Ыласынтау (Ишембай районы)
Уҡыу көйләүҙәре
Ыласынтау— Башҡортостандың Ишембай районындағы тау. Ул Хажы ауылынан көньяҡтараҡ, 2 км алыҫлыҡта Шиҙе йылғаһы (Хажы Шиҙеһе) буйында ята.
Иң бейек нөктәһе— 530,4 м. Битләүҙәре һөҙәк, Шиҙе йылғаһының текә ярынан башлана.
Тау тоҡомо ҡомташ, алевролиттар һәм рифей һәүерташтарынан тора.
Тау һырттарын имән һәм йүкә ҡатнаш урман ҡаплаған. Ыласынтауҙан көнсығыштараҡ Буҙалашбаш (538 м) тауы , төньяҡ-көнбайыштараҡ Аҙнай ауылы урынлашҡан.
Ыласынтау атамаһы «ыласын» (ҡыйғыр ҡош,сокол) һәм «тау» һүҙҙәренән алынған. Тимәк был ерҙәрҙә ыласындар төйәкләгән.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 338. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.