Шәддәдиҙәр
Шәддәдиҙәр | |
951 — 1174
| |
---|---|
Шәддәдиҙәр Викимилектә | |
Шәддәдиҙәр (әзерб. Şəddadilər) — тарихи Әзербайжан дәүләте.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]969—970 йылдарҙа Арран өлкәһендә хакимлыҡ иткән ҡурд ырыуы, элек Мосафириҙар биләмәләренә ингән Гәнжә уларҙың баш ҡалаһы була. Кавказ аръяғын сәлжүктәр баҫып алғас, 1054 йылда уларҙың вассалына әүереләләр, ә 1072 йылда әүәл Багратиҙар батшалығына ингән Ани төбәген вассаллыҡ биләмәһенә алалар һәм Ани әмирлеген төҙөйҙәр.
Фадл ибн Мөхәммәт, идарасы Двин Мөхәммәт ибн Шәддәдтең улы, Гәнжә өҫтөнән хакимлыҡты ағаһы Али Лашҡариға тапшыра, әммә тиҙҙән, уның вафатынан һуң, икенсе ағаһын үлтерә лә Арранда үҙе хакимлыҡ итә башлай, арраншаһ титулын ҡабул итә (985—1036). Шәддәдиҙәр Арран өлөшөн 100 йылдан ашыу ҡулдарында тота. 1075 йылда сәлжүктәр Гәнжәлә Шәддәдиҙәрҙе ҡолата, Арранды үҙ биләмәләренә ҡуша[1]. Шул уҡ ваҡытта Иран Әзербайжанында Салариҙарҙы Йәмән сығышлы Рәүүәдиҙәр ҡолата (979), баш ҡалалары итеп Тәбризде иғлан итә[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Diplomacy gone to seed: a history of Byzantine foreign relations, A.D. 1047-57 2008 йыл 29 июнь архивланған., By Paul A. Blaum, International Journal of Kurdish Studies, Jan. 2005.
- Kurds, from Home of Tour Armenia
- A Chronology of World Political History (801—1000 °C.E.)
- Arran 2011 йыл 5 июнь архивланған., By: C. E. Bosworth, From Encyclopaedia Iranica, page 522.
- The Caucasus 2005 йыл 9 март архивланған. (Contains a list of the early Shaddadid Kings)
- Minorsky Vladimir. Studies in Caucasian History. — New York: Taylor’s Foreign Press, 1953. — ISBN 0-521-05735-3.
- Shaddadid Coinage at forumancientcoins.com