Эстәлеккә күсергә

Шәһрезада

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Шәхрезада битенән йүнәлтелде)
Шәхрезада
фарс. شهرزاد
Портрет
Әҫәрҙәр:

«Мең дә бер кисә»

Заты:

ҡатын-ҡыҙ

Ғаиләһе:

Шәһрийәр

Ролде башҡарыусы:

Мили Авитал[d]

Шәһреза́да (фарсы شهرزاد‎) — «Мең дә бер кисә» әкиәт мәжмүғәһенең төп шәхесе, «Шәһрейәр батша һәм уның ҡустыһы тураһында хикәйә» тип аталған тәүге һәм һуңғы «Шәһрейәр батша һәм Шәһрезада тураһында хикәйә» әкиәттәрендә ҡатнаша.

Персонаждың тәүге тапҡыр яҙма телгә алыныуы X быуат аҙағында Бине-л-Нәҙимдең «Китаб-эл-фиһрист»тә теркәлгән[1].

Шәһрезада — батша вәзиренең өлкән ҡыҙы, иҫ киткес матур һәм бик аҡыллы ҡыҙ. Ул үҙ теләге менән халыҡты Шәһрейәрҙең уңышһыҙ никахы эҙемтәләренән азат итергә теләй. Батша, ҡатынының хыянатынан һуң, бөтә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа аҙғын, тип уйлай. Әммә Шәхрейәргә ҡатын-ҡыҙҙар енси мөнәсәбәткә инеү өсөн генә кәрәк була башлай. Ул һәр төн һайын үҙе янына ғиффәтле ҡыҙ саҡыра һәм уны иртәнсәк үлтерә. Сираттағы ҡорбан ҡыҙ сифатында батша һарайына һорап инеп, Шәһрезада үҙенең телгә оҫталығын ҡуллана, һәр төн һайын иртәнгә тиклем батшаға әкиәттәр һөйләй. Һәр саҡ таң атып килгәндә генә һөйләүен иң ҡыҙыҡлы урында өҙә, ә Шәһрейәр, әкиәттең нисек тамамланыуын ишетергә теләп, Шәһрезаданы икенсе төнгә тиклем үлтермәй тора. Әммә хәйләкәр Шәһрезада, бер әкиәтте тамамлағас, шунда уҡ икенсеһен башлай һәм уныһын да таң атҡансы һөйләп бөтөрмәй. Шул рәүешле ул мең дә бер төн дауамында бер туҡтауһыҙ, әкиәттәре бөткәнсе һөйләй. Әммә был ваҡыт эсендә Шәһрейәр Шәһрезадаға ғашиҡ була һәм, ҡатын-ҡыҙҙарҙы күпләп юҡ итеүҙе туҡтатып, уға өйләнә.

Шәһрезада исемендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Marzolph, 2004, Ibn al-Nadîm, p. 597