Хажы (Ишембай районы)
Ауыл | |
Хажы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Хажы (рус. Хазиново) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 62 кеше[1]. Һайран ауыл Советы составына инә.
Почта индексы — 453225, ОКАТО коды — 80231860006.
Исеменең тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың исеме, урыҫ телендә бер нисә вариантта үҙгәртелгән, беренсе күскенсе Аҡманхажи (Хажи) исеменән килеп сыҡҡан. Әммә ревизия материалдарында һәм баҫылған сығанаҡтарҙа уның эшмәкәрлеге эҙҙәре табылмай. Аҡманхажи — ҡыпсаҡ ырыуы Һарғай ауылында тыуып үҫкән, ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, Хажи ауылының хәҙерге халҡы, Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы халҡының күпселеге кеүек үк, Юрматы ырыуына ҡарамай. Ауыл кешеләренең бер өлөшө ҡыпсаҡ ырыуынан булыуы мөмкин. Әммә Юрматы ғаиләһе указлы мулла Салауат Иҫәкәевтың улы Салауат Ғәбделваһаповтың ғаиләһендә Юрматы ырыуының шәжәрәһе һаҡланған, уның тәүге юлдары XVI быуатта төҙөлгән. Һәм ул 1960 йылда Р. Г. Кузеев нәшер иткән Юрматы шәжәрәһе менән тап килә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хажы ауылы 1795 йылда 25 йорттан тора, унда 150 кеше йәшәй. 55 йылдан һуң IX ревизияла 302 кеше һәм 38 йорт хужалығы күрһәтелгән. 1920 йылда 81 йортта 398 кеше йәшәгән.
Малсылыҡ — халыҡтың төп шөғөлө. 1839 йылда 35 ихата һәм 244 кешелә 350 ат, 440 һыйыр, 185 һарыҡ, 121 кәзә була. Умартасылыҡ 50 умарта һәм 113 солоҡ хужаларына байтаҡ килем килтергән. Өс йылдан һуң сәсеү 184 бот көҙгө һәм 328 бот яҙғыигенгә тиң була. Ауылда 3 һыу тирмәне булған[2].
«Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» Законға ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[3].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 62 | 33 | 29 | 53,2 | 46,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хажы Шиҙеһе йылғаһы буйында, Көньяҡ Урал тауы итәгендә урынлашҡан.
Алыҫлығы:[4]
- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 27 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Һайран): 3 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Салауат): 46 км.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[5]:
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Туризм.
- Малсылыҡ, умартасылыҡ.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Салауат Ялсы улы Ялсин (Ялсеев) — XIX быуат башында ауыл мәсете мәзине, Ялсы Иҫәкәйев улы. Уның вариҫтары — Ишембай ҡалаһы һәм ауылдарында йәшәгән Ваһаповтар (Ғәбделваһап Салауат улы нәҫеле), Салауатовтар һәм башҡалар.
- Хисамова Тәнзилә Динислам ҡыҙы — М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисткаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы.
- Ризуанова Хәтижә Йәғәфәр ҡыҙы (12 декабрь 1933 йыл — 7 июнь 1999 йыл) — мәғариф ветераны, математика фәне буйынса методик әсбаптар һәм шиғыр китаптары авторы, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы, СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1977), БАССР-ҙың мәғариф отличнигы (1963). Маҡар районының Хажы ауылында тыуған.
Ауыл эргәһендәге ер-һыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- АҘНАЙ ТОРАМАҺЫ, тарих ҡомартҡыһы. 17—19 быуаттарға ҡарай. Ишембай районы Аҙнай һәм Хажы ауылдары араһында Хажи Шиҙеһе йылғаһының (Һәләүек йылғаһы ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан[6].
- Буҙалашбаш — Башҡортостандың Ишембай районындағы тау. Хажы ауылынан көньяҡ-көнсығыштраҡ, ауылдан 3 км алыҫлыҡта, Шиҙе йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.
- Хажы мәмерйәһе (Тирмән-Таш) — Башҡортостандың Ишембай районында, Тирмәнтауҙағы мәмерйә/ Хажы ауыл эргәһендә урманда, Хажы тарлауығында урынлашҡан.
- Бикбулатбаш (башҡ. Бикбулатбаш) —тау. Башҡортостан.дың Ишембай районы Хажы ауылынан 4,5 км алыҫлыҡта төньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан.
- Ыласынтау — Башҡортостандың Ишембай районындағы тау. Ул Хажы ауылынан көньяҡтараҡ, 2 км алыҫлыҡта Шиҙе йылғаһы (Хажы Шиҙеһе) буйында ята.
- Олимпия — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы мәмерйә, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Көньяҡ Уралдың көнбайыш уғата ҙур битләүендә, Буҙалашбаш тауының көнсығыш биләүендә, Хажы Шиҙеһе йылғаһының (Һәләүек йылғаһы ҡушылдығы) уң яҡ ярында, Хажы ауылынан 5 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
- Берғамыт — карст сығанағы, үргә урғылыусы шишмәнән хасил булған мул һыулы тау йылғаһы. Башҡортостандың Ишембай районы Хажы ауылынан 600 метр көньяҡтараҡ урынлашҡан. Ул шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһын һыу менән тәьмин итеү өсөн файҙаланыла.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан 2011 йыл 4 сентябрь архивланған.
- Страница Хазиново на портале «Генеалогия и Архивы»
- Вконтакте сайтында Минең ауылым Хажы
- «Налог Белешмәһе» системаһында Хажы ауылы
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 128. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Вконтакте сайтында Хажы ауылы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 128. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан N 126-з от 17 декабря 2004 года
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Хажы ауылы
- ↑ Хажы (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.