Шмидт урамы (Таганрог)
Шмидт урамы Таганрог | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
---|---|
Ил |
Рәсәй |
Төбәк |
Ростов өлкәһе |
Ҡала | |
Район |
Үҙәк |
Элекке исемдәре |
Кесе-Грек урамы |
Оҙонлоғо |
430 м |
Почта индексы |
347900 |
картала | |
Яндекс. Картала | |
Карта Google-да |
Шмидт урамы — Таганрогтың үҙәк тарихи өлөшөндәге урам.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шмидт урамы Добролюбов тыҡрығы һәм Комсомольск төшөү юлы араһында урынлашҡан[1]. Өйҙәргә номерҙар ҡуйыу Комсомольск төшөү юлынан башлана. Урамдың оҙонлоғо — 430 м.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шмидт урамының элекке исемдәре — Кесе-Грек, Кесе-Биржа, Воронцов. «Очаков» крейсерындағы ихтилал етәксеһе П. П. Шмидт хөрмәтенә 1929 йылда Шмидт урамы тип үҙгәртелә.
Беренсе көндән үк был урамда етеш йәшәгән кешеләр, бай сауҙагәрҙәр һәм Таганрог үлсәме буйынса юғары рангтағы чиновниктар төпләнгәндәр[2]. 1803 йыл картаһы буйынса урамдың таҡ яғы буйынса таможня һәм биржа залы күрһәтелгән, ә яр аҫтында май шәм һәм туң май заводы урынлашҡан[2].
Кесе-Грек урамы, 7 адресы буйынса оҙаҡ йылдар Варваци йорто торған. Уны халыҡ, Таганрог ҡамауҙа булған ваҡыттарҙан алып, ҡоролмаға ҡаҙалған күп һандағы пулялар һәм йәҙрәләр арҡаһында, «пулялы йорт» тип атай. 1903—1910 йылдарҙа был йортта коммерция училищеһы урынлашҡан. Йорт һаҡланмаған.
Шмидт урамында урынлашҡан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йоп яғы буйынса
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- № 10 — торлаҡ йорт (XIX быуаттың 1-се сиреге). Урындағы әһәмиәткә эйә архитектура ҡомартҡыһы[3].
- № 14 — диңгеҙ мәктәбе бинаһы
- № 12 — Керен йорто (XIX быуаттың 1-се сиреге). Урындағы әһәмиәткә эйә архитектура ҡомартҡыһы[4].
- № 16 — Волков-Реми йорто[5] (1812—1814 йылдар). Федераль әһәмиәттәге архитектура ҡомартҡыһы[6].
- № 16а — «Золотой берег» ҡунаҡханаһы.
Таҡ яғы буйынса
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- № 17 — Ҡала башлығы Папков йорто (1808 йыл). Урындағы әһәмиәткә эйә архитектура ҡомартҡыһы[7].
- № 21 — Ворошилкин йорто (XIX быуаттың 1-се яртыһы). Урындағы әһәмиәткә эйә архитектура ҡомартҡыһы[8].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Рыбалкин А. А. Шмидта ул. // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 811.
- ↑ 2,0 2,1 Гаврюшкин О. П. По старой Греческой… (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: Лукоморье, 2003. — С. 22.
- ↑ Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101301000
- ↑ Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101302000
- ↑ Григорян М.
- ↑ Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6110068000
- ↑ Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6100140000
- ↑ Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101303000