Ышылай Сайғын
Ышылай Сайғын | |
төр. Işılay Saygın | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Төркиә |
Тыуған көнө | 4 апрель 1947 |
Тыуған урыны | Буджа[d], Измир[d], Төркиә |
Вафат булған көнө | 27 июль 2019[1] (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Измир, Төркиә |
Ерләнгән урыны | Измир |
Туған тел | Төрөк теле |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, архитектор |
Биләгән вазифаһы | Төркиә Бөйөк милләт мәжлесе ағзаһы[d], Төркиәнең ҡатын ҡыҙҙар һәм ғаилә эштәре буйынса министры[d][2] һәм Төркиәнең ҡатын ҡыҙҙар һәм ғаилә эштәре буйынса министры[d] |
Уҡыу йорто | Dokuz Eylül University Faculty of Architecture[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Партия справедливости[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Ышылай Сайғын (төр. Işılay Saygın; 4 апрель 1947 йыл, Измир) — төрөк архитекторы, сәйәсмән һәм министр.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ышылай Сайғын 1947 йылдың 4 апрелендә Измирҙың Буджа районында Ғосман Нури Сайғын һәм уның ҡатыны Фатьма ғаиләһендә тыуған. Эгей университетының архитектура факультетын тамамлаған[3].
1973 йылда сәйәсәт менән шөғөлләнә, ғәҙеллек партияһына инә. Ике мөҙҙәт дауамында район башлығы вазифаһын биләй. 1980 йылдағы түңкәрелештән һуң вазифаһын юғалта. 1980—1983 йылдарҙа архитектор булып эшләй. 1983 йылда Милли демократик партияһына инә, шул уҡ йылда Төркиә парламентына һайлана. 1987, 1991, 1995, 1999 йылдарҙа ҡабаттан һайлана. 1986 йылда Милли демократик партияһы тарҡала, ошонан һуң Сайғын Ватан партияһына инә. 1995 йылда унан сыға һәм ысын юл партияһына инә, ләкин 1997 йылда Ватан партияһына кире ҡайта. 2003 йылда ул сәйәсәттән китә[3].
Министр вазифаһын дүрт тапҡыр биләй. Тансу Чилләр хөкүмәтендә Ышылай Сайғын ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә мәсьәләләре буйынса дәүләт министры вазифаһын биләй, был поста Айсел Байкалды алмаштыра. Был вазифала Сайғын 1995 йылдың 5 октябренән 30 октябренә тиклем була. Чиллерҙың киләһе хөкүмәтендә ул шулай уҡ был вазифаны 1996 йылдың февраленә тиклем биләй. Икенсе көнө Сайғын тирә-яҡ мөхит министры итеп тәғәйенләнә, 1996 йылдың 6 мартында был вазифала уны Мостафа Ташыр алмаштыра. Бынан һуң премьер-министр Месут Йылмаз Сайғынды туризм министры итеп тәғәйенләй. Был вазифаны ул 1996 йылдың июненә тиклем биләй. Төркиә хөкүмәтенең 54-се и 55-се составтарында Сайғын дәүләт министры вазифаһында була[3][4][5][6][7][8][9].
1998 йылдың ғинуарында биргән интервьюһында йөклөлөккә тест индереүҙе хуплауы тураһында белдереүен феминистар тәнҡитләй[10][11].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.msn.com/tr-tr/video/unluler/ilk-kad%C4%B1n-%C3%A7evre-ve-turizm-bakan%C4%B1-i%C5%9F%C4%B1lay-sayg%C4%B1n-vefat-etti/vi-AAEW4L2
- ↑ https://www.ailevecalisma.gov.tr/tr-tr/bakanlik/bakanlik-yoneticileri/onceki-bakan-ve-yoneticiler/bakanlar/
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Işılat Saygın (төр.). Biyografi. Дата обращения: 30 сентябрь 2017.
- ↑ İzmir Haberi: Işılay Saygın: Bu kirli bir iftira (төр.), Sözcü (7 август 2016). 30 сентябрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ II. Çiller Hükümeti Bakanlar Kurulu 05.10.1995-30.10.1995 (төр.). Türkiye Büyük Millet Meclisi. Дата обращения: 30 сентябрь 2017. 2018 йыл 5 ноябрь архивланған.
- ↑ III. Çiller Hükümeti Bakanlar Kurulu 30.10.1995-06.03.1996 (төр.). Türkiye Büyük Millet Meclisi. Дата обращения: 30 сентябрь 2017. 2018 йыл 15 сентябрь архивланған.
- ↑ II. Yılmaz Hükümeti Bakanlar Kurulu 06.03.1996-28.06.1996 (төр.). Türkiye Büyük Millet Meclisi. Дата обращения: 30 сентябрь 2017. 2018 йыл 21 июнь архивланған.
- ↑ Erbakan Hükümeti Bakanlar Kurulu 28.06.1996- 30.06.1997 (төр.). Türkiye Büyük Millet Meclisi. Дата обращения: 30 сентябрь 2017. 2018 йыл 5 ноябрь архивланған.
- ↑ III. YILMAZ HÜKÜMETİ (30.06.1997-11.01.1999) (төр.). Türkiye Büyük Millet Meclisi. Дата обращения: 30 сентябрь 2017. 2017 йыл 29 сентябрь архивланған.
- ↑ Kinzer, Stephen. Turks Clash Over Defense of Virginity Tests, The New York Times (8 ғинуар 1998). 30 сентябрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Bekaret kontrolunu Saygin yaptirsin (төр.), Milliyet (3 ғинуар 1998). 30 сентябрь 2017 тикшерелгән.