Эстәлеккә күсергә

Шаһ Ғәббәс мәсете (Гәнжә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шаһ Ғәббәс мәсете
Нигеҙләү датаһы 1606
Рәсем
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Гәнжә
Архитектор Шейх Баха ад-Дин[d]
Архитектура стиле Сефевидская архитектура[d]
Карта
 Шаһ Ғәббәс мәсете Викимилектә

Шаһ Ғәббәс мәсете йәки Гәнжә йома мәсете (әзерб. Gəncə Cümə məscidi; рус. Мечеть шах Аббаса, Джума мечеть в Гяндже) — Гәнжә йылғаһының һул ярында, Гәнжәнең тарихи үҙәгендә урынлашҡан, XVII быуатта Арран архитектура стилендә төҙөлгән тарихи мәсет.

Гәнжә йәмиғ мәсете урта быуаттарҙа дөйөм архитектура композицияһы, планлаштырыу, конструктив һәм художество-декоратив үҙенсәлектәре буйынса Әзербайжан архитектураһы портал-көмбәҙ традицияларын дауам итә Бина архитектураһында, бигерәк тә көмбәҙ һәм порталдар сиселешендә, Әзербайжандың һәм күрше илдәрҙең бай архитектура традициялары уңышлы файҙаланылған. Әммә бина архитектураһында формалар һәм деталдәрҙең ябай ҡабатланыуына юл ҡуйылмай, Арран архитектура мәктәбенә хас ыҡсымлыҡ, тәьҫирлелек һәм аныҡлыҡ сағыла.

XIX быуат аҙағында мәсет

Гәнжә ҡалаһы Боронғо Гәнжә территорияһынан күскәндән һуң яңы ҡаланы төҙөкләндереүгә айырым иғтибар бирелә. Ер өҫтө ҡоролмаларынан, майҙандарҙан һәм баҡсаларҙан тыш, был осорҙа канализация системаһы булдырыла, ул бер нисә километрға һуҙыла, уның бер өлөшө әле лә ҡулланыла. Кирбестән төҙөлгән киң канализация торбалары көньяҡтан көнбайышҡа һәм төньяҡтан көнсығышҡа йүнәлә, мәсет эргәһенән һәм майҙан алдынан үтеп, Гәнжә йылғаһына тиклем һуҙыла. Ҡаланы һыу менән тәьмин итеү системаһы ғәмәлгә ашырыла.

Ҡала үҙәгенең төп өлөшөн тәшкил иткән мәсет комплексы мәсеттең монументаль бинаһын, унан айырым торған һәм ике яҡтан ике манара менән сикләнгән инеү порталын үҙ эсенә ала һәм мәсет эргәһендә урынлашҡан Ғәнжә мәҙрәсәһе шул иҫәпкә инә[1].. Комплекстың төп бинаһы-мәсет бинаһы, 1606 йылда төҙөлгән тип фараз ителә[2]..

Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, мәсет төҙөлөшө һуңыраҡ осорға ҡарай. Гәнжә Тарих-Тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡланып ҡалған яҙыу мәсет төҙөлөшөн 1620 йылға ҡарай тип раҫлаһа ла, беренсе фараз ышаныслыраҡ, тип белдерәләр. Комплексты бөтә көнсығыш илдәрендә билдәле ғалим һәм архитектор Шәйех Баһауетдин проектлап төҙөгән[3].[4].. Шәйех Баһауетдин шулай уҡ Шаһ Ғәббәс мәсетенән алыҫ түгел урынлашҡан Ғәббәс шаһтың каруанһарайы һәм Батҡаҡ ваннаһы архитекторы булып иҫәпләнә[3][5]..

Мәсет өлөшләтә тигеҙ территорияла төҙөлгән, ә уның ҡаршыһында бик ҙур Баҙар майҙаны һалынған. Яҡынса 3,5 акр тәшкил иткән майҙан күп һанлы сауҙа рәттәре һәм боронғо платандар менән уратып алынған[6].. Мәсеттең көньяҡ яғында бай баҡса булған, ул 1870 йылға тиклем яҡшы һаҡланған. Ҡасандыр баҡсаны биҙәгән ағастарҙың ҡайһы берҙәре беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Матур күркәм ағастар күренеше мәсет бинаһының ҡырыҫ архитектураһын йомшарта. Мәсет комплексын майҙандан айырып торған баҡса ла беҙҙең көндәргә тиклем яҡшы һаҡланып ҡалған.

Архитектура үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мәсет бинаһының профилле киҫеме

Мәсет бинаһы планда шаҡмаҡ формала, 25, 30х25х28 метр ҙурлыҡтағы үҙәк моделле залдан һәм уға йәнәш торған ҡабырға уйымдарынан тора[7] Бинаның бөтә композицияһы 204 м2 майҙанлы һәм 13 метр бейеклектәге үҙәк залға буйһона.

Һәр яҡтан тәрән уйымдарҙан торған квадрат зал формаһы XVII быуат Әзербайжан архитектураһында ғәҙәти күренеше, ул бинаның уңайлы инеү урындары һәм тирә-яҡ ҡаралтылар урынлашҡан төп үҙәген аныҡ билдәләй[8].

Бинаға төп инеү урыны — төньяҡ диуарҙа, ә михраб көньяҡта урынлашҡан[9]. Михраб залдың көньяҡ уйымы эсендә урынлашҡан. Залдың көнбайыш һәм көнсығыш стеналарында тағы ике ишек бар. Планға ярашлы, был төп инеү урындары тип һанала. Шулай уҡ бәләкәй ишектәр ҙә бар. Улар портал менән бүленгән төп инеү урындарының ике яғында урынлашҡан[9]

Алты тышҡы уйым тәриҡәт ағзалары өсөн тәғәйенләнгән һәм 12 м2 майҙанды биләй. Килеүселәр был уйымдарға ихатанан да, үҙәк залға алып барған ишек аша ла инә алған. Бынан тыш, бинаның дүрт мөйөшөндә ҙур булмаған бүлмәләр урынлашҡан. Был бүлмәләрҙең һәр береһенең майҙаны 12 м2. 4,4 метр бейеклектәге был бүлмәләр мәсет бинаһында урынлашҡан, шулай итеп, бина планда квадрат рәүешенә ингән. Зыярат ҡылыусылар был бүлмәгә ихатанан инә алған. Шуға ҡарамаҫтан, был бүлмәләр бер-береһе менән, шул иҫәптән үҙәк зал менән, стенаның төпкөлөндә асылған ишектәр аша бәйләнгән. Үҙ сиратында, тышҡы уйымдар шулай уҡ аралаш стенала урынлашҡан инеү урындары аша порталдар менән бәйле була. Һәр ишектең өҫтөндәге тәҙрә уйымдары ла бар[9].

Мәсет бинаһының төп фасады

Бинаның ишектәре күп булыуы залдың бөтә өлөштәре араһында өҙлөкһөҙ бәйләнеш тәьмин итә. Әммә инеү урындарының бейеклеге диуарҙарҙыҡына оҡшаш булыуы айырым иғтибарға лайыҡ. Инеү урындарының бейеклеге бина пилон-колонналарҙа төҙөлгән кеүек тойола. Был йәһәттән Гәнжә Йәмиғ мәсете бинаһы шул осорҙа төҙөлгән Әзербайжандың башҡа мәсеттәренән айырылып тора[7].

Симметрия бинаны планлаштырғанда нигеҙ итеп алына, һәм бөтә биналар, мөһимлегенә ҡарамаҫтан, уға буйһона. Мәсет планы нигеҙе булып зал тора, ә эргә-тирәләге бүлмәләр уның структураһына буйһона. Залдарҙың үҙенсәлекле урынлашыуын иҫәпкә алып, уларҙы яраштырыуҙың ҡыҙыҡлы алымы ҡулланылған. Стеналар ҡатламында асылған ишек уйымдары эскә табан бер аҙ бөгөлөп тора, был уларға ғәҙәти булмаған форма бирә. Тәү ҡарашҡа сәйер күренгән был ишектәрҙе бинаның планына ҡарағанда залда симметриялы урынлашҡандарын күрергә мөмкин, ә тышҡы уйымдары симметрия үҙәге булараҡ ҡулланыла.

Гәнжә Йәмиғ мәсете 20х20х4, 5 см ҙурлығында кирбестән төҙөлгән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ҡайһы бер урындарҙа стеналарҙың ҡалынлығы 3 метрға етә. Бындай ҡалынлыҡ үҙәк залдың стеналарында ғына осрай. Ә порталдар, уйымдар һәм мөйөш бүлмәләренең ҡалынлығы 1-1, 3 метр[10] Бөтә бүлмәләр ҙә түшәмдәр кирбестән көмбәҙләп йөҙләнгән. Был йәһәттән үҙәк залдың көмбәҙе үҙенә башҡа итеп төҙөлгән. Ишек һәм тәҙрә йөҙлөктәре лә кирбестән эшләнгән. Бинаның бөтә стеналары һәм көмбәҙҙәре бөхтә итеп һылап сығылған[10].

Мәсеттең порталһыҙ көньяҡ фасады һәм Джавад-хан кәшәнәһе

Йәмиғ мәсетенең архитектура композицияһы дөйөм алғанда, ябай һәм уңайлы. Призма, нигеҙҙә тура мөйөшлө, 8 метр бейеклектәге күпмөйөшкә, ә һуңынан һигеҙмөйөшкә күсә, ул үҙәк профилле көмбәҙ һәм яҫы кирбес йөҙлөк менән тамамлана. Һөҙөмтәлә яйлап бер геометрик форманан икенсеһенә күсеүсе композиция көмбәҙ менән тамамлана

Күпселек портал-көмбәҙ ҡоролмалары кеүек үк, Гәнжә йәмиғ мәсетенең бөтә фасадтары ла ыҡсым итеп эшләнгән. Уларҙың нигеҙендә симметрия ята. Фасадтар архитектураһында (көньяҡ фасадтан тыш) стенаның уртаһында урынлашҡан порталдарға төп әһәмиәт бирелә. Фасадтарҙың ғәҙәти булмаған ябай формалары-төп инеү урындарының үтә ҙур инеү порталдары һәм порталдарҙың төпкөлөндә урынлашҡан ҙур булмаған инеү арауыҡтарының формалашыуы юғары контраст тәьҫир ҡалдыра. Соҡалталарҙың осло аркалары (бейеклеге 6 м һәм киңлеге 5,6-5,60 м) порталдарҙың бөтә сиген тиерлек биләй

Мәсеткә алып барған төп порталдар яҡшы билдәләнгән. Асыҡ ҙур һәм тәрән уйымдар бинаның эсенә алып бара, ә фасадтарҙың бейек һәм тура диуарҙары контраст һөҙөмтәһендә дини ҡоролманың баҙыҡлығын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Порталдың ҡабырғаларында тура мөйөшлө рамға беркетелгән ҙур булмаған уйымдар урынлашҡан. Фасадтарҙың ауыш йөҙөндә ҡабырғалағы бүлмәләрҙең тәҙрә һәм ишек уйымдары асыла.

Файл:Şah Abbas məscidinin uzaqdan çəkilmiş fotosu.jpg
Шаһ Ғәббәс мәсетенең алыҫтан күренеше, 2022 йылдың 22 майы

Көнбайыш һәм көнсығыш фасадтары, төньяҡ фасад кеүек үк төҙөлһә лә , уларға симметриялы итеп урынлашҡан ике уйым өҫтәлгән. Көньяҡ фасадында портал юҡ. Ә стенаның ике яғында рәшәткәле тәҙрәләр урынлашҡан[11].

Бәләкәй бүлмәләрҙең тышҡы ҡиәфәте бик ябай. Уларҙа бер ниндәй ҙә декоратив элементтар ҡулланылмай. Көмбәҙ түшәме һәм стеналары плитка менән ипле көпләнгән

Үҙәк залдың интерьерын хәл итеүгә айырым иғтибар бүленгән. Залдың дүрт стенаһы өҫтөндә 6,5 метр бейеклектәге уйымдар урынлашҡан. Уйымдар рәшәткәле осло көмбәҙ менән биҙәлгән. Көньяҡ диуарҙа михрабтың ҡабырғаларында тәҙрәләр симметриялы урынлашҡан. Мәсеттең башҡа биналарында ла ишектәрҙең һәм тәҙрәләрҙең вертикаль урынлашыуы ҡабатлана.

Инеү порталы һәм мәсет ихатаһы яғынан манараларға күренеш

Көньяҡ диуарҙа ике ҡатлы декоратив тәҙрә рамдары һаҡланған, ә башҡа диуарҙарҙа -тик икенсе ҡат тәҙрәләрендә. Сиктәре үҫемлек биҙәктәр менән биҙәлгән. Төп һүрәттең дөйөм композицияһы ла үҫемлек һүрәттәре менән уратып алынған. Тәҙрәләре селтәрле техника нигеҙендә төҫлө быяла менән биҙәлгән. Бинаға тәҙрә селтәре һуңыраҡ өҫтәлә. Шуларҙың береһенең датаһын билдәләүсе документ та бар. Был дата һижрәнең 1214 йылы тип яҙылған (б.э. 1799—1800 йй.)[12]. Ҙур булмаған ағас һәм быяла өлөштәрҙән йыйылған бындай селтәрле тәҙрәләр XVIII быуаттағы әзербайжан һарайҙарына хас. Шәки хандары һарайы, Шәкихановтар йорто, Шуша хан һарайында улар диуарҙың ҙур өлөшөндәге селтәр тәҙрәләрҙең иҫ киткес өлгөләре беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән[13]. Бәләкәй бүлмәләрҙең дә тәҙрәләре селтәр техникаһында эшләнгән, әммә бында геометрик биҙәктәр ҡулланылған[13]

Инеү порталы һәм манаралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азатлыҡ майҙанына алып барған ҡапҡа ҙур осло портал һәм уның янында симметриялы урынлашҡан ике ҙур булмаған соҡалта рәүешендә эшләнгән. Портал бөхтә итеп һыланған. 1929 йылға тиклем арканың өҫкө өлөшөн биҙәгән алты рәт сталактиттар беҙҙең көндәргә килеп етмәгән. Гәнжә Йәмиғ мәсете сталактиттары һуңғы тапҡыр 1929 йылда мәсеттең архитектура-техник торошон өйрәнеү актында телгә алына. Ихатаға сыҡҡан ҡапҡа порталы яндырылған кирбестән комплекстың дөйөм стиленә тап килмәгән стилдә төҙөлгән

Порталдың ике яғында ла мәсет ихатаһына инергә мөмкинлек биргән бейек манара ҡуйылған. Юғары түңәрәк башня рәүешендә төҙөлгән был манараның түбәһенә бормалы баҫҡыс күтәрелә, ул манараның үҙәге аша үтә. Манараның уң яғындағы баҫҡысы ерҙән башлана һәм 64 баҫҡыстан тора. Был манараға инеү урыны ҡабырға яҡ диуарҙа урынлашҡан. Икенсе манараға инеү арка аҫтында төҙөлгән бүлмәнән башҡарыла[14].

  1. Л. Бретаницкий, А. Саламзаде 1960
  2. Александрович (Насыфи) Дж. Гянджа и могила Низами. — Известия Азербайджанского археологического комитета, вып. 2. — Баку.
  3. 3,0 3,1 Саламзаде 1964
  4. Bakıxanov A. Gülüstani-İrəm. — Bakı. — P. 232.
  5. Л. Бретаницкий, А. Саламзаде 1960
  6. Bakıxanov A. Gülüstani-İrəm. — Bakı. — P. 98.
  7. 7,0 7,1 Л. Бретаницкий, А. Саламзаде 1960
  8. Алиев 1954, p. 664
  9. 9,0 9,1 9,2 Алиев 1954, p. 665
  10. 10,0 10,1 Алиев 1954
  11. Алиев 1954
  12. Алиев 1954, p. 666
  13. 13,0 13,1 Алиев 1954, p. 667
  14. Л. Бретаницкий, А. Саламзаде 1960, p. 47
  • Алиев М. Джума-мечеть в Кировабаде. — Искусство Азербайджана, Т. 4. — Баку.
  • Л. С. Бретеницкий А. Саламзаде. Кировабад. — Москва.
  • Саламзаде А. Архитектура Азербайдана XVI-XIX вв.. — Баку: Издательство Академии наук Азербайджанской ССР.

Тышҡы һылтанмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]