Эстәлеккә күсергә

Вахитов Шамил Хөснулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Шамил Хөснулла улы Вахитов битенән йүнәлтелде)
Вахитов Шамил Хөснулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 февраль 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Ергән, Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Вахитов Шамил Хөснулла улы (рус. Вахитов Шамиль Хуснуллович; 4 февраль 1954 йыл) — ауыл хужалығы, партия, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1992 йылдан Мәләүез районы хакимиәте башлығы. 1990 йылдың 11 октябрендә үҙенең өсөнсө сессияһында Республиканың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Йәштәр эштәре, физик культура һәм туризм комиссияһы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.

Шамил Хөснулла улы Вахитов 1954 йылдың 4 февралендә Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы Ергән ауылында тыуған. Юғары белемле — 1981 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. [1]

1969—1973 йылдарҙа Стәрлетамаҡ зоотехник-ветеринария техникумында уҡый, уны тамамлағас, Совет Армияһына саҡырыла. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, 1975—1985 йылдарҙа Мәләүез районының СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхозында эшләй.

1985—1986 йылдарҙа КПСС-тың Мәләүез район комитетының икенсе секретары; 1989—1992 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Мәләүез районы Советы башҡарма комитеты рәйесе.

1992 йылдан Мәләүез районы хаимиәте башлығы.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советының йәштәр эше, физик культура һәм туризм комиссияһы ағзаһы.[2]

Мәләүез районы 236-сы Воскресенск һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104