Эстәлеккә күсергә

Штальберг йорто (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Штальберг йорто (Таганрог)
Штальберг йорто
Ил Россия
Ҡала Таганрог, Петр урамы, 105
Архитектура стиле классицизм
Нигеҙләнгән XIX быуаттың икенсе яртыһы

Штальберг йорто — төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты . Ул Петр урамы ,105 -се һанлы йорт, Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһында тора[1].

Хәҙерге адрес буйынса ХIХ быуаттың икенсе сирегендә Таганрог ҡалаһында — Петр урамы, 105 — классицизм[2] стилендә яңы йорт төҙөлә. 1840-сы йылдарҙа уның хужаһы немец Эбергард Карлович Лоренц, ул надворный советник булған. Ул ирҙәр гимназияһында 1860-сы йылдарға тиклем латин һәм немец теленән уҡытҡан . Уның ҡатыны Аделаида Людвиговна. Ул үҙ ире йортонда 1848 йылда «Девичий пансионат» асыуҙың инициаторы булып тора. 1863 йылда унда 32 ҡыҙ бала уҡый. Улар бында Дондағы Нахичевандан, Дондағы Ростов һәм Новочеркасскиҙән[3] килеп уҡыған. Ябыҡ типтағы мәктәп 1828 йылдың 8 декабрендә раҫланған Уҡыу йорттары уставына ярашлы рәүештә эшләй, гимназия янындағы пансион иғәнә иҫәбенә тотола . ХIХ быуаттың өсөнсө сирегендә шәкәр һатыу менән шөғөлләнгән өсөнсө гильдия сауҙагәр ҡатын Матрена Никитична Баташева йорт тирәһенә яңы ҡаралтылар өҫтәп һалдыра.

1882 йылдың 2 мартында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1886 йылдың 2 мартында) йортта яңы уҡыу йорто асыла. Бер нисә йылдан ул ике комплектлыға әйләнә. Бында уҡытыусылар: М. Н. Греков, Е.Грекова Е, И. А. И. Блонская- эшләй. Училищеның бағыусыһы Ахиллес Николаевич Алфераки булған. Был уҡыу йорто эшләй башлағанда Эбергард Карлович Лоренц вафат була. Уның ҡатыны Аделаида Людвиговна 1899 йылға тиклем йәшәй. Уларҙың бер нисә балалары була: ҡыҙҙары Луиза һәм София, улдары Карл. Луиза никахта тормай, ул 1918 йылда вафат була. Карл Эбергардович гимназияла яҙыусы Антон Павлович Чехов менән бергә уҡыған.

XХ быуат башында йорт Тирасполь сауҙагәре Александар Моисеевич Штальберг милкенә күсә. Йорт ҡоролмаһы уның фамилияһы аҫтында тарихи сығанаҡтарҙа телгә алына. Йорт бинаһының бер өлөшөн А. Е. Кузенкова-Анино ҡуртымға ала, бында ул 1902 йылда ата-әсәләр приюты аса. 1910-сы йылдар башында Александр Иванович Перов йортта ҡала халҡы араһында ҙур популярлыҡ яулаған фотоателье аса. Перов ҡатынының исеме —Анастасия Дмитриевна, уларҙың ғаиләһендә бер нисә бала була — Антонина, Вера, Надежда һәм Елена. 1920-се йылдарҙа ҡаҙанлыҡ заводының металлургтар клубы был йортта эшләгән. 1992 йылда Петр урамы буйынса 105-се һанлы йорт мәҙәни мираҫы объекты һәм архитектура ҡомартҡыһы тип таныла. Закон буйынса һаҡлана.