Шиҫ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шиҫ
ғәр. شيث
Рәсем
Заты ир-ат
Вафат булған урыны Мәккә
Ерләнгән урыны Абу-Кубейс[d]
Атаһы Адам в Исламе[d][1]
Әсәһе Хавва[d]
Бер туғандары Кабиль[d] һәм Хабиль[d]
Һөнәр төрө дин өндәүсе

Шиҫ (ғәр. شيث‎ — Аллаһтың бүләге) — Шиҫ, Шит (ғәр. شيثشيث Аллаһ биргән бүләк) — Әҙәм менән Һауаның өсөнсө улы. Ислам традицияларында тәүге пәйғәмбәрҙәрҙең береһе һәм, атаһы кеүек, Аллаһтың иңдерелгән вәхиҙәрен ҡабул итеүсе. Ул Ҡөрьәндә телгә алынмай, ләкин пәйғәмбәрҙәр тураһында хикәйәләрҙә мөһим урын тота (ҡисас әл-анбиә). Инжилдәге Сифҡа тура килә.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Риүәйәт буйынса, Шиҫ Әҙәмдең ҡатыны Һауанан, Ҡәбил көнсөллөк хистәренән Һәбилде үлтергәндән һуң, атаһына 130 йәш тулғанда тыуған[2]. Уның исеме "Аллаһтан бүләк урынына " тигәнде аңлата, сөнки ул Һәбил урынына бирелгән[3]. Ислам традицияһында уны ҡайһы берҙә шулай уҡ Һибәтулла (ғәр. هبة الله‎ — «Аллаһ бүләге») тип атайҙар[4].Ғәрәп-мосолман риүәйәтендә Әҙәмдең һаҡалы булмай тиелә, Шиҫ һаҡал үҫтергән беренсе кеше була[3].

Әҙәм уны Аллаһтан алған төрлө белемдәргә һәм серҙәргә өйрәтә[3]. Әҙәм Шиҫты вариҫы итә һәм уны үҙенең бөтә вариҫтары башлығы итеп ҡуя. Әҙәм үлгәндән һуң, Аллаһ Үҙенең пәйғәмбәре итеп Шиҫте һайлаған. Уға 50 төргәк ебәрелгән (сухуф), уларҙа шулай уҡ айырым фәндәр өлкәһендә белем дә бар[2].

Шиҫ пәйғәмбәрҙән һуң Аллаһ пәйғәмбәр итеп Иҙристе ебәргән [2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Али-заде А. Шис (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007. — С. 906. — ISBN 978-5-98443-025-8
  2. 2,0 2,1 2,2 Али-заде, 2007
  3. 3,0 3,1 3,2 Huart, Bosworth, 1997
  4. Абулгази Родословная тюрок / пер. Г. Саблукова., Глава 1, абзац 3 (написано «Гибят-улла»)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Али-заде, А. А. [906 Шис] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • S̲h̲īt̲h̲ / Huart, Cl. and Bosworth, C.E. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1997. — Т. 9. — P. 489—490. (түләүле)