Шемокмеди монастыры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шемокмеди монастыры
груз. შემოქმედის მონასტერი
Нигеҙләү датаһы XV быуат
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Озургетский муниципалитет[d]
Урын Гурия[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Шемокмеди монастыры Викимилектә

Шемокмеди монастыры (грузин телендә შემოის მონასტერი) - грузин православ монастыры Грузияның көньяҡ-көнбайышында Гурия төбәгенең Шемокмеди ауылында урынлашҡан. Монастырға ун бишенсе быуатта нигеҙ һалынған. Гурьели кенәзлеге династияһының зыяраты һәм сиркәү хазиналары урыны булған. Унда бер нисә быуат буйына башҡа грузин монастырҙарынан төрлө әйберҙәрҙең коллекцияһын йыйылған. Хазиналарҙың бер өлөшө Грузия музейҙарында һаҡлана.

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шемокмеди монастыры архитектура күҙлегенән ике ябай сиркәүҙән тора. Өсөнсө ҡоролма, манараһы, Монастырь кәртәһендә урынлашҡан

Беренсе сиркәү, Ҡотҡарыусы сиркәүе 10 × 13 м ҙурлыҡтағы өс ҡатлы базиликанан ғибәрәт. Баҡыр купоросы менән ябылған һәм мәрмәр менән түшәлгән. Интерьеры тулыһынса буялған. Бөтөн ҡалған фрескалары боронғо грузин яҙыуҙары менән Гурьели ғаиләһенең ағзаларын һүрәтләй[1] Икенсе сиркәү IX быуат Ғайсаның Күренеше иконаһын ҡабул итеү өсөн Вахтанг һәм Гуриели үтенесе буйынса 1570 йылдарҙа төҙөлә. Был сиркәү беренсеһенән бәләкәйерәк, 9 × 7 м. ҙурлыҡта. Бина кирбес менән көпләнгән. Диуарҙарында грек һәм грузин телендәге яҙыуҙар бар, шулай уҡ Шемокмедиҙың беренсе епискобы Бесраион Мачутадзеның фреска һүрәте һаҡланған. Сиркәү кәртәһендә төҙөлгән манара XVI быуатҡа ҡарай һәм 1831 йылда тергеҙелә. Комплекстың бөтә ҡоролмалары күп тапҡыр реконструкциялана

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шемокмеди монастыры Мари-Montpéreux Дюбуа де Фредериктың сәйәхәт брошюраһындағы иллюстрацияла, 1830 йыл.

Шемокмеди монастырына Гурия кенәзлегенең өс епископлыҡтың береһенең резиденцияһы сифатында XV быуатта нигеҙ һалына. Шул ваҡытта монастырь Гурьели династияһының зыяраты булған

Епископ митрополиты Йосеб Такайшвили вафатынан һуң 1794 йылда Шемокмеди монастыры бушап ҡала; монастырь һәм уның мөлкәте Кайхосро Гуриелиға күсә, ул Рәсәй империяһына ҡаршы 1820 йылда ихтилалды етәкләп, үҙенең бөтә мөлкәтен юғалта. Низағ ваҡытында Рәсәй ғәскәрҙәре монастырь нығытмаларын һәм тирә -яғын емерә.[2][3]

1920 йылда Шемокмеди монастыры Батуми һәм Шемокмеди мәхәлләләрен берләштереп, епископлыҡ сифатында тергеҙелә. 1995 йылда Шемокмеди епархияһы тағы бер епархия булараҡ тергеҙелә. Әлеге ваҡытта уның юрисдикцияһы Гурияның өс муниципалитетындағы бөтә православ сиркүҙәренә тарала. Грузияның Патриарх католикосы Илия II Шемокмедиҙың епискобы булып 1963 йылдан алып 1967 йылға тиклем тора[4]

Коллекцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кондаковтың Грузия сиркәүе коллекциялары катлогынан Шемокмеди монастыры антиквариаты (1890).

Бер нисә быуат буйы Шемокмеди соборы сиркәү әйберҙәренең йыйыу һәм һаҡлау урыны була.[5][6] 1873 йылда Дмитрий Бакрадзе сиркәүгә килә һәм коллекцияһының беренсе ғилми тасуирламаһын йыя. Монастырҙа хазиналарҙы бер нисә тапҡыр урлайҙар. 1889 йылда Кондаков хазиналарҙы каталогҡа индерә. 1924 йылдан ҡалған хазиналар Грузияның Милли музейына тапшырыла

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «შემოქმედის ეპარქია [Shemokmedi Eparchy]» (en georgiano). Patriarchate of Georgian Orthodox Church. Consultado el 3 de diciembre de 2016.
  2. Belyavsky, Potto, pp. 530–531
  3. Rayfield, 2012, pp. 276–277
  4. url=http://patriarchate.ge/geo/eparqiebi/saqartveloshi/shemoqmedi/v%7Ctítulo=შემოქმედის(недоступная ссылка) ეპარქია [Shemokmedi Eparchy]|fechaacceso=3 de diciembre de 2016|editorial=Patriarchate of Georgian Orthodox Church|idioma=georgiano
  5. Eastmond, 2011, pp. 59, 81
  6. Gamkrelidze, Mindorashvili, pp. 566–567

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • {Утверждение русского владычества на Кавказе. Том III, часть 2 [The Consolidation of Russian Dominion over the Caucasus, Vol. 3, Part 2] (en ruso). Утверждение русского владычества на Кавказе. Том III, часть 2 [The Consolidation of Russian Dominion over the Caucasus, Vol. 3, Part 2] (en ruso).
  • Eastmond, Antony (2011). «Messages, Meanings and Metamorphoses: the Icon of the Transfiguration of Zarzma». En Lymberopoulou, Angeliki. Images of the Byzantine World — Visions, Messages and Meanings. Studies presented to Leslie Brubaker. Farnham: Ashgate. pp. 57-82. Eastmond, Antony (2011). «Messages, Meanings and Metamorphoses: the Icon of the Transfiguration of Zarzma». En Lymberopoulou, Angeliki. Images of the Byzantine World — Visions, Messages and Meanings. Studies presented to Leslie Brubaker. Farnham: Ashgate. pp. 57-82.
  • Gamkrelidze, Gela, ed. (2013). «ციხისძირი [Tsikhisdziri]». ქართლის ცხოვრების ტოპოარქეოლოგიური ლექსიკონი [ Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia)] (en georgiano) (1.ª edición). Tbilisi: Georgian National Museum. pp. 588-592. Gamkrelidze, Gela, ed. (2013). «ციხისძირი [Tsikhisdziri]». ქართლის ცხოვრების ტოპოარქეოლოგიური ლექსიკონი [Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia)] (en georgiano) (1.ª edición). Tbilisi: Georgian National Museum. pp. 588-592.
  • Kondakov, Nikodim (1890). Опись памятников древности в некоторых храмах и монастырях Грузии [Description of the monuments of old in some churches and monasteries of Georgia]. Kondakov, Nikodim (1890). Опись памятников древности в некоторых храмах и монастырях Грузии [Description of the monuments of old in some churches and monasteries of Georgia].
  • Rayfield, Donald (2012). Edge of Empires: A History of Georgia. London: Reaktion Books. Rayfield, Donald (2012). Edge of Empires: A History of Georgia. London: Reaktion Books.

Тышҡы һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]