Шалғыҙ йырау
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Шалғыҙ йырау, йәки Шалғыйыҙ йырау — Нуғай Урҙаһың тарҡалыу осоронда йәшәгән һүҙ оҫтаһы.
16-сы быуаттың урталарында оҙайлы аслыҡ йылдарынан һуң нуғайҙарҙың бер өлөшө Волга тамағына, Кубань яғына күсенә. Шул ваҡытта башҡорттарҙың бер өлөшө лә эйәрә. Был күсенеү Урманбәт бей вафатынан һуң була. Шәжәрәләрҙә Урманбәт бей Урман беә тип яҙылған. Шалғыҙ йырау сығарған «Ун мең нуғай бөлгән көн, Урманбәт бей үлгән көн» тигән юлдарҙан билдәле. Был тулғау-хушлашыу ошо ваҡытта ижад ителгән.
Был тулғау ғалим Ч. Вәлиханов хеҙмәттәрендә лә телгә алына. «Был тулғау ҡаҙаҡтар һәм башҡорттар араһында ла йәшәй, уны йырсылары, йырауҙары йырлай», — тиелгән.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Валиханов Ч. Сочинения, т. 1, 357-се бит.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?:
|
![]() |
Был сәнғәт буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |