Шыршы урманы
Шыршы урманы | |
Шыршы урманы Викимилектә |
Шыршы урманы — шыршы өҫтөнлөк иткән тоҡомдарҙан торған тәбиғи йәки сәсеп үҫтерелгән урман (Picea). Мәңге йәшел ҡара ылыҫлы урман; типтарының төрлөлөгө менән айырылып тора.
Таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шыршы урмандары Төньяҡ ярымшарҙың урта бүлкәтендә таралған. Улар Европа, Азия һәм Төньяҡ Америка майҙандарының байтаҡ өлөшөн биләй[1]. Россия Федерацияһы территорияһында дөйөм урман фондының 11 % тирәһе тәшкил итә.[2] «Урман энциклопедияһы» (1985) мғлүмәттәре буйынса, улар ҡарағас, ҡарағай һәм ҡайын урмандарынан һуң дүртенсе урында тора. Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге көнбайыш яртыһында ябай шыршы (Picea abies), төньяҡ һәм Көнсығыш өлкәләрҙә — Себер шыршыһы (Picea obovata), Алыҫ Көнсығышта аян шыршыһы (Picea ajanensis), шулай уҡ корея (Picea koraiensis) һәм глен (Picea glehnii) шыршылары осрай..
Экология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шыршы урмандары төрлө тупраҡтарҙа үҫә ала[2][3]. Улар ҡоролоҡҡа ярайһы һиҙгер, әммә оҙайлы еүешлекте күтәрә алмай. Тамыр системаһы өҫтә ятыу арҡаһында шыршы урмандары түбәнге янғындарҙан ныҡ зыян күрә һәм елдән дә йығылып бара[1] . Тәбиғи үҫкән шыршылар, ҡағиҙә булараҡ, төрлө йәшкә етә: уртаса алғанда, 150-170 йыл йәшәйҙәр, ике йәки йөҙ өс йөҙ йәшкә еткән ағастар осраштыра. [3]Шуның арҡаһында шыршылар башҡа тоҡомдар менән уңышлы көрәшә һәм тышҡы мөхиттең кире йоғонтоларынан ҡаршы тора ала. Шуның менән бергә, ҡағиҙә булараҡ, йәш үҫентеләр урман күләгәһендә бик үҫә алмай[4]. Шыршы урмандарында төрлө көртмәлеләр, грушанка, майник, седмичник, плаун, йәшел мүктәр һ.б. осрай[5]
Шыршы йыш ҡына үҙе генә урман хасил итә, әммә ҡатнаш та булыуы ихтимал [6]. Тау зонаһында шыршылыҡ араһында йыш ҡына ҡайын, уҫаҡ һәм ҡарағай, ҡатнаш урмандар зонаһында — имән, йүкә һәм уҫаҡтар, Карпатта һәм Кавказда — аҡ шыршы һәм бук, Алыҫ Көнсығышта — ҡарағай, ҡорос ағас һәм аҡ шыршы осрай.[1].
Әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шыршы урмандары ҙур хужалыҡ әһәмиәтенә эйә, сөнки сәнәғәттең күп тармаҡтары өсөн сеймал сығанағы булып тора. [1]. Шыршы ағасы төҙөлөштә, целлюлоза-ҡағыҙ сәнәғатендә, музыка ҡоралдары яһау өсөн ҡулланыла.[6] Шыршы урмандарында бәшмәк , еләк һәм дарыу үҫемлектәре йыялар . Бынан тыш, шыршы урмандары тупраҡ һаҡлау, һыу һаҡлау, һауыҡтырыу һәм эстетик функциялар башҡара.[1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Лесная энциклопедия, 1985
- ↑ 2,0 2,1 Рысин Л. П. Еловые леса . 2020 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 Лесная энциклопедия, 1985, с. 306
- ↑ Рысин Л. П. Еловые леса . Большая российская энциклопедия. 2020 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Рысин Л. П. Еловые леса . Большая российская энциклопедия. 2020 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ 6,0 6,1 Биологический энциклопедический словарь, 1986
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Еловые леса // Лесная энциклопедия / Воробьёв Г. И.. — М, 1985. — Т. 1. — С. 305—306.
- Ель // Биологический энциклопедический словарь / Гиляров М. С. — Советская энциклопедия, 1986. — С. 191—192.
- Рысин Л. П., Савельева Л. И. Еловые леса России. — М: Наука, 2002. — 335 с.