтанская тип аталған шишмәләр, тауҙар һәм аҡландар күп, сөнки унда вогулдар балбалдарға табынған, ә рәсәйҙәр уларҙың балбалдарын шайтан тип атаған.

Мансиҙар «шайтан» һүҙен башҡа мәғәнә һалып үҙләштергән. Уларҙың телендә «шайтан», исламға тиклемге ғәрәптәрҙәге кеүек, ике донъя аралашсыһы йәки "изге, имсе, шаман" тигән мәғәнәгә эйә[4].

Дидин тоннеле Рәсәй империяһы осоронда Ҡазандан Екатеринбургҡа поездарҙы үткәреү маҡсатында Шайтан һырты аҫтынан төҙөлә. Дидин ауылы эргәһендә төҙөгәнлектән атамаһын да Дидин тоннеле тигәндәр [5].

  • Топографическая карта O-40-120 Первоуральск, масштаб 1 : 100 000, состояние местности на 1984 г., издание 1985 г.
  1. Динас. Большой энциклопедический политехнический словарь. Динас- материал для огнеупорных кирпичей
  2. Шайтанский увал
  3. Шайтан на Чусовой. Нижняя Пристань
  4. https://www.aziko.ru/ural-sights-marshruty/articles_items/shaytan-na-chusovoy-nizhnyaya-pristan Шайтан на Чусовой. Нижняя Пристань
  5. https://www.drive2.ru/l/495922901032108182/